Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында Шәнгәрәй Солтангәрәй улы менән Зөләйхә Мөхәмәтҡужа ҡыҙының ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә ул. Ике ағаһы, өс апаһы ҡурсауында үтә бәхетле бала сағы. Аҙаҡтан үҙе лә Искәндәр менән Зәки ҡустыларын ел-ямғырҙан һаҡлап йөрөтә.
Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, Өфөләге 10-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, унда өс йыл белем алып, йылға караптарының руль машинисы һөнәрен үҙләштерә. Эшкә Өфө йылға пароходсылығына килә. Ағиҙелдең мул һыулы сағы, уның буйлап төрлө тарафтарға йөк ташыйҙар, пассажирҙар йөрөтәләр. Фәтихте Өфө менән илебеҙҙең баш ҡалаһы араһын бәйләгән пароходҡа штурвалсы итеп ҡуялар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һөнәренең оҫтаһы итеп таныта үҙен, шуғалыр күрәһең, юллап, бер йылға армияға ебәрмәй эшендә алып ҡалалар хатта. Мәскәү олимпиадаһы барған 1980 йылда «Рәсәйҙең алтын ҡуласаһы» тип аталған һыу юлы маршруты буйлап йөрөгән круиз лайнерында хеҙмәт итә. «Сәйәхәт бер яҡҡа һигеҙ тәүлеккә һуҙыла ине. Ағиҙелдән Камаға, унан Волгаға төшәбеҙ. Тәбиғәт – иҫ киткес, ауыл-ҡалалар, унда йәшәгән халыҡ һәр ерҙә – үҙҙәренсә... Мәскәү каналы буйлап, Кремль стеналары аҫтынан йөҙөп үтеү... Матур йәшлек хәтирәләре булып ҡалды ул осор», – ти әңгәмәсем.
Германияла ракета ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ике генә аҙна ял итә лә, Данил дуҫының Урал ағаһына эйәреп, 1982 йылда Себер тарафтарына юл тота. Шулай башлана ла инде Фәтих Шәнгәрәй улының нефтсе биографияһы. Утыҙ һигеҙ йыл ғүмерен «ҡара алтын» табыу эшенә бағышлай. Өс йыл – быраулаусы ярҙамсыһы, артабан яуаплы ла, ҡатмарлы ла быраулаусы йөгөн тарта. Уның фиҙакәр хеҙмәте «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе», «Хеҙмәт ветераны» исемдәре менән билдәләнгән.
Данил менән дуҫлығы Фәтих Шәнгәрәй улының яҙмышында тағы бер хәл иткес роль уйнай.
Клубҡа уйынға бергә йөрөйҙәр, ҡыҙҙар ҙа күҙләйҙәр, дуҫының яҡын туғандары Басир Талха улы менән Миңленур Солтан ҡыҙы Кәримовтарҙың йортонда ла йыш булалар. Данилдың ике туған һеңлеһе Гөлшаттан, ул саҡта үҫмер ҡыҙҙан, сер йәшермәйҙәр. «Фәтих күҙ һалған шул ҡыҙ нисек?» – тип һорарға ла тартынмайҙар. Ваҡыт үтә тора, тыуған ауылына ҡайтып-китеп йөрөгән нефтсе егет сираттағы ялында Гөлшаттың сибәркәй булып үҫеп етеүен абайлап хайран ҡала, уға күҙе төшә. Тик унынсы синыфты яңы тамамлаған ҡыҙға егерме биш йәшлек Фәтих бигерәк оло һымаҡ тойола, шуға иғтибар күрһәтеүен тәүҙә ҡабул итмәй. Ләкин ярһыу йәшлек, ҡабынған хис-тойғолар үҙенекен эшләй – оҙаҡламай улар сәстәрен сәскә бәйләй. 1987 йылдың июль айында шаулап-гөрләп туйҙары үтә.
Был ваҡытта Гөлшат Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы техникумында белем алып йөрөгән була. Уҡыуын ситтән тороп дауам итә. Ә бер йылдан, улы Ринат тыуғас, тормош иптәше янына, Ханты-Манси автономиялы округының Нефтеюганск районына ҡараған Пойковский ҡасабаһына, күсенеп бара. Ваҡытлыса ҡоролма һаналған, ул тарафтарҙа «балок» тип атап йөрөтөлгән ҡыҫынҡы ғына торлаҡта йәшәй башлайҙар. Фәтих Шәнгәрәй улы уға төкәтмә һуға, ҡыйыҡлай, һыу үткәрә, йылылыҡ селтәренә тоташтыра, канализация сығара. Гаражын, мунсаһын да ултыртып, яйлап төҙөк, матур йорт хужалығы итеп ҡороп ала торлағын оҫта ҡуллы ғаилә башлығы. Икенсе балаларын – ҡыҙҙары Лилиәне – 1993 йылда шул өйгә алып ҡайталар.
Сираты етеп, эшләгән урындан бөгөн-иртәгә фатир алам, тигән ерҙә, ҡасабала төҙөлөштәр кинәт туҡтай. Бөтә көстө, булған крандарҙы, техниканы автономиялы округ үҙәге булған Ханты-Мансийскиға күсерәләр. Округтың баш ҡалаһына йылдам үҫешеү өсөн шулай этәргес бирелә. Ул матурлана, заманса төҫ ала, быуат башынан халҡының һаны өс тапҡырға арта – хәҙер унда 112 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ә Солтановтар 2006 йылда ипотека юлларға мәжбүр була. 2021 йылда Сорғот ҡалаһына күсәләр. «Ғүмер буйы үҙ көсөбөҙ менән йәшәнек. Улай ғына ла түгел, ике яҡтан да атай-әсәйҙе, туғандарҙы ярҙамыбыҙҙан өҙмәнек», – ти улар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2024) һанында уҡығыҙ.