Республикабыҙ һәләттәргә бар. Шундай дәртле, талантлы уҙамандарҙың береһе - Сөйөшев Мөхтәр Мөхөтдин улы. Ул Баймаҡ районы Абҙаҡ ауылында тыуған. Һөнәре буйынса төҙөүсе. “Ирәндек” совхозында өлкән прораб булып эшләгән. “Ремтөҙөлөш-5”тә прораб. Сибай ҡалаһында “Шахтатөҙөлөш”тә участка етәксеһе булған. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, төҙөлөш кооперативы рәйесе булып хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялда. Өфө ҡалаһында йәшәй.
Йәш саҡтан йыр, бейеугә ғашиҡ. Районда 1973 йылдан 1977 йылға тиклем үҙэшмәкәр коллективтарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Бейеүсе-солист булған. Өфөгә килгәс, Юлай Уҙәнбаев осрап, “Ауаз” фольклор ансамбленә саҡыра. Шул ваҡыттан алып, бына инде биш йыл шул ансамблдә йырлап, бейеп йөрөй. Йыр буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. “Ашҡаҙар моңдары”нда, Туймазыла “Оҙон көй”ҙә, “Сал ҡылған моңдары”нда 3 дәрәжә диплом яулаған. Салауат районында Хәбир Ғәлимов исемендәге онлайн-конкурста башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”ҙы йырлап, 1-се урын яулаған.
Мөхтәр Сөйөшөвтөң тағы ла бер һәләте: йырҙар ижад итеү. Һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға мәрхүм ҡатынына арнап яҙған йырын тәҡдим итәбеҙ. Хәләл ефете тере сағында Яҡутов паркы буйлап бергә үткән юлдарҙа йөрөгән мәлдә башына моңло бер көй килә. Мөхтәр Сөйөшев уны шиғри юлдарға һалып, ошо йырҙы ижад итә. “Эҙҙәрең” тип атала.. “Эҙҙәрең” тип атала. Рәхәтләнеп тыңлағыҙ.
Фотола: Мөхтәр Сөйөшев "Ашҡаҙар моңдары" конкурсында.