Алдымда беҙҙең быуынға тура килгән замандың ыжғыр елдәре барған юлынан алып ташлай алмаған, ныҡышмалы маҡсатына ынтылған һәм уға өлгәшкән ир-уҙаман ултыра. Иң башта уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: ниндәй генә уңыштар ҡаҙанһа ла, тәү сиратта ул – ҡурайсы. Былтыр журналыбыҙҙың 7-се һанында донъя күргән Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың «Һинең тыуған көн» хикәйәһенә инеп киткән ике геройҙың береһе, мәшһүр Ғата Сөләймәновтың уҡыусыһы икәнен дә әйтеп китеү урынлы булыр.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Әхиәт Ғиниәт улы хеҙмәт юлын тыуған районында башлай, профессиональ йәһәттән үҫешә. Музыка мәктәбендә уҡытыу менән бер рәттән данлыҡлы «Ирәндек» бейеү ансамблендә музыкаль оҙатыусы булып эшләй. Коллектив менән Кремлдең Съездар һарайында, Ҡыҙыл майҙанда, Италияла, Бельгияла сығыш яһай, башҡорт моңон алыҫ тарафтарға, сит илдәргә алып барып еткерә.
1997 йылда Сибайҙа Өфө сәнғәт училищеһының филиалы асыла. Директор Камил Вәлиев Әхиәт Ғиниәт улын урынбаҫары вазифаһына саҡыра. Шулай итеп, геройыбыҙ бөгөн сәнғәт күгендә танылған бик күп сәхнә оҫталары үҫтергән уҡыу йортоноң башланғысында торған кешеләрҙең береһе булараҡ та ҙур баһаға лайыҡ.
Өфөлә ике йыл Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры труппаһы менән етәкселек итә. Артабанғы яҙмышы Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбе менән бәйле.
Затон биҫтәһенең Пожарский урамында урынлашҡан 9-сы музыка мәктәбенең (ул осорҙа белем биреү учреждениеһы шулай атала) ике ҡатлы ағас бинаһы сиккә етеп туҙған һәм авария хәленә еткән була. Коллектив менән таныштырырға килгән Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре: «Һеҙ ныҡлап уйланығыҙмы? Ошо хәлдәге мәктәптә ысынлап эшләргә ниәтегеҙме? Мин ҡурҡыр инем», – ти.
Был һөйләшеүҙән 16 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бөгөн баш ҡалабыҙҙың иң алдынғылар рәтенә ингән сәнғәт мәктәбе яңы бинала урынлашҡан, балалар ҡулай шарттарҙа, затлы музыка ҡоралдарында шөғөлләнә, уҡытыу заман талаптарына ярашлы алып барыла. Ана-бына ябылам тип торған мәктәпте шундай юғары кимәлгә күтәреү еңел булмай, әлбиттә. Ҡул һелтәп, ағым ҡайҙа булһа ла алып барып сығарыр әле, тигән уй директорҙың башына инеп тә сыҡмай. Ир намыҫы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу теләге уны алға әйҙәй. Үтәнән-үтә ел һуғып торған, түбәһенән һыу аҡҡан бинаны бер ай эсендә яңы уҡыу йылына тейешенсә әҙерләүгә өлгәшәләр. Тәүге көндән үк етәксе үҙ янына һәләтле, эш тип янған команда туплай башлай. 2008 йылда мәктәпкә билдәле ҡурайсы һәм арҙаҡлы остаз Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелә, шул йылдан алып уҡытыу программаһына башҡорт милли инструменттары буйынса дәрестәр индерелә. Заһир Шәғәрғазин етәкләгән «Тамъян» башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле бөгөн халыҡ оркестрына, мәктәптең ғорурлығына әйләнде.
Мәктәп 2016 йылда ябылыу ҡурҡынысы алдына килеп баҫа. Яңы талап буйынса, санитар нормаларға тап килмәгән белем биреү учреждениеларының эше туҡтатыла, тигән ҡәтғи талап үҙ көсөнә инә. Авария хәлендәге бинала урынлашҡан белем усағы йылдың-йылы лицензия ала алмаһа ла, уҡытыуҙы туҡтатмай. Күҙәтеү органдары киҫәтеү менән генә сикләнә килә. Бынан ары бындай «күҙ йомоу» булмаясаҡ. Хәҙер ни ҡылырға? Ҡала бер нисә бина тәҡдим итә, тик уларҙың береһе лә, ин дә ҡанат йәйеп эшлә, тигән талапҡа яуап бирмәй. Майҙанын, ҡулай урынлашыуын иҫәпкә алып, элекке химчистка бинаһын һайлайҙар. Үҙгәртеп ҡороу һәм төҙөлөш эштәре июль уртаһында башлана. Әхиәт Ғиниәт улы проектты үҙ ҡулдары менән һыҙа, көнө-төнө объекттан ҡайтмай. 2016 йылдың 1 октябрендә мәктәптең яңы бинаһын асыу тантанаһы була. Тик мәшәҡәттәр бының менән генә бөтмәй әле, сөнки яңы йылға тиклем документтар хәстәрләргә һәм уларҙы тейешле тәртиптә теркәтергә кәрәк. Бының ни тиклем ауыр икәнен, кем төрлө рөхсәт ҡағыҙҙары биргән инстанциялар буйлап үҙе йөрөгән, шул ғына белә. 18 декабрҙә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбе лицензия алыуға өлгәшә. Шулай итеп, 50 йыл тарихы булған балалар учреждениеһын ябылыуҙан ҡотҡарып алып ҡалалар. Ә инде 2018 йылдың авгусында Затон биҫтәһенең Чкалов һәм Союз урамдары киҫелешендә сәнғәт мәктәбенең заманса бинаһы нигеҙенә тәүге таш һалыу һәм 2020 йылдың 3 мартында уны тантаналы асыу булдыҡлы директор етәкләгән коллективтың сираттағы ҙур еңеүе була.
Кешенең яҙмышы, артылаһы үрҙәре ҡасан һәм кем тарафынан билдәләнә, һалына һуң?
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.