+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
1 Февраль 2023, 12:07

Рәссам да, бейеүсе лә ул...

Был донъялыҡта һәр кемдең юлы үҙенсә. Уны яҙмышҡа бәйләп тә, башҡа төрлөсә лә аңлатырға мөмкиндер. Тик шуныһы: тәүәккәл таш ярыр, тиҙәр халыҡта. Замандашыбыҙ Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтовтың тормошо – быға асыҡ миҫал.

Рәссам да, бейеүсе лә ул...
Рәссам да, бейеүсе лә ул...

Юл ярып алға барыусы
Була бит шундай кешеләр – булмыштарындағы теүәллек, бөтөнлөк йөҙҙәрендә, тышҡы ҡиәфәттәрендә айырым-асыҡ сағыла һәм шунда уҡ ышаныс уята. Бындай осраҡта тәүге тәьҫораттар, ғәҙәттә, алдамай.
Ошо юлдарҙы яҙғанда мин Сафа Вафа улын күҙ уңында тотам. Тыныс холоҡло, донъяға оптимистик ҡарашлы, маҡсатлы ир уҙаманын яуаплы ғаилә башлығы, өлгөлө атай, уңған белгес һәм етәксе булараҡ беләм. Бына ун йыл инде ул Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын биләй. Үҙе, ғүмере тураһында йыл­майып һөйләгәндәрен тыңлайһың да, «ҡайһылай уға барыһы ла уңай ғына килеп торған, еңел генә бирелгән», тип уйлайһың.
Әлбиттә, ауылда тыуып үҫкән малайға тормошта барыһына ла үҙенә өлгәшергә, бының өсөн күп көс һалырға тура килә. Ғаиләлә баш бала булараҡ, яуаплылыҡты бәләкәйҙән үҙ өҫтөнә алып өйрәнә, әйҙәүсе, лидерлыҡ сифаттары ла нәҡ шул осорҙа формалаша. Сибай педагогия училищеһының беренсе курсында уҡығанда уҡ уны ком­сорг итеп һайлайҙар, художестволы үҙешмәкәр төркөмөндә әүҙем шөғөлләнгән егет үҙ аллы бейеү ансамбле ойоштора. Уны «Ирәндек» тип атайҙар. Бейеүҙән ул ғүмере буйы айырылмай. Уссурийск ҡалаһындағы хәрби часта армияла хеҙмәт иткән саҡта образға тулыһынса инеп, ҙур оҫталыҡ менән башҡарған «Һунарсы» бейеүен ҡараған Алыҫ Көнсығыш хәрби округының бейеү ансамбле етәксеһе егетте үҙенең коллективына алмаҡсы була. Тик часть командиры: «Ишмөхәмәтов үҙебеҙгә кәрәк. Документтарҙы уның кеүек оҫта тултырыусы беҙҙә башҡа юҡ!» – тип һалдатты ситкә ебәрергә ризалығын бирмәй. Шулай итеп, һүрәт төшөрөү, каллиграфик яҙыу маһирлығы ҙур сәхнәләрҙә бейеүенә юлды яба.
Әрме сафына Сафа Вафа улын педагогия институтының художество-графика факультетында уҡып йөрөгән саҡта алалар. Студент йылдарында уға төҙөлөш отряды менән ГДР-ҙа булырға тура килә. Унда ла етди һайлап алыу аша үтә ул. Башҡортостан йәштәре Галле ҡалаһында башҡорт халыҡ әкиәттәре стилендә парк төҙөй. Ҡуйылған тирмәләр ишектәре өҫтөнә Сафа Вафа улы һырлап ағастан ике бөркөт һыны эшләп ултырта. Күрәһең, улар ысын ҡоштарға шул тиклем оҡшаш була, урлап китәләр.
Институттан һуң хеҙмәт юлын геройыбыҙ Белорет районының Әзекәй ауылында башлай. Был ваҡытта ул Сибай училищеһында бер осорҙа уҡыған Динә Әхмәтйән ҡыҙы менән өйләнешкән була. Ошонда Артур, Динис улдары тыуа. Уҡытыусы, мәктәп директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, Калинин исемендәге колхоздың партком секретары булып хеҙмәт итә. 1991 йылда ғаиләһе менән Сибайға күсеп ҡайталар. Таусылар ҡалаһының икенсе һулыш кисергән сағы була ул. Яңы асылған Башҡортостан педагогия институтының Сибай филиалына эшкә төшә. Ассистент, методика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, декан урынбаҫары, педагогика практикаһы мөдире, уҡытыу бүлеге начальнигы баҫҡыстарын үтә. Ғилми совет секретары, профком рәйесе, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе була, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа башлай. Ул ваҡыттағы ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов яңы ойошторолған «Ирәндек» лицейын етәкләргә тәҡдим иткәс, баш тарта алмай. Ғилми эште ҡалдырырға тура килә уға.
Яңы урында Сафа Вафа улы үҙен ысын педагог булараҡ аса. Бөтә Рәсәйҙә билдәле новатор-мәғрифәтсе, академик М.П. Щетининдың предметҡа бер аҙнаға «сумыу» методикаһын тәрән үҙләштерә, бер нисә тапҡыр уҡытыуҙың яңы алымына нигеҙ һалыусының үҙе менән осраша. Лицей аяҡҡа баҫып киткәнсе уға төҙөүсе лә, финансист та булырға тура килә.
Юл ярыусы, башлаусы миссияһы, күрәһең, Сафа Вафа улының яҙмышына яҙылғандыр. 2003 йылда ул Сибай ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә яңы булдырылған «Таусылар» муниципаль берәмегенең хакимиәт башлығы һәм депутаттар Советы рәйесе итеп һайлана. Ә өс йылдан яңы асылған Халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәген етәкләй. 2007 йылда конкурс нигеҙендә Сибай почтамты начальнигы вазифаһын биләй. Һәм нәҡ шул осорҙа Сибай филиалына Йылайыр һәм Хәйбулла бүлексәләрен ҡушалар. 2011 йылда иһә уға, ул ваҡытта инде ҡала буйынса Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт идаралығы етәксеһенә, Баймаҡ ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары бүлексәләрен берләштереүҙе ойошторорға тура килә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллективты бер бөтөн итеп туплай, мөнәсәбәттәрҙе бер-береңә ышаныс нигеҙендә ҡора һәм шуның менән ота ла инде.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Рәссам да, бейеүсе лә ул...
Рәссам да, бейеүсе лә ул...
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: