+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уңған атай

«Ниһайәт, атайыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙыҡ – ул барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән фотоға төштө. Эйе, кинйәкәйебеҙ Линарҙан башҡа, барыбыҙ ҙа йыйылдыҡ. Аллаға шөкөр, һау-сәләмәтбеҙ, шунан башҡаһы кәрәкмәй ҙә беҙгә...» Был юлдарҙы социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһенә Ришат Шәкир улы Кәримовтың өлкән улы, Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире Илдар яҙып ҡуйған.

Уңған атай
Уңған атай

Атай-әсәй өсөн балаларыңдың һин тип өҙөлөп тороуынан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Тимәк, улар тәрбиәле булып үҫкән, һеҙҙе ихтирам итәләр, яраталар, ҡәҙерле күрәләр. Тимәк, эш-ғәмәлдәрегеҙ, ҡылыҡ-фиғелегеҙ, тәртибегеҙ менән лайыҡлы атай һәм әсәй була алғанһығыҙ.
Ришат Шәкир улы Мәсетле районының Айып ауылында йәшәй. Хәләл ефете Кәүсәриә Әбһәм ҡыҙы менән биш балаға ғүмер биргәндәр. Тәүгеләре – Илдар – 1986 йылда донъяға ауаз һала. Бер йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үтеүгә бәхетле атай менән әсәй – Азалия ҡыҙҙарын, унан Ринат улдарын һәм Физәлиә ҡыҙҙарын ҡулдарына ала. Ә кинйәләре Линар, йортҡа ҡот өҫтәп, 2001 йылда тыуа. Үткән быуаттың аҙағында ғаилә ҡорғандар ғына ул заманда бала бағыуҙың ни тиклем ауырға тура килеүен белә. Эш хаҡын ярты йыллап түләмәйҙәр, магазин кәштәләре буш, һаулыҡ һаҡлау, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү ойошмалары көрсөккә терәлгән... Ошо шарттарҙа биш балаға ғүмер биреү – үҙе оло ҡаһарманлыҡ ул.
– Мин үҙем дә, ҡатыным да ишле ғаиләләрҙә үҫтек. Уртансы бала булғас, ағайымдарҙан ҡалғанды ла кейҙем. Бының бер ниндәй ҙә хилафлығын күрмәнем. Шулай тейеш һымаҡ булды... Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Нисек кенә ауырға тура килмәһен, балаларыбыҙҙы кәм-хур итмәнек. Күпләп мал аҫраныҡ, картуф үҫтерҙек, умарта тотоу ҙа ныҡ ярҙам итте. Үҙебеҙгә лә етте, һатыуға, алыш-бирешкә лә китеп торҙо. Үҙ көсөбөҙ менән йорт һалып сығырға ла өлгәштек. Улдарым да, ҡыҙҙарым да эш күреп, хеҙмәттә сынығып буй еткерҙе, – ти бәхетле атай, ул осорҙо иҫкә алып.
Ришат Шәкир улы балаларының һәр береһенә юғары белем бирә алыуҙары менән ғорурлана. Илдар, үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, медицина өлкәһендә абруй ҡаҙанған. Кәләше Альвина менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Азалия уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Йонос урта мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй, дәрестәр ҙә алып бара. Тормош иптәше Айнур менән ата-әсәһенә ике ейәнсәр, бер ейән һөйөү бәхетен бүләк иткәндәр. Ринат – Мәсетле районы хакимиәтендә граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес. Ҡатыны Наҙгөл менән бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләйҙәр. Физәлиә иһә бухгалтер һөнәрен һайлаған. Ул кейәүгә хәрби кешегә сыҡҡан. Вильнур контракт менән Новороссийск ҡалаһында хеҙмәт итә, ғаиләһен дә үҙенең янына алған. Ике бала үҫтерәләр. Линар Башҡорт дәүләт педагогия университетында магистратурала уҡып йөрөй.
– Кинйәбеҙ ҙә башлы-күҙле булырға тора. Буласаҡ киленебеҙҙе алып ҡайтып күрһәтте. Бик матур ҡыҙ бала, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
Ғаилә ҡото ҡатындан бит ул, балаларҙың әсәһенән, ти ул, дүрт тиҫтә йылға яҡын донъя йөгөн бергә тартҡан хәләл ефетенә оло ихтирам белдереп. Тайыш ауылы һылыуы Кәүсәриә Әбһәм ҡыҙы менән 1985 йылда өйләнешәләр. Мәктәптә бер класта уҡыған йәштәр, тормош һуҡмағынан да аңлашып, бер-береһенә терәк булып, иңгә-иң терәшеп атлайҙар. Ҡыҙҙары Азалия менән улдары Ринаттың яндарында, Айып ауылында, нигеҙ ҡороуы – атай-әсәй өсөн оло һөйөнөс. «Ейән-ейәнсәрҙәреңдең күҙ алдыңда буй еткереүенә, уларҙың бәләкәс һәм ҙур ҡаҙаныштарына ҡыуанып, балаларың менән аралашып, ярҙамлашып йәшәүгә ни етһен инде?!» – геройыбыҙҙың был фекере менән килешмәү мөмкин түгел.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Уңған атай
Уңған атай
Уңған атай
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: