Ике йыл буйына ғәжәп ҡатмарлы шарттарҙа Чехословакия партизандары менән Бескид тауҙарында, генерал Шернерҙың миллионлы армияһына, СС карателдәренә ҡаршы һуғышып, ошо илдең рәхмәтен алған Даян Фәтхелбаян улы. 1945 йылдың 2 майында ул етәкләгән Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы хәрәкәт итеүсе совет ғәскәрҙәре менән ҡушыла. 5 майҙа, Злин ҡалаһы азат ителгәс, яугирҙәр дәртле марш аҫтында ҡаланың үҙәк урамынан уҙа. Ә Мурзин иң алда килә! Ҡаланың иң һылыу ҡыҙҙары уларҙы сәскәләргә күмә. Өҫтәренә милли кейем, баштарына сәскәләрҙән үрелгән таждар бәйләгән сибәр ҡыҙҙар, яҡташыбыҙҙы уратып алып, чех йәштәре бейеүен башҡара. Шунда бер шаяны хатта: «Мурзин әфәнде, беҙҙә ҡалығыҙ! Беҙ һеҙгә иң матур, иң аҡыллы ҡыҙыбыҙҙы кәләш итеп бирербеҙ!» – тип ҡолағына шыбырҙай.
Парадтан һуң ҡаланың үҙәк майҙанында митинг хасил була. Ташып килгән шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән халыҡ Даян Мурзин хөрмәтенә тантаналы мөрәжәғәт ҡабул итә һәм, уның аҫтына үҙҙәренең ҡултамғаларын ҡуйып, совет командирына тапшыра.
«Ян Жижка исемендәге Беренсе Чехословакия партизандар бригадаһы командиры, азат итеүсе герой һәм Злин крайы һәм өлкәһе халыҡтары дуҫы майор Мурзинға.
Злин ҡалаһында һәм бөтә Валах крайында йәшәүсе халыҡтар һеҙҙең, Ян Жижка исемендәге Беренсе Чехословакия партизандар бригадаһының командиры булараҡ, немец армияһы тылында батырҙарса һуғышыуығыҙ тураһында яҡшы белә. Һеҙ етәкләгән бригада партизандарының кешеләрҙе таң ҡалдырырлыҡ ғәжәйеп батырлыҡтары беҙгә азатлыҡ, именлек һәм тыныс тормош алып килде. Беҙ тағы ла шуның менән бәхетлебеҙ: Злин ҡалаһының бик күп кешеләре 1944 – 1945 йылдарҙа һеҙ ойошторған партизандар бригадаһында хеҙмәт итте һәм һеҙҙең менән бергәләп Ватаныбыҙҙы фашистар ҡоллоғонан һаҡлап ҡалды. Беҙҙең крайҙы һәм илебеҙҙе азат итеүсе булараҡ, үҙебеҙҙең тоғролоҡ, туғанлыҡ, рәхмәт тойғоһо һәм ҡайнар мөхәббәтебеҙҙең билдәһе итеп, Злин ҡала Советы ҡаланың үҙәк майҙанын һеҙҙең исем менән атарға теләй. Беҙ һеҙҙе Чехословакияның Милли Геройы тип таныйбыҙ һәм быны тантаналы рәүештә иғлан итәбеҙ. Оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, Чехословакия халҡы исеменән тиңдәшһеҙ батырлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ һәм алтын хәрефтәр менән яҙылған көмөш ҡылыс бүләк итәбеҙ!
Хөрмәтле майор Мурзин әфәнде! Үҙегеҙҙең данлыҡлы һуғыш юлдарығыҙҙы, Валах крайын һәм беҙҙең ҡаланы онотмаһағыҙ ине, ә беҙ Һеҙҙе бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ!
Злин ҡалаһы Советы, 5 май,1945 йыл».
...Һуңынан ошо мөрәжәғәтнамәнең күсермәһен Даян Фәтхелбаян улы үҙе менән тыуған иленә алып ҡайта. Әммә тыуған тупрағына ул яңғыҙы баҫмай – янындағы кәләше менән ҡайта. Был хаҡта Д. Мурзин үҙенең берҙән-бер «Дошман тылындағы фронт» исемле китабында (2005): «Ҡатыным миңә күктән килеп төштө...» – тип яҙа. Алғараҡ китеп әйткәндә, һуғыш тамамланғандан һуң Даян Мурзин Надяһын етәкләп шунда уҡ Башҡортостанға ҡайтып китмәй. Кисәге разведчиктар ярты йылдан ашыу хәрби хеҙмәт эше менән бәйле Киевта була: унда үҙҙәренең партизанлыҡ эшмәкәрлегенә отчеттар яҙа, документтар эшләп архивҡа тапшыра. Шунан һуң ғына, өйләнешеп, Башҡортостанға, улдарын һағынып көткән Даяндың ата-әсәһе янына юлланалар.
Ысынлап та, тирә-яҡта һуғыш барғанда, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған землянкала йәшәгән, һатлыҡ йәндәрҙән ҡурҡып, һәр төн һайын урынын алмаштырырға мәжбүр булған, ҡоро-һары менән туҡланған, медицина ярҙамы күрмәгән, бетләгәнсе бер кейемдә йөрөгән, аслы-туҡлы көн күргән бригада командиры кәләше менән нисек танышҡан һуң?
Фотолар авторҙың шәхси коллекцияһынан алынды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2020) һанында уҡығыҙ.