+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ
29 Август 2018, 12:59

Йәнә һалымдар хаҡында

Банк картаһынан икенсе кешенең картаһына аҡса күсергән өсөн һалым һалынасаҡ, тигән хәүефле хәбәрҙәр йөрөй. Шул дөрөҫмө?

– Банк картаһынан икенсе кешенең картаһына аҡса күсергән өсөн һалым һалынасаҡ, тигән хәүефле хәбәрҙәр йөрөй. Шул дөрөҫмө? Мәҫәлән, мин дуҫыма ҙур ғына бурысымды карта аша күсерһәм, ул табыш алған булып иҫәпләнеп, һалым түләргә тейеш булып сығамы?

Лилиә ӘХМӘҘУЛЛИНА.

Миәкә районы.


– Был мәғлүмәтте инҡар итеп, кешеләрҙе тынысландырырға ашығабыҙ. Ғәмәлдә иһә, үҙгәрештәр ҡиммәтле металдарҙағы иҫәптәргә ҡағыла. Бығаса банкылар һалым органдары һораған саҡта аҡса иҫәптәре, вкладтар, уларҙа ҡалған сумма, күскән аҡса тураһында белешмәләр ебәреп торһа, 2018 йылдың 1 июненән ҡиммәтле металдарҙағы иҫәптәр буйынса ла мәғлүмәт бирергә тейеш. Ләкин бының өсөн етди нигеҙ – кешенең үҙ табышын һалым һалыуҙан йәшереүе хаҡында тикшерелгән тулы мәғлүмәт булыуы кәрәк. Шуға күрә һалым органдары банкыларҙан бөтә кеше хаҡында ла ундай белешмә таптырыр, тип борсолорға түгел.

Аделина КУЗЬМИНА,

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының 3-сө камераль тикшереү бүлеге етәксеһе.


– Һалым түләмәгән кешеләргә ҡарата сит илгә сығыуҙа сикләүҙәр бар, тип ишеткәйнем. Шул турала аңлатып үтһәгеҙ ине.

Илнара ҒӘББӘСОВА.

Өфө ҡалаһы.


– Йәй – отпускылар осоро. Ялдарын диңгеҙ буйында сит илдә үткәрергә йыйыныусылар ҙа байтаҡ. Ләкин түләнмәгән һалымдар күптән көтөлгән ял хаҡында хыялығыҙҙы селпәрәмә килтерергә мөмкин. Бындай күңелһеҙ хәл тыумаһын өсөн, һалым буйынса бурысығыҙҙы ваҡытында түләү хаҡында хәстәрлек күрергә саҡырабыҙ.
Бюджетҡа бурыс 10 мең һумдан артып китеүе Рәсәй Федерацияһы сигенән сығыуҙы сикләүгә нигеҙ булып тора ала. 2018 йылдың 1 июненә республикала 35 меңдән ашыу кешенең милек һалымы буйынса бурысы 10 мең һумдан артып киткән һәм дөйөм алғанда ул 1218 миллион һум тәшкил итә.
Рәсәй сигенән сығыуҙы ваҡытлыса тыйыу хаҡындағы ҡарарҙы һалым органы юллауы буйынса суд приставтары хеҙмәте сығара. Ҡарар сик контроленә ебәрелә һәм, уға ярашлы, бурыслы кешене рейсҡа ултыртмаясаҡтар. Сикләүҙе туранан-тура аэропортта алыу мөмкин түгел, сөнки бурысты, пеняларҙы, административ штрафты түләү, дәүләт пошлинаһын индереү ярайһы уҡ ваҡытты ала.
Үҙегеҙҙең, туғандарығыҙҙың һалым буйынса бурысы бармы-юҡмы икәнен түбәндәге юлдар менән белә алаһығыҙ:
– Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында урынлашҡан «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» интернет-сервисы аша;
– «Һалым түлә» онлайн-сервисы ярҙамында;
– дәүләт хеҙмәттәре сайтынан (www.gosuslugi.ru);
– күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы филиалы аша.
Шулай уҡ был мәғлүмәтте үҙегеҙ иҫәптә торған һалым органында йәки (347) 223-38-00 телефоны (ҡыҙыу линия) буйынса ла белергә мөмкин.

Ильяс НӘҒИМОВ,

Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте Башҡортостан

буйынса идаралығының бурыстарҙы көйләү бүлеге етәксеһе.

Читайте нас: