Уҡыусыбыҙҙың мөрәжәғәтенә Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза КУЗЬМЕНКО аңлатма бирә.
– Башҡортостан социаль контракт нигеҙендә 2020 йылда халыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтәсәк 20 пилот-төбәк исемлегенә инде. Республика ҡаҙнаһынан ул маҡсатҡа – 52,6 миллион, федераль бюджеттан иһә 385,5 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡса 2024 йылға тиклем халыҡтың табышын арттырыу һәм ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан милли маҡсаттарға йүнәлтеләсәк.
Башҡортостан өсөн социаль контракт программаһы яңылыҡ түгел. Уның нигеҙендә адреслы дәүләт ярҙамы күрһәтеү 2014 йылда уҡ башланғайны. Был сара бала үҫтереүсе аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәүсе кешеләргә көнитмештәрен яйлап ебәреүгә, дәүләткә, башҡа кешеләргә һалышып йәшәү ғәҙәтен бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Программаны бигерәк тә бала үҫтереүсе ғаиләләр хуплап ҡабул итте – республикабыҙҙа социаль килешеүҙәрҙең 98 проценттан ашыуы тап улар менән төҙөлгән. Бик күп ғаиләләр ошо ярҙамға таянып, матди хәлдәрен үҙ аллы көйләүгә өлгәште. Мәҫәлән, көнкүреш тауарҙары кибете, тегеү цехы, матурлыҡ салоны, фермер хужалыҡтары асып, аяҡҡа баҫып китеүселәр бихисап.
Социаль контракт өс маҡсатҡа йүнәлтелә:
шәхси хужалыҡ алып барыуға, мәҫәлән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт һәм уларға аҙыҡ һатып алыуға, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүгә (50 мең һумға тиклем);
үҙ эшеңде ойоштороуға, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға (100 мең һумға тиклем);
һөнәр алыу йәки профессиональ камиллашыу өсөн уҡыуға булышлыҡ итеүгә (15 мең һумға тиклем).
Был дәүләт ярҙамына йән башына айлыҡ табыштары республикала билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән айырым категория ғаиләләр дәғүә итә ала. Уларҙы һанап үтәбеҙ:
бала тәрбиәләүсе тулы булмаған ғаиләләр;
тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр;
инвалид бала үҫтереүсе ғаиләләр;
бала үҫтереүсе ата-әсәнең береһе йәки икеһе лә инвалид булған ғаиләләр;
яңғыҙ йәшәүсе, хеҙмәткә һәләтле 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ирҙәр, 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар.
Әлбиттә, уларҙың Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуы, Башҡортостанда йәшәүе шарт.
Дәүләт ярҙамының был төрөн юллау өсөн халыҡты социаль яҡлау бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Социаль контракт буйынса алынған аҡса маҡсатҡа ярашлы тотонолорға тейеш. Уның бер тапҡыр ғына бирелеүен билдәләп киткем килә.
Республикала биш йылда барлығы 5 800 кеше менән социаль контракт төҙөлгән, улар дәүләттән йәмғеһе 230 миллион һум ярҙам алған.
Быйыл төбәк бюджетынан программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 46 миллион һум аҡса бүленгән. Тәүге ярты йыллыҡта социаль контракт мөмкинлектәренән 507 кеше файҙаланған. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусылар араһында ла уның мәнфәғәтен күрерлек ғаиләләр, һис шикһеҙ, бар, улар ситтә ҡалмаһындар ине, тип теләйем.