+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
1 Март 2023, 11:57

Ғаиләһе – ауыл күрке

Ауылда һинең тормошоң башҡаларҙың күҙ алдында үтә. Шуға күрә үҙенә тәғәйен баһаны ла һәр кем башҡарған эштәренә, яҡын-тирәләгеләр менән нисек мөнәсәбәт ҡороуына, холоҡ-фиғеленә, тәрбиәһенә ҡарап ала. Белорет районы Мәхмүт ауылынан Сәлим Нурмөхәмәт улы Асҡаровты ауылдаштары иң элек өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ белә һәм ихтирам итә.

Ғаиләһе –  ауыл күрке
Ғаиләһе – ауыл күрке

Кешенең булмышын күп осраҡта һайлаған һөнәре билдәләй, тиҙәр. Мәҡәләнең башында уҡ Сәлим Нурмөхәмәт улы 34 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнауын, инде ун йыл тыуған ауылында мәктәп директоры вазифаһында эшләүен әйтеп үтергә кәрәктер. Ә уҡытыусы ауылда элек-электән ҙур абруйға эйә. «Мәктәп ябылһа, ауыл бөтә», – тип йыш ҡабатлар ине Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов. Ысынлап та, күп урында колхоз-совхоздар, урман кәсебе ойошмалары көрсөккә терәлгәс, мәктәптәр ауылда ижтимағи тормош үҙәге булып ҡалды. Тимәк, уҡытыусылар иңенә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ ятты.
Сәлим Нурмөхәмәт улы етәкләгән мәктәптә 45 бала уҡый, педагогтар һаны – 11. Урта белем биреү учреждениеһы тип иҫәпләнһә лә, быйылғы уҡыу йылына 9-сы синыфҡа балалар булмаған. Беренсе класҡа өс бала килгән.
– Ауыл ҡартая, йәштәр ситкә китә. Шулай ҙа киләһе уҡыу йылына тәүгә мәктәп ишеген асасаҡ алты баланы көтәбеҙ, – ти әңгәмәсем, киләсәккә өмөттөң бөтөнләй һүрелмәүенә ишара яһап.
Директорҙың тағы бер көйөнөсө – балаларҙың туған телен насар белеүе. Милләттең киләсәген билдәләгән был мәсьәләгә ата-әсәләр күп осраҡта үтә еңел мөнәсәбәттә, битарафлыҡ та юҡ түгел. Мәхмүттәр телевизорҙы «тәрилкә» аша ҡарай, ә унда Башҡортостан юлдаш каналы күрһәтмәй. Радио ла тотмай, үкенескә ҡаршы, матбуғат алдырыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Үҫеп килгән быуын шулай башҡорт теле мөхитенән, мәҙәниәтенән ситләтелә. «Ата-әсәләрҙе йыйғанда был мәсьәләне даими күтәрәбеҙ, тик аңлау таба алмайбыҙ», – тип әсенеп һөйләй Сәлим Нурмөхәмәт улы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Ғаиләһе –  ауыл күрке
Ғаиләһе – ауыл күрке
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: