-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
3 Февраль , 16:16

Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя

Ир кеше өсөн тыуған ерендә ныҡлы аяҡ баҫып тороуҙан да олораҡ бәхет юҡтыр. Был йәһәттән ата-бабалар рухы менән һуғарылған, кендек ҡаны тамған изге йәнтөйәгендә ябай көндәлек мәшәҡәттәрҙән ҡот һәм ырыҫ табып йәшәй белгәндәр даланлы. Белорет районы Үткәл ауылынан Хәлил Ғәлиәхәмәт улы Мөхәмәтдинов – тап ана шундайҙарҙан.

Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя

Ике ҙур феләккә һөҙөлөп һөт ҡойола, улар янына кисен генә айыртылған йәш ҡаймаҡ, эремсек ҡунаҡлай: Хәлил Ғәлиәхмәт улы утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан  Белорет баҙарына юллана. Иртәнге етегә барып етеүгә ауылдың таҙа продукцияһына сират теҙелгән, күптән инде үҙ кешегә әйләнгән һатып алыусылары көтөп тә тора. Йорт хужаһы ҡаланан әйләнеп ҡайтып, бер аҙ ял иткәс, киске һауынға ла ваҡыт етә. Уның ағынан  Флүзә ханым бәләкәй өйҙә сепарат айырта, эремсек яһай, май бешә. Ошо хәл йылдың 365 көнөндә, миҙгеленә, һауа торошона ҡарамаҫтан, калейдоскоп кеүек, ҡабатлана ла ҡабатлана... Ҡарап тороуға барыһы ла еңел кеүек, һыйыр һауыу ҙа булдымы эш, тигәндәй. Ә һеҙ  шәхси хужалығығыҙҙа көн һайын, юҡ, көнөнә икешәр тапҡыр нисә һыйыр һауаһығыҙ?

Бөгөнгө заманда хатта ауылда ла мал тотмаған ҡайһы бер замандаштарыбыҙ өсөн был күренеш бер аҙ ғәжәп тә, хатта сәйер ҙә кеүек тойолор, бәлки. Ә бына әлеге уңғандар өсөн ул – бәхетле һәм ябай йәшәү рәүеше, сөнки ауыл ерендә мал аҫрамай нисек көн итмәк кәрәк? Тыуған нигеҙеңдә хәләл көсөң менән тапҡан мал-болоң – бәрәкәттең иң-иң ҡәҙерлеһе түгелме ни?

Әлбиттә, көнөнә ике тапҡыр ҡул менән ундан ашыу һыйыр һауыу, һәр көн алтмыш саҡрым ер урап ҡайтыу, йәйҙәрен утыҙ гектар ерҙә бесән әҙерләү, ҡышҡы айҙарҙа ғына түгел, йыл буйына мал аҙығы хәстәрләү һәм башҡа күҙгә күренмәгән хужалыҡ эштәрен атҡарыу еңел түгел. Уның өсөн Хәлил Ғәлиәхмәт улы кеүек үтә лә егәрле һәм бөтмөр булырға кәрәк.

– Донъяң йырлап алға барһын, балаларыңдың өҫтө-башы бөтөн, тамаҡтары туҡ, киләсәктәре ышаныслы булһын тиһәң, тәгәрмәстәге тейен кеүек әйләнәһең дә әйләнәһең инде. Сөнки һыйлы көнөң – һыйырҙа. Һөттөң бер литры – 70 һум, бер кило эремсек – 200, ә ярты кило ҡаймаҡ 400 һум тора. Ошо тәү ҡарамаҡҡа аҙ ғына күренгән һандар ярайһы ғына килем килтерә, иң мөһиме – күне-гелгән, яратҡан эшеңдең һөҙөмтәһе бар, – ти Хәлил ағай һәм йәнә лә өҫтәй: – Әлбиттә, сығымдар күп, һыйырҙарҙың һөтө мул, ҡуйы булһын өсөн йыл буйы комбикорм ашатабыҙ, ә уға ғына айына яҡынса 50 мең, көнөнә бензинға ла арыуыҡ ҡына китеп тора. Бесәнде лә кеше ҡушып эшләтәбеҙ, сөнки үҙебеҙ генә атҡарып сығырлыҡ түгел. Йылҡы малы ла тотҡайныҡ – бөтөрҙөк, әлеге лә баяғы ваҡыт яғы самалы. Ҡош-ҡортто ла күпләп үрсетмәйбеҙ, һурпаһы татлы тип ҡаҙ ғына тотабыҙ. Ит һатмайбыҙ, быҙауҙарҙы үҫтереп, үгеҙҙәрен тереләй тапшырабыҙ, ә таналарҙы яҡын-тирә ауылдарҙан килеп алалар.

– Хәлил Ғәлиәхмәт улы, шулай ҙа әйтегеҙ әле, нишләп фәҡәт һауынсы? – тип күңелде «ҡытыҡлаған» һорауҙы бирмәйенсә түҙә алмайым барыбер ҙә, был һөнәрҙе ғүмер баҡый тик ҡатын-ҡыҙ башҡарғанын һыҙыҡ өҫтөнә алып.

– Ә ниңә аптырайһығыҙ, бөгөнгө заманда һөнәрҙәрҙе ир-ҡатындыҡына бүлеп айырып ҡарап булмай. Слесарь, крансы, комбайнсы, шофер булып эшләгән, вертолет, автобус йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында үҙегеҙҙең журналда ла яҙаһығыҙ ҙа. Ә «тимер ат»ты ауыҙлыҡлаған гүзәл зат тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Һәр һөнәр оло хөрмәткә лайыҡ: хәләл көсөң түгелгәне – бигерәк тә! – ти ул ихлас йылмайып һәм дауам итә. – Мин бит бәләкәйҙән йорт-ҡура тирәһендә, мал араһында үҫтем. Әсәйем оҙаҡ йылдар фермала һауынсы булып эшләне, уға гел ярҙамға йөрөнөм, ете йәшемдә үк һыйыр һауырға өйрәндем. Ул замандарҙа ауыл фермаларының гөрләп торған сағы, урта мәктәпте тамамлағас, Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға индем. Дипломлы белгес булып ауылымдағы алдынғы «Заря» колхозына эшкә ҡайттым һәм ете йыл һауынсы булып эшләнем. Махсус һауыу аппараттары юҡ ине әле, ҡул менән һауҙыҡ. 1994 йылда ферма мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Был  вазифала ете йыл эшләнем, һуңынан тағы ла ете йыл зоотехник булдым. Артабан инде фермалар бөтөп, колхоздар тарҡалғас,

2-3 һыйырҙы ишәйтеп 11-гә еткерҙем дә үҙ йүнемде үҙем күрә башланым. Ун йыллап күрше ауыл эшҡыуарҙарына һөт продукцияһы  тапшырҙыҡ, улар уны ҡала баҙарында һата ине. Һуңынан машина алып, үҙем тотоноп киттем.

Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Автор: Айзилә Мортаева
Читайте нас