+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
24 Ноябрь 2023, 14:21

Илһөйәрлек ҡөҙрәте

Маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы, илһөйәр һәм эшһөйәр ир-егеттәребеҙ бөгөнгөбөҙҙө – ышаныслы, киләсәгебеҙҙе өмөтлө һәм мәғәнәле итә. Мәләүез ҡалаһында үҙ биз­несын ойоштороп, яҡташтарын хеҙмәт урыны һәм эш хаҡы менән тәьмин иткән, тыуған төйәге өсөн йөрәге һыҙлаған һәм етди ғәмәлдәре менән быны иҫбатлаған изге йөрәкле эшҡыуар Салауат Кинйәбулатов – тап шундай көслө рухлы уҙамандарыбыҙҙың береһе.

Илһөйәрлек ҡөҙрәте
Илһөйәрлек ҡөҙрәте

Намыҫлы кеше ул Салауат Хәлил улы, шуға ниәте лә халыҡ, киләсәк быуын мәнфәғәтен хәстәрләүгә бәйле: эшкә күберәк йәштәрҙе йәлеп итеп, уларға һәйбәт хеҙмәт хаҡы түләү, кәңәштәре, йылы һүҙе менән дә дәртләндереп ебәреү, насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалау кеүек ғәмәлдәрҙе лә үҙенең төп бурысы итеп алған. Ул үҙе һәм кешеләргә күрһәткән ярҙамы хаҡында белдерергә яратмай, күберәк күңелен борсоған эшһеҙлек, эскелек мәсьәләләрен күтәрә. Матур тормош артынан ҡыуып, кредиттар йыйған һәм бурысын түләй алмай ҡыйынлыҡтарға тарығандар хаҡында ла йөрәкһеп һөйләй уҙаман. Шуға яҡташтарына төрлөсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, әҙ генә түҙеп, бәхет өсөн көрәшергә саҡыра. Ҡараңғы төндән һуң да яҡтырып ҡояш сыға, ти ул. Сөнки эшҡыуар был йәшәйеш асылын үҙ тормош тәжрибәһендә һынаған.
Күгәрсен районының һоҡланғыс тәбиғәтле Аҙнағол ауылында Мәрйәм Хөснулла ҡыҙы менән Хәлил Нәби улы Кинйәбулатовтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала булып донъяға килә Салауат. Төпсөктәре тыуғанда әсәһенә 46 йәш була. Заманында Бөйөк Ватан һуғышында тәрән йәрәхәтләнгән, контузияланған аталарын, был кеше булмаҫ инде, тыуған ерендә ерләрһегеҙ, тип, поездан күтәреп төшөрөп, ауылға кәритәгә һалып алып ҡайталар. Шулай ҙа тыуған ер һауаһы килешәме, туғандарының хәстәреме – йәш егет тиҙ арала аяҡҡа баҫа һәм колхозда оҙаҡ йылдар ферма мөдире, бригадир булып лайыҡлы хеҙмәт итә. Матур ғаилә ҡороп, 11 балаға атай булыу бәхетен татый ветеран. «Талапсан, яуаплы холоҡло атайымдың кисен дә китап-журналдар уҡып, ҡағыҙҙар тикшереп ултырғаны хәтеремдә ҡалған. Ә әсәйем аш-һыуға оҫта ине, ишектән ингән кешене сәй эсермәйенсә сығарманы, яғымлы, киң күңелле, сабыр холҡо менән ул барыбыҙ өсөн матур өлгө булды. Көн аша мейестә күпертеп алты икмәк һала, уның араһында өйөп бешерелгән көлсәләр, татлы бәлештәр – тәмдәре әле булһа тел осонда», – ти Салауат Хәлил улы, бала сағын иҫләп.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кесе улдарына атай һөйөүенә, ҡурсыуына сорналып, уның ышаныслы таянысын тойоп үҫеү мөмкинлеге насип булмай...

...Илдә киҫкен үҙгәрештәр барған, күптәр баҙап ҡалған ауыр осорҙа тырыш ир эшҡыуарлыҡта үҙенең тәүге аҙымдарын яһап ҡарарға йөрьәт итә. Мәләүездә һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында «Карандаш» сауҙа нөктәләрен аса. Тәүге йылдары тауар эҙләп, Мәскәү, Силәбе, Екатеринбург, Һамар ҡалаларын йыш тапай.
«Әле интернет аша ла бизнесты ҡорорға мөмкин, сауҙа нескәлегенә төшөндөргән уҡыуҙар, семинарҙар үтә, ә ул йылдарҙа тик үҙ аҡылыбыҙға һәм көсөбөҙгә генә таяндыҡ. Шуға үҙ хаталарыбыҙға абына-абына эшкә өйрәндек», – ти эшҡыуар. 

...Салауат Хәлил улы – Мәләүез ҡалаһында Марат Аҙнағолов етәкселек иткән «Яугир» ойошмаһының да әүҙем ағзаһы. «Яугир»ҙәр йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү, милли спортҡа, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә һөҙөмтәле эш башҡара. Үҙҙәре ҡуртымға алған бинала шашка, милли көрәш, ҡурай түңәрәге асҡандар, шулай уҡ тренажер залы һәм массаж кабинеты бар. Ялға ҡайтҡан яугир яҡташтары ла һаулығын нығыта бында. Быйыл махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса республика турниры ойошторғандар.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Илһөйәрлек ҡөҙрәте
Илһөйәрлек ҡөҙрәте
Илһөйәрлек ҡөҙрәте
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: