Уҡыусыбыҙҙың һорауына Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Мөьмин улы ЛАТИПОВ яуап бирә:
– Рәсәй Пенсия фонды тарафынан дәүләт социаль ярҙамы алырға тейешлеләрҙең федераль реестрына индерелгән кешеләр, медицина күрһәтмәһе булғанда, төп сирҙәрен профилактикалау маҡсатында шифахана-курорттарҙа дауаланыуға путевкаға хоҡуҡлы.
Дәүләт социаль ярҙамына кемдәр эйә булыуын һанап үтәм. Улар:
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
- «Ветерандар тураһында»ғы Федераль закондың 3-сө статьяһы 1-се пунктының 1 – 4-се подпункттарында билдәләнгән хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа хәрәкәттәге армия составына инмәгән хәрби частарҙа, учреждениеларҙа, хәрби уҡыу йорттарында кәмендә алты ай хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, ошо осорҙағы хеҙмәте өсөн СССР ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгән хәрби хеҙмәткәрҙәр;
- «Блокадалағы Ленинградта йәшәүсегә» билдәһе менән бүләкләнеүселәр;
- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һауа һөжүменә ҡаршы объекттарҙа оборона ҡоролмалары, хәрби-диңгеҙ базалары, аэродромдар һәм хәрәкәттәге фронттың тыл һыҙығы сиктәрендә, хәрәкәттәге флоттың операциялар зонаһында, фронт янындағы тимер юлында һәм автомобиль юлдарында хәрби объекттар төҙөүҙә эшләүселәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы башында башҡа дәүләттәр порттарында мәжбүри тотолған транспорт флоты караптарының экипаж ағзалары;
- һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаилә ағзалары. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған урындағы һауа һөжүменән һаҡлау төркөмдәренең һәм авария командаларының шәхси составы ғаилә ағзалары, Ленинград госпиталдәренең һәм дауаханаларының һәләк булған хеҙмәткәрҙәре ғаилә ағзалары;
- Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт һөҙөмтәһендә, шулай уҡ Семипалатинск полигонындағы һынауҙарҙа нурланыу алған һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр.
Беренсе төркөм инвалидтар һәм инвалид балалар үҙҙәрен оҙатып барыусылар өсөн дә путевка алыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, 2017 йылда 4260 путевка бирелһә, 490-ын оҙатып барыусылар алған.
Был ярҙамды алыр өсөн ниндәй документттар килтерергә?
Сиратҡа баҫыу өсөн иң башта ғариза яҙыу мөһим. Ғаризаға путевка алыу өсөн 070/у формаһындағы белешмә теркәлә. Белешмә йыл дауамында ғәмәлгә яраҡлы, ваҡыты үтеп, ул яңыртылмаған осраҡта кеше сираттан төшөп ҡала. Шулай уҡ үҙең менән паспорт алып килергә кәрәк.
Путевкалар 2,5 – 3 йылға бер тапҡыр һәм мотлаҡ сират буйынса бирелә. Улар менән тәьмин итеүҙең асыҡлығы күренеп торһон өсөн төбәк бүлексәһе сайтында электрон сират булдырылған һәм кешеләр үҙҙәренең нисәнсе икәнен «Санатор-курорт дауаланыуына сират һаны» бүлегендә күҙәтеп бара ала.
Был мөһим социаль ярҙамды атҡарыу маҡсатында төбәк бүлексәһенә быйыл федераль бюджеттан 94,5 миллион һум аҡса бүленде. Тимәк, барлығы 4000-гә яҡын кешегә һаулығын бушлай нығытыу мөмкинлеге бирелә. Сирҙәренең ниндәй булыуына ҡарап, улар республика шифаханаларына, Кавказ Минераль һыуҙары, Краснодар крайы, Һамар өлкәһе курорттарына ебәреләсәк. Төбәк бүлексәһе шифахана-курорттарҙы конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлай һәм еңеүселәр менән дәүләт килешеүҙәре төҙөй. Уларҙың исемлеге менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ.