+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
2 Октябрь 2020, 14:40

Айрат Абушахманов: «Театр «тере» булырға тейеш...»

Ни өсөн ижад кешеләре менән аралашыуы еңел түгел? Сөнки уларҙың тормошҡа ҡарашы, фекерҙәре һәм идеялары ҡалыплашҡан сиктәрҙән алыҫ тора. Ижад кешеһе, тимәк, ул – уйланыусы, борсолоусы, нимәлер эҙләүсе, уйлап табыусы, яңылыҡ индереүсе.Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың Дамир Сиразиев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов – журналдың сентябрь һаны ҡунағы. Ижад донъяһында киң билдәле фамилия йөрөтөүсе режиссер, күренекле династияны дауам итеүсе лә ул.

– Айрат Әхтәм улы, донъя үҙгәрә, уның менән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ, тормоштағы ғәҙәти әйберҙәр күҙ алдында юҡҡа сыға. Йәшәү, аралашыу социаль селтәрҙәргә күсә. Театрҙың да беҙгә сәхнәнән түгел, ә экран аша килеүе ихтималмы?
– Юҡ, килешмәйем. Театр «тере» булырға тейеш. Әле ул мәжбүри генә социаль селтәрҙәргә күсте. «Тере» спектакль менән экран спектакле араһында айырма ҙур. Тамашасы менән туранан-тура аралашыуҙы бер нәмә лә алыштыра алмай. Һис һүҙһеҙ, театр яңылыҡты ҡабул итергә, яңы алымдарҙы үҙенә һыйҙырырға тейеш. Һыйҙырмай икән, ул артта ҡалған тип иҫәпләнәсәк. Хәҙер спектаклдәрҙә видео-контент, титрҙар, документаль фильм, техник эффект алымдары ла бар. Был – тәбиғи күренеш.
– Әле генә барыбыҙ ҙа, үҙҡурсаланыу, ситтән тороп эшләү, тигән мәлде үттек. Һеҙ быны нисек кисерҙегеҙ?
– Ниһайәт, өйҙә булырға, яҡындарым, ғаиләм менән аралашырға, тәбиғәткә сығырға мөмкинлек тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡиммәттәрҙе ҡайтанан баһаланым: «Ҡайҙа йүгерәһең, ни эшләйһең, ошо эштәр бик кәрәкме һиңә?» – тигәнерәк һорауҙар тыуҙы. Яңы әҫәрҙәр, спектаклдәр хаҡында ла уйланыуҙар булды, әлбиттә. Хәҙер формаға инәбеҙ, эшкә тотонабыҙ яйлап.
– Ижади багажығыҙ ҙур. Элекке сәхнә әҫәрҙәренә лә кире әйләнеп ҡайтаһығыҙ. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ҡара йөҙҙәр», «Ҡоҙаса» спектаклдәрен әйтәм. Тамашасы сағыштырып баһа бирер, тип ҡурҡмайһығыҙмы?
– Шекспирҙы нисә тапҡыр ҡуйғандар, тип уйлайһығыҙ? Башҡорт классик әҫәрҙәрен ҡуймаҫҡа, тигән тыйыу юҡ бит. Һәр хәлдә, мин уларҙы беренсе тапҡыр ҡуйҙым.
– «Зөләйха күҙҙәрен аса» фильмы күптәргә оҡшаманы. Ләкин театр донъяһында уны беренсе булып башҡорт режиссеры ҡуйҙы. Ул Рәсәй театрҙарында уңыш ҡаҙанды, күп кенә фестивалдәрҙә был сәхнә әҫәрен күрергә теләйҙәр. Ундай ғына героиняларҙы башҡорт классиктары – Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваларҙың әҫәрҙәрендә лә табып булмай инеме?
– Кино өсөн яуап бирә алмайым. Ә театрға килгәндә, мин ҡайһы бер пьесаны уҡый башлайым да, ун биттән һуң уны ҡуясағымды беләм. Бында ла шулай булды. Эйе, башҡорт классиктарының әҫәрҙәре лә иғтибарға лайыҡ, ләкин Гүзәл Яхина Һәҙиә Дәүләтшинанан нимәһе менән айырыла? Әҫәрҙе бик күп илдәрҙә беләләр, ул Европаның 25 теленә тәржемә ителгән. Уны Ҡытайҙа, Германияла, Италияла уҡыйҙар. Миңә шул илдәрҙә йәшәгән таныштарым яҙа был турала. Беләһегеҙме, беҙҙең спектаклгә билетты ике аҙна алдан алалар. Ситтән такси яллап киләләр. Санкт-Петербургтың 800 урынлыҡ Товстоногов театрында ул ике көн аншлаг менән барҙы. Тамашасылар ике көн баҫып ҡараны. Мәскәүҙә алыпһатарҙарҙа билет хаҡы 10 меңгә барып баҫты. Ул спектакль менән беҙҙе төрлө фестивалдәргә саҡыралар. Унда 50 актер уйнай. Ҡайҙалыр йөрөү сығымлы. Ләкин ойоштороусылар башҡорт театрының шул спектаклен фестиваль сәхнәһендә күреү, сараның мәртәбәһен, дәрәжәһен күтәреү өсөн генә лә барлыҡ сығымдарҙы үҙҙәре ҡаплай. Был уңыш түгелме?
– Был – башҡорт театрының уңышы, тиһегеҙ, тимәк?
– Һис һүҙһеҙ. Һуңғы йылдарҙа башҡорт театрын тәнҡитселәр ҙә милли театрҙар араһында бер башҡа юғары ҡуя. Электән Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге, Яҡутстан, Башҡортостан театрҙары көслө. «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән тағы бер аҙым алға атланыҡ, беҙ хәҙер рейтинг буйынса Мәскәү, Петербург театрҙары менән бер ҡатарҙа торабыҙ.
– «Гөлбостан» спектакле хаҡында ла яңыраҡ фекерҙәр уҡығайным. Һеҙ унда, бөгөнгө заманда кем ул башҡорт, уны ниндәй проблемалар борсой, тигән һорауҙар күтәрәһегеҙ. Бөгөн беҙ милләттең тышҡы атрибуттары менән генә маһайырға яратабыҙ, ә етди милли һорауҙар менән тәрән шөғөлләнмәйбеҙ. Хатта Ҡуштау тирәһендәге ерле проблемаларҙы уйлағанда, һеҙҙе, күрәҙәсе, тип әйтергә мөмкин.
– Эйе, спектаклдәге түрә, урындағы комбинат хужаһы, ерле халыҡҡа, бейегеҙ, милли йырҙар йырлағыҙ, йолаларҙы һаҡлағыҙ, милли костюмдар байрамын үткәрегеҙ, ләкин сәйәсәткә, иҡтисадҡа тығылмағыҙ, ер аҫтындағы байлыҡтарға ла ҡыҫылмағыҙ, ти. Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһына нигеҙләнеп эшләнек беҙ уны. Үткән быуаттағы ваҡиғаларҙы беҙ бөгөнгө көнгә түгел, ә киләсәккә күсерҙек. Ҡадир Даяндың әҫәрендә лә байҙар ер талай, ә ярлылар ыҙа сигә. Беҙ ундағы Күсәрбай байҙы бөгөнгө көндөң комбинат хужаһы итеп ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ кешеләр комбинаттағы ағыулы һауанан битлектәрҙә, махсус һаҡланыу сараларында йөрөй. Был спектакль коронавирус сире таралыуға тиклем күпкә алда сыҡты. Таңсулпанды Гөлбостан тип үҙгәрттек. Сөнки уны Башҡортостандың символы тип күрәбеҙ. Ошо Гөлбостанды бай талай, уны ике ҡатыны өҫтөнә кәләшлеккә алғыһы килә. Спектаклдә Гөлбостандың шундай һүҙҙәре бар: «Ошолай барһа, ер бөтәсәк. Сөнки кеше тәбиғәткә табынмай башланы һәм тәбиғәтте талау менән генә шөғөлләнә. Кеше аҡса аллаһына табына хәҙер. Тәбиғәт кешеһеҙ йәшәй ала, ләкин кеше унһыҙ йәшәй алмай».
Ысынлап та, беҙҙең йәшәйеш бөгөн тик тәбиғәттән алыу ғына, ә үҙебеҙ уға бер нәмә лә бирмәйбеҙ. Ҡулланыусылар булып көн итәбеҙ. Баҡһаң, Европала ошондай экология темаһына бихисап спектаклдәр бар, ә беҙҙә улар юҡ. Театр үҙенең тамашасыһын тәрбиәләргә тейеш.
– Айрат Әхтәм улы пластик спектакль ҡуя, тиҙәр. Ул ниндәй жанр?
– Рус классигы Николай Крашенинников XIX быуатта «Амелия» тигән әҫәр яҙа. Уның төп героиняһы башҡорт ҡыҙы. Ул етем бала Ырымбур ҡалаһында билдәле бер тол ҡатындың ғаиләһенә барып юлыға һәм шунда юғары тәрбиә ала. Ҡыҙыҡай француз, инглиз телдәрендә иркен һөйләшә, этикетты белә, балдарға йөрөй. Ул – Толстойҙың Наташа Ростоваһы, Анна Каренина һымаҡ бер героиня. Әйткәндәй, Николай Крашенинников Ырымбурҙа ятып башҡорттарҙы уйлап сығарып яҙған ижадсы түгел. Ул ошо яҡтарҙа, айырыуса Хәйбулла яҡтарында күп йөрөгән, халҡыбыҙҙың тормошон өйрәнгән, уны белгән яҙыусы булған. Героиня Европа кимәлендә тәрбиәләнгән ҡыҙ булһа ла, уның күңелендә рухы бар, уны гел Башҡортостан тарта. Спектакль һүҙһеҙ, башлыса хореография алымдарынан, йырҙан, хәрәкәттәрҙән тора. Унда, сит илдәрҙә ижад лабораторияһы үтеп, республикаға эшкә ҡайтҡан, бер-нисә тел белгән хореограф Алина Мостаеваны йәлеп иттек. Башҡорт артистарының да төрлө жанрҙарҙа уйнарлыҡ потенциалы ҙур. Ғөмүмән, яңылыҡ булырға тейеш. Сит илдәрҙә хатта драма менән циркты берләштергән спекталдәр бар. Шундай жанрҙа эшләгән режиссерҙың хеҙмәте менән танышмын.
Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романын уҡыйбыҙ. Был күләмле әҫәр, спектакль дә шулай буласаҡ. Хатта икегә бүлергә тип тә уйлайбыҙ. Был спектакль – тиҙ арала сығара торған сәхнә әҫәре түгел, уның өҫтөндә етди генә эшләргә тура киләсәк.
Беҙҙең ижади эш тик уңышҡа ғына ҡоролмаған. Юҡһа, үҙ-үҙеңә маһайып, үҫешкә юлды ябыуың ихтимал. Шул уҡ ваҡытта махсус премиялар өсөн дә эшләмәйбеҙ. Ул премиялар – шәхсән минең өсөн түгел, театрыбыҙ өсөн кәрәкле баһа.
– Рәхмәт, уңыштар һеҙгә.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: