+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
27 Сентябрь 2023, 10:18

Заман һулышын тойоп

Күп балалы ғаилә башлығы, уҡытыусы, фермер... Үҙ заманың, көнитмеш мөхитең менән килешеп, күңел ҡушҡанса йәшәү – һирәктәрҙең өлөшөнә төшкән көмөштөр. Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Ғәли Мәхмүтйән улы Абдуллиндың тормош сәхифәһен байҡап, ул – нәҡ шундай матур яҙмышлы уҙамандарҙың береһе, тигән һығымтаға киләһең.

Заман һулышын тойоп
Заман һулышын тойоп

«Затың кем?» – тип һорағандар борон кешенән иң элек. Абдуллиндарҙы Йылайыр тарафтарында белмәгәндәр һирәктер. Мәхмүтйән Мөхәммәт улы «Юлдыбай» совхозында 40 йыл директор урынбаҫары булып эшләй, ә Ғәлиә Йәһүҙә ҡыҙы мәктәптә биология һәм химия фәндәренән уҡыта. Фиҙакәр хеҙмәт, кешелеклек, ябайлыҡ менән ауылдаштары, райондаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған ошо ғаиләлә 1977 йылда дүртенсе бала булып донъяға тыуа геройыбыҙ. Бәләкәй саҡтары һуғыш йылдарына тура килеп, үҙ тырышлыҡтары менән юғары белем алған атай-әсәйе маҡталып эшләй, дәүләт наградаларына, юғары исемдәргә лайыҡ була.
Ғәли атаһының юлынан китә – ауыл хужалығы университетының зоотехния факультетына уҡырға инә. Дипломлы белгес Ҡуянтау ауылын­дағы Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығында хеҙмәт юлын башлай. Яңы дәүергә аяҡ баҫҡан осор була ул. Быуаттар ғына алышынмай, ә дәүләттең ижтимағи-сәйәси, иҡти­сади нигеҙҙәре яңыса ҡорола, кешеләрҙең йәшәү рәүеше киҫкен үҙгәрештәр кисерә. Дөйөм хужа­лыҡтар көрсөк упҡыны алдына килеп баҫа, халыҡ яңы шарттарҙа үҙ урынын таба алмай ҡаңғыра, етешһеҙ тормоштан йонсой. Йәшлек дәрте менән эш башлаған Ғәли 2006 йылда ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була.
Буласаҡ хәләл ефете Зиләне егет тыуған ауылына ялға ҡайтҡанда клубта осрата тәүләп. «Ауылға ҡунаҡҡа килгән сибәркәйҙе дискотекала күреп, шунда уҡ оҡшаттым», – ти ул.
– Беҙҙең ғаиләбеҙ 2001 йылдың йәмле июль айында барлыҡҡа килде. Ғәли мине үҙенең итәғәтле, тәрбиәле, иғтибарлы булыуы менән арбаны. Һәр һүҙен уйлап ҡына әйткән, сабырлы ғына кеше ул, – тип дауам итә ғаилә тарихына ҡағылышлы арта­банғы ваҡиғалар һәм тормош иптәше тураһында Зилә Рәфҡәт ҡыҙы.
Ғаиләгә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы Шайморат улдары, Наҙгөл ҡыҙҙары тыуа, ә 2011 йылда кинйәкәйҙәре Мораҙым донъяға ауаз һала. Әлеге көндә өлкәндәре Өфө фән һәм технология университетының Сибай филиалында уҡый, шул уҡ ваҡытта эшләп тә йөрөй. Наҙгөл – Башҡорт дәүләт медицина университетының 3-сө курсында, Мораҙым 6-сы класта белем ала.
Ғәли Мәхмүтйән улын Юлдыбай мәктәбенә умартасылыҡ буйынса дәрестәр бирергә саҡыралар. Шулай итеп, ул уҡытыусылар сафына баҫа, ҡатыны менән бер коллективта эшләп алып китә. Артабан технология һәм география дәрестәрен ышанып тапшыралар уға. Мәктәп тормошон үҙ итеп өлгөргән белгес, педагогика серҙәренә нығыраҡ төшөнөү, уҡытыу методикаһын тәрәндән өйрәнеү маҡсатында ситтән тороп икенсе юғары белем ала. Һәм, әлбиттә, балаларҙы уҡытыу эшендә ярайһы уңыштарға өлгәшә. Уҡыусылары, төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарында уның фәндәре буйынса һынауҙарҙы юғары баһаларға бирәләр. 2019 йылда, республикала беренселәрҙән булып, мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» белем үҙәге асыла, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, шашка буйынса заманса йыһазландырылған бүлмә булдырыла. Ғәли Мәхмүтйән улы мөдир булған был кабинетта дәрестәр уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн ҙур файҙа менән үтә.
Геройыбыҙға дәрт-дарман биреүсе, уны яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәүсе, әлбиттә, һәр ваҡыт янында булған гүзәл зат – хәләл ефете Зилә Рәфҡәт ҡыҙы.
Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән артист булырға хыяллана. Тик ата-әсәһе уның был ынтылышын өнәп етмәй. Шуға Зилә, 9-сы класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжына уҡырға инә.
– Ауылға концерт менән килгән артистарҙы элек өй буйлап фатирға төшөрә торғандар ине. Мине уйлаптыр, сәхнәләрҙе яуларға хыялланған Зиләнең күңеле булһын, тиептер инде, әсәйем һәр ваҡыт өйөбөҙгә артистар алды. Төрлө тәмлекәстәр бешереп, уларҙы һыйлайбыҙ, мунсаһын да яғабыҙ. Ҡалай әсәйем йыбан­маған, тип аптырайым хәҙер, – ти, бала саҡ йылдары хәтирәләренә бирелеп, әңгәмәсем.
Ғүмер буйы колхозда йөк машиналары йөрөткән Рәфҡәт Яхъя улы, балалар баҡсаһында, аҙаҡ мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән Мөнирә Шәрифулла ҡыҙы өс балаһын хеҙмәт менән тәрбиәләй, үҙҙәре шикелле эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә. «Үҙ бурыстарына һәр ваҡыт етди ҡараған, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтан ҡурҡмаған, кешеләргә изге кәңәшен бирергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған атайымды гел иң яуаплы рейстарға сығарырҙар ине. Әсәйем, ысынлап та, аш-һыуға оҫта – бешергән аштары, икмәк-күмәстәре, тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ. Улар беҙҙе яратып, тормоштоң әсе елдәренән ҡурсалап ҡына үҫтерҙе. Бала сағыбыҙ шул тиклем бәхетле үтте», – тип, ҡәҙерлелә­ренә рәхмәтен еткерә Зилә Рәфҡәт ҡыҙы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Заман һулышын тойоп
Заман һулышын тойоп
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: