

– Ю-уҡ, – ти ул, көлөп. – 18 йыллап ҡына. Беҙ бит Роза апайығыҙ менән оҙаҡ йылдар йөк машинаһында аҙыҡ-түлек ташыу менән шөғөлләндек, көнөнә 700-шәр саҡрым юл үтә инек. Ә был шөғөлгә уйламаҫтан ғына тотондоҡ. Пилорамабыҙ бар ине, таҡта эшкәртеү, төҙөлөш материалдары һатыу менән булыштыҡ бер аҙ. Тик эше ауыр булып сыҡты, мәшәҡәте лә, сығымдары ла күп. Баш тартырға тура килде. Ә ағастың артып ҡалған ос-мосонон, ҡайыры-юнысҡыла-рынан декоратив әйберҙәр эшләү идеяһы тыуҙы.
Башта Әлфир Хәләф улы был «гүзәллекте» үҙҙәре өсөн генә яһай. Тиҙҙән уның даны тирә-яҡҡа тарала, беҙгә лә яһап бир инде, тип мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә. Оҫта тағы ла дәртләнеберәк китә. Иң оригиналь ҡул эше – заказға яһатылған комбайн булып сыға. Уны бер әфәнде төрлө машина, мотоциклдар коллекцияһы йыйыу менән мауыҡҡан улына бүләккә эшләтә.
– Ике ай тирәһе ваҡыт китте уға. Башта деталдәрен уйымда йөрөттөм, һуңынан тотондом. Матур килеп сыҡты, – ти Әлфир ағай. – Әммә шуны эшләйем, быны яһайым тип, оҙон-оҙаҡ хыялланып, һуҙылып йөрөү ҙә ярамай, иң мөһиме – башлар кәрәк, һуңынан үҙенән-үҙе китә ул. Сөнки ваҡыт үтә, һыуындыра, тотонғо килмәй, юҡҡа ғына, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тимәйҙәр бит, – тип алтын кәңәшен дә бирергә онотмай. Әлфир ағайҙың ҡул эштәре билдәле сәнғәт йондоҙҙары Салауат Фәтхетдинов, Зифа Нагаеваларҙың да йорт-ихатаһын биҙәй.
Оҫтаның ҡырҡҡа яҡын станогы бар. Күңеле ял иткән оҫтаханаһында күп ваҡытын уҙғара ул – ябай ғына ағасҡа «йән» өрөп, яңынан-яңы ижад өлгөләре тыуҙыра. Ағасты Бөрйәндән алдыралар. Декоратив әйберҙәргә ҡыш ҡырҡылған йүкә һәм шыршы ағасы – иң ҡулайлыһы икән. Әлфир ағайҙың алтын ҡулдары тыуҙырған әйберҙәр йәй көнө – миҙгел-мәлендә күберәк һатыла, ә ҡышын ағасты әҙерләү, материалдар туплау менән шөғөлләнә оҫта. Тормош иптәше Роза ханым да барлыҡ станоктарҙа эшләй белә. Бөгөн ул – шәхси магазиндарында һатыусы. «Апайығыҙ һис бушамай, сәскәләрҙе лә үҙемә үҫтерергә тура килә», – ти ағай йылмайып, ихатаны биҙәп, балҡып ултырған гөлдәргә ымлап.
Бай ассортиментлы аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары кибетен Ҡәйүмовтар алты йыл элек асҡан. Эргәһендәге беседкаға ултырып, яңы ғына бешкән йылы бәлеш, осбосмаҡтар менән сәй, ҡәһүә эсеү мөмкинлеге булған магазин – юлсылар өсөн үҙе бер уңайлы туҡталҡа.
Ҡәйүмовтар ғаиләһе хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Ауыр хәлгә тарыусыларға, янғындан ҡаза күреүселәргә, оло йәштәгеләргә ярҙам итә улар. Балалар йортона байрамдарҙа бағыусылыҡ күрһәтеү, бүләктәр алып ҡыуандырыу ҙа матур йолаға әйләнгән.
----------------------------------------
...Һәр бер ауылды Ҡәйүмовтар кеүек дан ғаиләләр биҙәй. Матур йәшәй белеү – үҙе бер сәнғәт ул!
Айзилә Мортаева.
Фото А. Королев
Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың июль (2026) һанында уҡығыҙ