+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
20 Апрель 2023, 16:06

Чемпиондар тәрбиәләгән атай

Өфөлә йәшәгән Хәмзиндар – республикабыҙҙа ҡылыс уйыны спорты ҡаҙаныштарына тос өлөш индергән ғаилә. Хәлил Ғәббәс улы менән Флорида Рифҡәт ҡыҙы фехтованиела юғары уңыштарға өлгәшкән, төрлө йылдарҙа Башҡортостан һәм Рәсәй данын яҡлаған ике ул тәрбиәләп үҫтергән.

Чемпиондар тәрбиәләгән атай
Чемпиондар тәрбиәләгән атай

Игеҙәк Асҡар менән Эрнстты ата-әсәһе спортҡа бәләкәйҙән ылыҡтыра. Баланың мауығыуы, алдына ҡуйған маҡсаты булырға тейеш, тигән ябай тәрбиә алымынан сығып шулай хәл итәләр. Тәүҙә малайҙарҙы хоккейға бирергә уйлайҙар. Боҙ майҙансығында барған ҡаты алыш, күҙҙәре алдында кескәй генә спорт­сының башы менән бортҡа барып бәрелеүе әсәнең күңелен һүрелтә. «Бигерәк аяуһыҙ уйын икән», – тип һығымталай ул. Иң элек хоккейға ынтылыуҙары юҡтан булмай. Ғаилә башлығы мәктәптә уҡыған саҡта спорттың ошо төрө менән мауыға, үҫмерҙәр командаһы составында «Алтын шайба» турнирҙарында әүҙем ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатын тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған егет икеләнеп ҡала хатта: ҡайһы юлдан китергә, музыканы һайлар­ғамы, әллә спорттымы? Бәлки, данлыҡлы йырсы, бер туған ағаһы Ғәли Хәмзин­дың йоғонтоһо булған­дыр, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә.
Таныштарының тәҡдиме буйынса Асҡар менән Эрнстты фехтование буйынса күнекмәләр мәктәбенә алып баралар. Тик бында ла ҡаршылыҡ килеп тыуа – тренер малайҙарҙы һынап ҡарай һәм, һәләттәре юҡ, беҙҙә тырышлыҡ менән генә алдырып булмай, ти, бушҡа йөрөйһөгөҙ маҙа­һыҙлап, тигән мәғәнәлә. Спорттың нимә икәнен яҡшы белгән Хәлил Ғәббәс улын был һүҙҙәр сәмләндерә генә. 19-сы махсуслаштырылған олимпия резервтары балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уларҙы ихлас ҡабул итәләр. Ольга Шагаева ҡулы аҫтында ҙур спортҡа юл алған игеҙәктәр менән артабан Мәскәүҙән килгән Александр Никишин шөғөлләнә башлай. Фехтование буйынса спорт мастерҙары Асҡар менән Эрнст Хәмзиндар күп тапҡыр Рәсәй кимәлендә үткән ярыш­тарҙа еңә, ил командаһы составына инәләр һәм Ватаныбыҙ намыҫын донъя кимәлендә яҡлайҙар. Эрнст – Рәсәй һәм Европа вице-чемпионы, Асҡар – Рәсәй чемпионы, Европа турнирҙа­рының күп тапҡырҙар призеры. Егеттәр икешәр юғары белем алған, бөгөнгө көндә тренерлыҡ менән шөғөлләнәләр. Асҡар (уны ата-әсәһе «өлкәнебеҙ» тип йөрөтә) Сочиҙа Илһам Мамедов исемендәге үҙәктә фехтование буйынса баш тренер булһа, Эрнст Ырымбурҙа эшләй, Фехтование буйынса өлкә федера­цияһы президенты итеп һайланған. Тәүгеләре өйләнгән. Кәләше Гөлназ – гимнастика буйынса спорт мастеры, Сочиҙа Алина Кабаеваның гимнастика үҙәгендә тренер...

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Чемпиондар тәрбиәләгән атай
Чемпиондар тәрбиәләгән атай
Чемпиондар тәрбиәләгән атай
Чемпиондар тәрбиәләгән атай
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: