-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
19 Сентябрь 2025, 12:13

Уңыш һәм үҫеш юлы

Йәшәү мәғәнәһенә төшөнөү, рухи үҫешкә ынтылыу – халҡыбыҙҙы уңышҡа әйҙәүсе төп юл, тигән фекерҙә Айбулат Ураҙбахтин. Эшҡыуар, коуч һәм психолог, күп балалы атай, сәләмәт тормош алып барыусы вегетарианец, ғөмүмән, алдынғы ҡарашлы ир-егет  менән ошо хаҡта ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.   ...Ғаилә мөхәббәт нигеҙендә барлыҡҡа килә. Баҡтиһәң, беҙ мөхәббәттең нимә икәнен аңлап етмәйбеҙ. Мөхәббәт – күп баҫҡыслы система. Дөйөм алғанда, ул өс баҫҡыстан тора. Беренсе платформа – хис-тойғо, ул ғаиләне булдырыу өсөн мөһим. Ике йән бер-береһен таба. Әммә бер нисә йылдан мөхәббәт юғала, сөнки ул – ысын мөхәббәттең демо-версияһы. Икенсеһе – аң, ҡаршылыҡтар аша үтеп, бер-береңде хөрмәт итә башлау. Хөрмәт итеү – тәрән һөйөүгә өлгәшеү. Бында инде беҙ аң кимәленә етәбеҙ. Унда инде айырылышыуҙар булмай тиерлек. Өсөнсө кимәл – илаһи мөхәббәт. Матди донъя ваҡытлыса икәнлеген аңлау, рухилыҡҡа ынтылыу, ғаиләлә илаһи мөхәббәт дәрәжәһенә етеү. Бөтә донъяны, кешелекте, йәнлектәрҙе ярата башлайбыҙ. Был – иң юғары кимәл. Барыбыҙға шул юғарылыҡҡа етеү мотлаҡ.   – Күп ҡатынлылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?

Уңыш һәм үҫеш юлы
Уңыш һәм үҫеш юлы

– Айбулат, уҡыусыларға аңлайышлы булһын өсөн башта аң үҫеше тураһында ябай тел менән төшөндөрөп үтегеҙ әле.

– Кеше был донъяға үҙен яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн килә. Тормош беҙгә ике юлдан китергә мөмкинлек бирә: беренсеһе – прогрессив, ул – белем һуҡмағы. Кеше тормош мәғәнәһен аңларға тырыша һәм абсолют ғилемгә ынтыла. Икенсеһе – яфа сигеү. Әлеге ваҡытта күбебеҙ ошо юлдан китеп бара, тимәк, ҡыйынлыҡ, ғазап кисерә. Был нимә аңлата? Йәшәү беҙгә һәр ваҡыт баһа ҡуя. Мәҫәлән, кеше ауырый, нимәлер дөрөҫ эшләмәй, тәнен дөрөҫ ҡулланмай икән, беҙ үҙгәрһен өсөн, ауырлыҡтарға дусар итә. Егерме алты йәшемдә минең тормошомда ҡыйынлыҡтар башланды: ғаиләлә, мөнәсәбәттәр төҙөүҙә, эштә. Уйға батып йөрөй инем – мәғлүмәт килде: яҡын кешем китап тотторҙо. Быны мин юғарынан билдә тип ҡабул иттем: тормошта ҡағиҙәләр бар, уларҙы боҙһаң, һынауҙар яҙыла. Үҙем өҫтөндә эшләй башланым һәм рухи үҫешкә ынтылыу юлында ыңғай үҙгәрештәр тойҙом. Тимәк, беҙҙең йәшәйештә ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙе үтәһәң, бәхетле була алаһың. Шулай итеп, мин әлеге халәтемә килдем.

 

– Маҡсат ҡуйыу, уңышҡа өлгәшеү тураһында лекциялар уҡыйһығыҙ. Уңыш серен беҙгә лә асығыҙ әле?

– Төп принциптары: маҡсат ҡуйыу, күҙ алдына килтереү (визуализация), ваҡыт арауығы, аныҡ ғәмәлдәр. Уларҙы үтәр өсөн эске аңды үҙгәртергә кәрәк. Мәҫәлән, кеше күп аҡса эшләргә теләй, ләкин эске аңын, тормошҡа, яҡындарына, кешеләргә ҡарашын үҙгәртмәйенсә, матди байлыҡҡа юл асылмай. Иң мөһиме –  маҡсат: нисә йәшкә тиклем йәшәргә тейеш һәм ниндәй сифатта. Ә бит бер кем дә ул турала уйланып бармай. Әгәр кеше йөҙ йәшкә тиклем йәшәйем, тигән ниәт ҡуйһа, ул сәләмәт тормош алып барырға, үҙен-үҙе өйрәнергә, дөрөҫ туҡланырға, эске аңын, күңелен (психосоматика) үҙгәртергә тырышасаҡ.

 

– Һеҙ – ҙур ғаилә башлығы. Матур мөнәсәбәттәр ҡороу, яҡындарыңды бәхетле итеү – ҙур хеҙмәт, шулаймы?

– Әле ғаилә институтының юҡҡа сығыуын күҙәтеү мине бик тетрәтә. 2024 йыл статистикаһы буйынса айырылышыуҙар һаны етмеш процентҡа еткән. Рәсәйҙә булмаған хәл: батша, СССР, һуғыш ваҡыттарында ла ундай кимәлгә төшмәгәнбеҙ.

Ниңә улай килеп сыға икән? Беҙ ғаилә ҡорғанда йыш ҡына хаталанабыҙ. Биш, ун, ун биш, утыҙ йылдан һуң айырылышабыҙ, сөнки үҙ-ара мөнәсәбәт төҙөй белмәйбеҙ. Беренсенән, кем ул ир менән ҡатын, уларға ниндәй сифаттар хас икәнлеген аңларға кәрәк бит. Икенсенән, нимә ул «ғаилә»? Ғаиләне кеше уйлап сығармаған, хатта ҡайһы бер йәнлектәр ғаилә, тоҡом менән йәшәй. Ә улар ҡайҙан белә ғаилә ҡороп йәшәргә кәрәклеге хаҡында? Кем ул ғаилә тәртибен барлыҡҡа килтергән? – тигән һорауҙар тыуа. Был изге тәғлимәт ергә Аллаһы Тәғәләнән төшөрөлгән. Беҙ ғаиләлә йәшәү ҡағиҙәләрен белмәгәнгә ҡыйынлыҡ кисерәбеҙ. Шунан тыуа ла инде аңлашылмаусанлыҡ, әрләшеү, айырылышыуҙар. Ә бит бәхет сере ябай ғына. Бары шуны аңлаған ир менән ҡатын – ике эгоист – үҙ-үҙҙәрен үҙгәртеп, бәхетле ғаилә ҡора ала. Балалар ҙа быны белергә тейеш. Рухи нигеҙҙә төҙөлгән ғаилә «династия» тип атала. Матди платформала ғына тыуған мөнәсәбәттәр династия көсөнә эйә була алмай.

Ғаилә мөхәббәт нигеҙендә барлыҡҡа килә. Беренсе платформа – хис-тойғо, ул ғаиләне булдырыу өсөн мөһим. Ике йән бер-береһен таба. Әммә бер нисә йылдан мөхәббәт юғала, сөнки ул – ысын мөхәббәттең демо-версияһы. Баҡтиһәң, беҙ мөхәббәттең нимә икәнен аңлап етмәйбеҙ. Мөхәббәт – күп баҫҡыслы система. Дөйөм алғанда, ул өс баҫҡыстан тора.

Икенсеһе – аң, ҡаршылыҡтар аша үтеп, бер-береңде хөрмәт итә башлау. Хөрмәт итеү – тәрән һөйөүгә өлгәшеү. Бында инде беҙ аң кимәленә етәбеҙ. Унда инде айырылышыуҙар булмай тиерлек.

Өсөнсө кимәл – илаһи мөхәббәт. Матди донъя ваҡытлыса икәнлеген аңлау, рухилыҡҡа ынтылыу, ғаиләлә илаһи мөхәббәт дәрәжәһенә етеү. Бөтә донъяны, кешелекте, йәнлектәрҙе ярата башлайбыҙ. Был – иң юғары кимәл. Барыбыҙға шул юғарылыҡҡа етеү мотлаҡ.

 

– Күп ҡатынлылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?

– Элек күп ҡатынлылыҡ «мин һине үҙ ҡурсалауым аҫтына алам» тигәнде аңлатҡан. Һуғыштарҙа ир-егеттәр ҡырылған, ә ҡатындар күп, уларҙы яҡларға кәрәк булған. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсалаусы булмаһа, ул һына, йонсой, тәбиғи асылынан тайпыла. Ә был цивилизацияның емерелеүенә килтерә. Әйткәндәй, бөгөн тап шул күренеш күҙәтелә.

Әлеге ваҡытта был принцип килеп сыҡмай, сөнки беҙ түбән рухи-әхлаҡи аспектта йәшәйбеҙ.

Икенсе яҡтан, ир-егеттәргә – полигамлыҡ, ә ҡатын-ҡыҙ өсөн моногамлыҡ хас. Ҡатын-ҡыҙҙың кейәүҙә булырға, ә ир-егеттең бер нисә ҡатынды ҡурсаларға теләүе – күктән төшөрөлгән  тәғлимәт. Быны бер кем дә уйлап сығармаған. Әгәр ҡатын-ҡыҙ, полигамлыҡты һайлап, үҙ энергияһынан сыҡһа, гармония юғала. Ҡатын-ҡыҙ – моногамлы зат.

 

– Һеҙ иттән, балыҡтан, йомортҡанан, сәйҙән баш тартҡанһығыҙ. Ә башҡорттарҙа ит – ҡанға һеңгән ризыҡ, тип иҫәпләйбеҙ...

– Беҙ ейгән аҙыҡтар тәнебеҙгә һәм аңыбыҙға йоғонто яһай. Мәҫәлән, кеше алкоголь эсһә, үҙгәрә, ә әгәр йыш эсһә, һаулығы бөтә. Шуның шикелле, туҡланған ризығыбыҙ ҙа беҙҙе үҙгәртә.

Вегетарианлыҡ – ул оҙаҡ йәшәүгә, һаулыҡҡа, үҙ-үҙеңде аңлауға юл. Физиологик күҙлектән ҡарағанда, йәнлек ите тәнебеҙгә тап килмәй. Быны биохимиктар ҙа иҫбат итте. Бөтә ауырыуҙар ҙа – иттән. Беҙ «эсебеҙгә» теләһә нәмә ташлайбыҙ. Ә бит кеше «всеядный» түгел. Был уның бөтә нәмәне лә (алкоголде, тәмәкене, наркотикты) ҡулланып ҡарарға теләгәндән барлыҡҡа килгән. Ысынында, уларҙың береһе лә кешегә тура килмәй. Йәнлектәрҙе ҡарайыҡ: юлбарыҫ ит ашай – әфлисун ҡаптырып булмай; һыйыр, йылҡы малы бесән ашай – ит түгел. Йәнлектәргә ҡәтғи ашау программаһы һалынған. Ә кешегә һайлау мөмкинлеге бирелгән.

Ит беҙҙең аңыбыҙға насар тәьҫир итә, деградацияға килтерә. «Яфа сигеү юлы» тип атала ул. Был хаҡта «Урал батыр» эпосында яҙылған. Биохимиктар әйтеүенсә, иттәге аҡһым беҙҙең организмға тап килмәй, ул күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығара. Хәҙер шуға «аутоиммун сирҙәр» күбәйҙе.

Ит – шулай уҡ көслө наркотик, баш тартып ҡарағыҙ: бер аҙна, бер ай – сыҙауы ауыр. Сәй, ҡәһүә – шулай уҡ.

Милләтебеҙҙең аң кимәлен күтәреү буйынса эш алып барабыҙ, ләкин әлегә ауырыраҡ.

Үҙебеҙ ҡырҡ йәшкә тиклем ит ашаныҡ, хәҙер бына баш тартҡаныбыҙға һигеҙ йыл. Беҙ йәшелсә-емеш, итһеҙ ҡуллама, үлән һәм йәшелсә аштары, бутҡалар (ҡарабойҙай, дөгө), рагу, яҫы борсаҡ (чечевица), былау кеүек ризыҡтар менән туҡланабыҙ. Сәй, ҡәһүә урынына боланут сәйе эсәбеҙ. Һаулығыбыҙ яҡшырҙы, аңыбыҙ таҙарҙы, хатта йәшәрҙек тә кеүек. Ҡатын-ҡыҙға тәбиғәттән көслө интуиция бирелгән, ирҙәрҙеке һүлпәнерәк. Әммә минең интуиция көсәйҙе, таҙарыныуым күҙгә күренмәгән пәрҙәләрҙе асты.

 

– Һеҙ – дүрт бала атаһы. Ир-егет күҙлегенән аңлатығыҙ әле: ғаиләлә балаларҙы нисек тәрбиәләргә?

– Баланы тәрбиәләү – үҙеңде тәрбиәләү. Балалар ата-әсә мөнәсәбәтенә ҡарап, кәрәк нәмәне һеңдереп ала. Тәртип, холоҡ ғаилә мөхитендә һалына. Атай роле, абруйы мөһим, сөнки атай – баш. Атай функцияһы: ғаиләне ҡурсалау, һаҡлау, матди һәм рухи нигеҙ  булдырыу.

Ғаиләлә малайҙы һәм ҡыҙҙы тәрбиәләгәндә киҫешкән аспект бар.

Атай менән ир бала мөнәсәбәтендә – мөхәббәт һәм ҡәтғилек: атай улын тәрбиәләгәндә талапсанлыҡ күрһәтергә тейеш. Ирҙәргә ҡағылышлы бөтә һыҙаттарҙы атай кеше улына өйрәтә. Ә әсәй улына тик мөхәббәтле була ала: «улым, һин яҡшы», «аҡыллым» тип тәрбиәләй.

Әсәй менән ҡыҙ араһында – мөхәббәт һәм талапсанлыҡ. Йәғни, әсәй  ҡыҙын ҡырҡ яҡтан тыйып, ҡатын-ҡыҙ бурыстарын, эштәрен өйрәтә, шулай уҡ иргә нисек ярау кеүек тормош аҡылына, зирәклеккә төшөндөрә. Ә атай менән ҡыҙ бала араһында тик мөхәббәт кенә була, йәғни атаһы, ҡыҙын яратып, «матурым», «принцессам» тип кенә үҫтерергә тейеш.

Әле күп ир-егет вахта ысулы менән ситтә эшләй, был да бик насар: ҡатын ире менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерә алмай. Өйҙә ҡатын-ҡыҙ энергияһы күбәйә, ул ир ролен дә башҡара башлай. Ә бит ғаиләлә ҡатын менән ир ролдәре араһында тигеҙлек булырға тейеш. Ир – ғаиләне тыштан һаҡлаусы, рух ныҡлығы биреүсе, ә ҡатын – эске көс, өй тотҡаһы, усаҡ йылытыусы. Хәҙер был боронғо тәртип боҙолған,  шуның өсөн дә ғаиләләрҙә татыулыҡ юғала.

Донъя ҡануны буйынса ир – май, ә ҡатын – ут. Психологик яҡтан ҡатын (ут) ирҙәргә (май) ҡарағанда көслө. Шуға ут, өйөн, ғаиләһен йылытып, мейес эсендә ҡалһа яҡшыраҡ. Әгәр ул тышҡа сыҡһа, янғын тоҡаныуы бар. Ә хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе тышҡа атлыға. Һөҙөмтәлә цивилизация һәм фәнни-техник алға китеш – бөтәһе көрсөктәргә, һуғыштарға килтерә. Кем ғәйепле? Ике зат та! Ир ғәйепле, сөнки ул ҡатынды тота алмаған, үҙе рухи  яҡтан көсһөҙләнгән. Александр Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт»е – тап шул хаҡта. Тимәк, беҙгә ярыҡ ялғаш эргәһендә тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Ҡөрьәндә – ахырызаман, Библияла – «конец света», ведаларҙа – кали юга, тигәндәребеҙ ҙә етеп киләлер, бәлки. Сөнки ҡиммәттәр емерелгән,  матриархат барлыҡҡа килгән заман тотороҡһоҙ. Ғаиләләге гармонияны һаҡлау, уңыш, бәхет серенә төшөнөргә тырышыу ғына ҡотҡарыр беҙҙе был ғазаптарҙан. Әлбиттә, үҫеш юлында һәр аҙымды төптән аңлап эш итеү мөһим. Әлеге көндә ҡатындар ҙа эшләгәс, ғаиләлә энергиялар буталып, ирҙәр «аморф» хәлдә ҡалған. Һөҙөмтәлә икеһе лә яфа сигә. Мин әлегәсә тулы бәхетле эшлекле ҡатын-ҡыҙҙы күргәнем юҡ. Беҙгә үҙ тәбиғәтебеҙгә әйләнеп ҡайтыу зарур: ҡатын-ҡыҙ – үҙ, ә ир-ат үҙ даирәһен һаҡлаһын.

 

Уңыш һәм үҫеш юлы
Уңыш һәм үҫеш юлы
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас