-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
15 Февраль 2025, 10:55

«БАГРАМ» БАРҘА!

Республика журналистарын кем ҡаршы ала махсус хәрби операция биләмәһендә? «Баграм»! Кем уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, ашата-йәшәтә, мәғлүмәт табыу, яугирҙәр менән осрашыу мөмкинлектәрен булдыра? «Баграм»! Кем тылдағыларҙан фронтҡа туҡтауһыҙ ылауҙар ойоштора, нимәләрҙер йүнләй, таба, ҡайғырта? «Баграм»! Кем яугирҙәр өсөн атай ҙа, ағай ҙа, өлкән дуҫ та, яуҙаш командир ҙа була белә? «Баграм»!

«БАГРАМ» БАРҘА!
«БАГРАМ» БАРҘА!

Бәхеткә ҡаршы, полкты матди яҡтан хеҙмәтләндереүсе ротаның взвод командиры Айрат Әсҡәт улы Ғәббәсов Яңы йыл каникулында тыуған яҡтарына ҡайтып китте һәм беҙҙең дә редакция ҡунағы була алды.

– Әйҙәгеҙ, иң башта «Баграм»ға асыҡлыҡ индерәйек. Ошо һеҙҙең позывной икәнлегенә төшөнәбеҙ, тик нимәне аңлата ул һәм ҡайҙан килә был атама?

– Афғандан. Баграм – афғандарҙың бик боронғо ҡалаһы. Беҙ тарихтан уҡып ҡына белгән, тиҫтәләгән оло һуғыштар үткәргән ер. Был провинцияны ваҡытында ғәрәптәр ҙә, фарсылар ҙа, Сыңғыҙ хан да яулап ала. 1979 йылда, унда Совет ғәскәрҙәре индерелгәс, Баграм янында 108-се мотоуҡсылар дивизияһы, СССР-ҙың хәрби-һауа көстәренең махсус базаһы урынлашҡан була. Мин тап шул территорияла хәрби хеҙмәт үттем. Аҙыҡ-түлек ташыған колоннаны оҙатыуҙа йөрөнөм һәм 1989 йылда Афған республикаһынан сығарылған совет ғәскәрҙәренең иң һуңғы ылауында булдым. Әллә күпме эмоциональ кисерештәрем, хәтирәләрем бәйле был атама менән. Шунлыҡтан позывнойым – минең өсөн ҡала исеме генә түгел, ә илем тарихының һәм минең, шулай уҡ минең кеүек йөҙәрләгән «афған» һалдаты яҙмышының бер өлөшө ул.

Сәйҙә Ғарипова әңгәмәләште

«БАГРАМ» БАРҘА!
«БАГРАМ» БАРҘА!
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас