+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
27 Август 2023, 11:15

Шәжәрә асҡан юл

Ошоға тиклем журналда донъя күргән мәҡәләләрем геройҙары башлыса улдар тәрбиәләгән атайҙар ине. Махсус рәүештә һайлап алманым уларҙы, шулай тура килде. Әле икенсе осраҡ. «Өс ҡыҙға атай булыуы нисек ул?» – тигән һорауыма Марсель Мөрит улы: «Ҡыйын да, ҡыҙыҡ та», – тип яуап бирҙе.

Шәжәрә асҡан юл
Шәжәрә асҡан юл

Яуаплы, маҡсатлы кеше булараҡ беләм мин уны. Тарих фәндәре кандидаты Марсель Мөрит улы Маннапов үткән дәүерҙәрҙе өйрәнгән фән менән мәктәп йылдарынан уҡ мауыға. 6-7-се кластарҙа ингән «Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте» дәресенән реферат эше темаһын һайлағанда, ул үҙ ғаиләһе шәжәрәһен барларға ҡарар итә. Ошо ынтылышы ғүмерлек һөнәрен табыуҙа тәүге аҙымы икәнен малай әле белмәй, әлбиттә. Бәлки, был темаға өҫтөнлөк биреүендә ҡартатаһы Хәйрулла Хәйбулла улы Исхаҡовтың йоғонтоһо ла булғандыр. Сөнки унан – әүҙем йәмәғәтсе, «Агитатор блокноты» журналының даими авторынан – Марсель төбәк тарихы, ғаилә тамырҙары тураһында йыш ишетә.
Исхаҡовтар шәжәрәһе әсәһе Шәрғиә Хәйрулла ҡыҙы яғынан Һамар башҡорттарына барып тоташа. Билдәле булыуынса, Һамар башҡорттары революциянан һәм Граждандар һуғышынан һуң, үткән быуаттың тәүге сирегендә, күпләп Башҡортостанға күсенә. 1928 йылда төбәктең Оло Чернигов районы (ул осорҙа Пугачев өйәҙе Имәләй волосы) Хәсән ауылы халҡы ла урындарынан ҡуҙғала. Улар араһында Исхаҡовтар ҙа була. Күсенеүселәрҙең нәҡ ошо төркөмө Баймаҡ районында Үҙән ауылына нигеҙ һала.
«Ни өсөн күсенгәндәр? Нисек күсенгәндәр? Кемдәрҙең тамырҙары ул алыҫ тарафтарға барып тоташа?» – асылып бөтмәгән ни тиклем сер... Материал йыйғанда йәш крайҙы өйрәнеүсе ишеткән риүәйәттәрҙә һәм ҡағыҙға теркәлгән тарихта бик күп ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт күрә һәм хәҡиҡәттең төбөнә төшөр өсөн тағы ла ныҡышмалыраҡ эҙләнә. «Йылайыр» совхозының үҙәк ремонт мастерскойында эшләгәндә, ауыл хужалығы техникумында, БДУ-ның Сибай институтында уҡығанда башлаған эшен дауам итә, ғилми алымдар ҡулланып, уны теүәл бер системаға һала. Тапҡан барлыҡ мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәй, сығанаҡтар реестрын төҙөй. Нимәһе ҡыҙыҡ, ошо реестры, йәғни тарих менән мауығыуы, геройыбыҙҙың яҙмышында тағы бер мөһим роль уйнай – буласаҡ хәләл ефете менән тәүге осрашыу сәбәпсеһе була. Тарих фәнен эстәгән ике студент Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында таныша. Хәйбулла һылыуы Гөлзаданы Марсель туплаған материалдар сығанағы ҡыҙыҡһындыра. Был тәүге күрешеү генә була, ә аҙағы никах тантанаһына барып тоташҡан яҡындан аралашыу Өфөлә башлана.
– Ғаилә шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына башлауымдың тәүге көндәренән өлкәндәр яғынан аңлау һәм ярҙам таптым. Күрше Яңғаҙы, Ҡарамалы, Байыш ауылдарына барып ҡайтыу өсөн мәктәбебеҙҙең элекке физкультура уҡытыусыһы Дамир ағай Сөләймәнов велосипед биреп торҙо, аҙаҡтан мотоцикл, хатта машина менән йөрөттөләр. Күршебеҙ Геннадий Гераскин йәлләмәй таҫмалы магнитофонын тотторҙо, – ти, яҡындарына, ауылдаштарына рәхмәтен белдереп, Марсель Мөрит улы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Шәжәрә асҡан юл
Шәжәрә асҡан юл
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: