Егерме бер йыл гел бергә
Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуып үҫкән Хәлит менән Хәмитте мин Баймаҡҡа уҡырға барғанға тиклем үк, ун йәштән алып, белә инем. Райондың иң ҙур хужалығы булған «Башҡорт» совхозы Һаҡмар йылғаһының күркәм урынында пионер лагеры асҡайны. 1972 йылда шунда бергә ял иттек. Бер иштән бөхтә итеп кейенгән, тәртипле фиғелле, ипле холоҡло, һәр саҡ бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер ике тиҫтерем башҡаларҙан айырылып торҙо. Быға тиклем игеҙәктәр күргәнем булмағас, иҫтә бигерәк ныҡ уйылып ҡалғайны улар.
Оҡшаш та, бөтөнләй башҡа һымаҡ та тойола ине беҙгә игеҙәк һабаҡташтарыбыҙ. Улар, урындарын алмашып ултырып, парталаш ҡыҙҙарҙы, уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе шаяртҡандары булды. Тик тиҙ фашланалар ине. Баяғы айырмалыҡ үҙенекен итте. Хәлит етдиерәк холоҡло, еңелерәк кәүҙәле булһа, Хәмит – шаян, эрерәк һөйәкле, төптән мыҡты. «Сибек булып тыуғас, әсәйем күберәк уға имеҙгән, шуға мине үтеп киткән», – ти торғайны һыңары, шаяртып, туғаны тураһында.
Уҡыған саҡтағы мәктәп тормошон Хәлит менән Хәмитһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел. Руссалап әйткәндә, улар «душа класса» булды. Төрлө саралар, уйындар уртаһында, ойоштороусылар рәтендә йөрөнө игеҙәктәр. 8 Мартта ҡыҙҙарҙы, уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе ҡотлау хәстәрен тулыһынса үҙ иңдәренә алырҙар: аҡса йыйырҙар, бүләк эҙләрҙәр, тантананы биҙәү өсөн музыка аппаратураһы (ул ваҡытта пластинка уйнатыу өсөн проигрыватель) табырҙар, Хәмит үҙе гармунда уйнап ебәрер ине. Малайҙар араһында һәр саҡ сыға торған урынлы һәм урынһыҙ низағтарҙы көйләп йөрөүселәр ҙә Хәлит менән Хәмит булды. Яратманы улар талаш-тартышты, кемделер бинахаҡҡа йәберләүҙәрен.
Мәктәп, һөнәрселек училищеһы, армия – егерме бер йәшкә тиклем игеҙәктәр гел бергә атлай тормош буйлап. Училищела спортта алдынғылыҡты бирмәйҙәр, армияла хәрби һәм сәйәси әҙерлек буйынса отличник исемен йөрөтәләр. Юлдары уларҙың 1983 йылда айырыла: Хәлит Силәбе ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, өгөтләп ҡараһа ла, Хәмит бармай. Аҙаҡтан ул, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында урта махсус белем алып, дипломлы белгес, техник-механик, булып китә.
Тормош үрҙәренә артылып
Хәлит, институтты тамамлап, 1989 йылда юғары белемле инженер-механик сифатында «Башҡорт» совхозына эшкә ҡайта. Бер йылдан уны хужалыҡтың баш инженеры итеп ҡуялар. Һәм шул мәлдән алып бөгөнгә тиклем уға тик Хәлит Вәлиша улы тип кенә өндәшәләр.
Йәш белгескә яуаплы вазифа йөгөн ауыл хужалығы тармағы кисергән иң ауыр осорҙа тартырға тура килә. Социалистик ҡоролоштоң планлы иҡтисады емерелгән, яңы техникаға, запас частарға, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ килеп тыуған мәлдә лә ерҙе һөрөргә, игенде сәсергә, уңышты йыйып алырға кәрәк. Тырышып эшләй баш инженер. Болғансыҡ замандан, урындан файҙаланып ҡалырға ынтылған кешеләрҙән айырмалы, выжданым таҙа, тип тура ҡарап әйтә ала ул хәҙер.
2005 йылда Хәлит Вәлиша улын Матрай ауылы хакимиәте башлығы итеп ҡуялар. Тағы ла тынғыһыҙыраҡ был вазифаға уны депутаттарҙың өс саҡырылышы рәттән һайлай. Артабан коммерция ойошмаларында, Йылайыр районы Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә директор булып эшләй, ә 2018 йылда Юл-ремонт хеҙмәте идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Яҡташтары, ышаныс белдереп, уға район Советы депутаты мандатын да тапшыра.
«Тәү күргәндән етәкләп алды ла, ебәрмәне лә ҡуйҙы», – ти Хәлит Вәлиша улының хәләл ефете Дилә Ришат ҡыҙы, алыҫ та, яҡын да һымаҡ тойолған 80-се йылдар аҙағы ваҡиғаларын иҫкә төшөрөп. Улар бер осорҙа Силәбелә уҡый, шунда танышалар. Баймаҡ районы Аҡморон ауылы ҡыҙы сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында китапханасыға уҡып йөрөгән була.
Динә ҡыҙҙары – юғары белемле иҡтисадсы, Өфөлә Рәсәй ауыл хужалығы банкыһында эшләй. Ансар улдары Мәскәүҙә уҡый, армияла хеҙмәт итеп ҡайта, хәҙер илебеҙҙең баш ҡалаһында сит ил компанияһында иҡтисад аналитигы.
Хәмит иһә туғаны белем эстәгәндә Йылайырҙа район ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһында «КамАЗ» йөк машинаһы водителе булып хеҙмәт юлын башлай. Өйләнеүҙе лә алданыраҡ хәл итә – 1986 йылда яҙмышын Баймаҡ районы Ярат ауылы һылыуы Мөнирә Сәмиғулла ҡыҙы менән бәйләй.
Оҙаҡламай Хәмит Вәлиша улы «Газ-сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мастер вазифаһына тәғәйенләнә, артабан, 1997 йылға тиклем, ойошманы етәкләй. 2001 – 2007 йылдарҙа коммуналь хужалыҡта йорттар идарасыһы була, күп йылдар Йылайыр махсус коррекция мәктәбендә директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары йөгөн тарта. Тормошҡа оптимист ҡарашлы, йор һүҙле алсаҡ һабаҡташым кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба, эшләгән коллективтарында абруй ҡаҙана, күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Өлкән улдары Рифат килендәре Гөлнур менән Сибай ҡалаһында йәшәй, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Кеселәре Искәндәр – Өфө авиация техник университеты студенты, әүҙем спортсы. Ғаилә, күңел һалып, үҙҙәре төҙөп сыҡҡан, яратып ултыртҡан ҡарағайҙар, балан, сейә, алма ағастары йәшеллегенә күмелеп ултырған йортта йәшәй.
Геройҙарым ошо көндәрҙә, алтмышты ашаҡлап, етенсе тиҫтәне ваҡлай башлай инде. Ә минең өсөн улар һаман да – шаян, итәғәтле, дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән малайҙар.
Игеҙәктәргә баштан уҡ айырым ҡараш булырға тейеш, уларҙы төрлөсә кейендерергә, бер-береһенә оҡшамаған исем ҡушырға кәрәк, кире осраҡта шәхсәнлеген юғалталар, тигән фекер әйтә белгестәр. Бының менән килешергә лә, килешмәҫкә лә мөмкин. Һабаҡташтарым Хәлит менән Хәмит Исҡужиндар миҫалында мин һәр ҡайһыһы тормошон үҙенә башҡа һәм уңышлы ҡорған ике күркәм замандашымды күрәм.
Йылайыр районы.