Ватан! Был һүҙҙе әйткәндә беҙ тыуған ерҙе генә түгел, атай-әсәйҙе лә, балаларҙы ла, ғаиләне лә күҙ алдында тотабыз. Ә Ватанды һаҡлаусылар, тип һеҙгә, ҡәҙерле ир-аттарыбыҙға өндәшәбеҙ. Эйе, тормоштоң иң ҡәҙерле төшөнсәләре — Тыуған ер, атай-әсәй, бала, ғаилә именлеге һеҙҙең елкәләрегеҙгә һалынған. Ниндәй ҙур яуаплылыҡ! Шул яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙҙә тойоп, Ватанды һаҡлаусылар сафында булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Һеҙ булғанға беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, матурыраҡ, наҙлыраҡ, йәшерәк. Һеҙ беҙҙең таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, өмөтөбөҙ! Иҫән-һау булып, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ! Һеҙгә түҙемлелек, физик һәм рухи көс тәрән аҡыллы булыуығыҙҙы теләйбеҙ!