+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ирҙәрҙең аҫылдары
12 Ноябрь 2019, 12:47

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү ҡөҙрәтенә һоҡланып

Йәшәү менән үлем араһындағы күҙгә күренмәҫ ебәк һымаҡ пәрҙә алдында ҡалып, шул минутта ғүмерҙең керпек ҡаҡҡандай ғына арауыҡ икәнлеген тойған гүзәл зат өсөн ул – фәрештә. «Бөтәһе лә һәйбәт булыр!» – тигән йомшаҡ, тыныс тауышы хәлһеҙләнгән күңелгә йән өрә лә яғымлы ҡарашы донъяны балҡытып, һүнергә торған өмөт утын дөрләтә», – был табипта дауаланыусылар шулай ти. Октябрь – түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы. Йыл һайын ошо айҙа Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиәкбәр улы Ғәлиевтың ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген ҡайғыртҡан сығыштары донъя күрһә, был юлы яҙмабыҙ – ғүмерен гүзәл зат һаулығы һағында тороуға арнаған табиптың үҙе хаҡында.

«Мин уларҙың йәшәү ҡөҙрәтенә, сикһеҙ сабырлығына таң ҡалам. Һәр береһенең яҙмышы ҡаһарманлыҡҡа тиң, китап яҙырлыҡ бер тарих», – тигәйне ул журна­лыбыҙға биргән бер интер­вьюһында яман шешкә ҡаршы көрәшеүсе ҡатын-ҡыҙҙар тураһында. Утыҙ ете йыл ошо бүлексәлә эшләү дәүерендә меңдәрсә ғүмерҙе әжәл тырнағынан йолоп ҡалған Марат Ғәлиәкбәр улының үҙ яҙмышын да, һис арттырыуһыҙ, фиҙакәрлек өлгөһө тип атарға мөмкин.
...Уның табип һөнәрен һайлауына Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡып йөрөүсе Рима апаһы йоғонто яһай. «Апайым имтихандарға өйгә ҡайтып әҙерләнә торғайны. Кирбес ҡалынлығындағы китаптарҙы баш күтәрмәй мауығып уҡыуын күреп, миндә лә медицина тигән ғәжәйеп серле фәнгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙы», – тип һөйләй ул. СССР тигән ҙур илебеҙҙең яңы ракеталар һынауы, космонавтарҙың йыһанға осоуы менән ғорурланып, «хәрби булам» тип йө­рөгән үҫмерҙең тормошо, шулай итеп, икенсе юл ала.
Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында урта мәктәпте тик бишлегә тамамлаған егет медицина институтында ла уңышлы уҡый. Хирургия буйынса интернатураны баш ҡалабыҙҙың 6-сы дауаханаһында үтеп, Республика онкология диспансерында эш башлай. Яман шешкә тарыу­сыларҙың шәфҡәтһеҙ әжәл алдында сабыйҙай көсһөҙ ҡалыуын күреп, уларҙы ҡотҡарыу теләге менән янған йәш белгес медицинаның ошо ҡатмарлы тармағына килә.
1982 йылдың авгусы. Диспансерҙа маммология бүлегенең яңы асылған сағы. 60 урынлыҡ бүлек Советтар Союзында иң ҙурҙарҙың береһе һанала. Уның мөдире Вәхит Лотфрахман улы Мөхәмәтйәров тәрән белемле, арыу-талыу белмәҫ, эшенә сикһеҙ бирелгән Ғәлиевтың ҡабатланмаҫ табип-онколог буласағын шунда уҡ тойомлай. «Дүрт айҙан тәүге үҙ аллы операцияны яһаным – ул көн бөгөнгөләй хәтерҙә», – ти Марат Ғәлиәкбәр улы. Операцияға ингән ҡатындың мөлдөрәмә өмөт тулы ҡарашы ла һаман күҙ алдында. Табип уның ғүмерен ун һигеҙ йылға оҙонайта.
Үтә тыйнаҡ тәбиғәтле Марат Ғәлиәкбәр улы ысынында иһә медицинаның ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн ифрат мөһим йүнәлеше башында тап үҙе тороуын бер ҡасан да, исмаһам, бер һүҙ менән дә телгә алмай. Ул заманда маммология әле үҫешмәгән була, махсус белгестәр, әлбиттә, юҡ. Үҙ өҫтөндә даими эшләүсе табип тиҙ арала бүлектә төп белгескә әйләнә, артабан мөдир итеп тәғәйенләнә.
«Эш башлаған мәлдән 37 йыл һиҙелмәйенсә үтеп тә киткән...» – ти әңгәмәсем, көлөмһөрәп. Бөгөн республиканың маммология хеҙмәтен Рәсәйҙә иң алдынғыларҙың береһе тип беләләр, ә уның етәксеһе бөтә илдә алтын ҡуллы хирург-маммолог булараҡ билдәле. Улай ғына түгел, Марат Ғәлиәкбәр улы сит илдәрҙәге табип-ғалимдар араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған.
Ошо дәүерҙә хәстәрлекле остаз күп талантлы белгестәргә ҡанат ҡуйған. «Сирҙе асыҡлауҙа, дауалауҙа медици­наның иң көслө ҡаҙаныш­тарын файҙаланыусы фекерҙәштәрем – таянысым да, ғорурлығым да», – ти ул, шатлығын йәшермәйенсә. Уның ҡул аҫтында эшләүсе табиптарға, шәфҡәт туташтарына етәкселәренән йәнә бер сифат – гәлсәрҙәй ҡыйралырға торған күңелдәргә һаҡ, ихтирамлы мөнәсәбәт күскән. Ғүмеренең бик ауыр осорон кисереүсе ҡатын-ҡыҙ өсөн бының ни тиклем мөһим икәнен әйтеп тороу кәрәкме?
– Һәр һигеҙенсе гүзәл заттың түш яман шеше менән ауырып китеүе ихтимал. Был хәүеф ҡырҡ йәштән һуң арта бара. Башҡортостанда йыл һайын 1600-ҙән ашыу ауырыу асыҡлана, ун ике меңдән артыҡ кеше ошо диагноз менән иҫәптә тора. Төп проблема шунда: 30 проценттан ашыу осраҡта сир һуң, һауығыу мөмкинлектәре кәмегәс, асыҡлана. Ә иртә, I–II стадияла диагноз ҡуйылғанда, 95–100 процент ауырыуҙар тулыһынса һауыға. Башҡортостанда был ҡатмарлы сирҙе дауалау замандың һуңғы талаптарына ярашлы, бөтә донъяла раҫланған алдынғы алымдар буйынса алып барыла. Бөгөнгө операциялар ҡатын-ҡыҙҙың түшен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Химия терапияһы менән шештең күләмен бәләкәсәйтеү операция ваҡытында туҡымаларға ныҡ зыян килтермәҫкә ярҙам итә. Был гүзәл заттың һаулығы, матурлығы өсөн генә түгел, күңел торошо, тормош сифаты өсөн дә бик мөһим. Түш алынған хәлдә лә, артабан уны тергеҙергә тәҡдим итәбеҙ. Юғары технологиялы ул операциялар бушлай, йәғни Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә эшләнә, – тип һөйләй Марат Ғәлиәкбәр улы.
...Бына дүрт тиҫтә йылға яҡын уның эш иртәһе сәғәт һигеҙенсе яртыла башлана. Ауырыуҙарҙың яралары нисек уңалыуын ҡарап, үҙе бәйләй, дауалау алымын аныҡлай. Көндәлек ҡатмарлы операциялар, ойоштороу эштәре, консилиумдар, диспансер поликлиникаһында, унан тыш, 2-се республика клиник дауаханаһында ҡабул итеүҙәр – һәр көнө ныҡ тығыҙ һәм көсөргәнешле. Үҙен аямай эшләй-эшләй алтмышын артылған табип арымай түгел, арыйҙыр. Ул нисек итеп ял итә, көс туплай икән?
– Минең өсөн иң яҡшы ял – баҡсала эшләү, – ти Марат Ғәлиәкбәр улы. Ҡала ситендәге ыҡсым өйөн ул тәбиғи йәшел ҡойма – кеше буйлыҡ бейек ҡыуаҡлыҡтар менән уратып алған, уны үҙ ҡулдары менән тигеҙләп тора. Ишек алдын йәмләп ултырған төрлө ҙурлыҡтағы түңәрәк, квадрат, өсмөйөш декоратив ҡыуаҡтарҙы шулай уҡ ял көндәрендә киҫеп матурлап йөрөй. Йөрәгенә ял биреүсе ҡәҙерле ҡатыны Татьяна Ивановна ла үҙен медицинаның ябай булмаған өлкәһенә арнаған – ғүмер буйы 6-сы дауаханала анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән.
– Ғаиләбеҙҙе бишенсе курста уҡығанда ҡорҙоҡ, ә институт тамамлағанда ҡыҙыбыҙ Яна бар ине, – тип һөйләй Марат Ғәлиәкбәр улы. – Дауахананан ҡайтмай тиерлек эшләүебеҙҙе күреп үҫкән Яна ла, улыбыҙ Руслан да беҙҙең юлдан китмәне. Ҡыҙыбыҙ һөнәре буйынса иҡтисадсы, улыбыҙ – программист. Ун ике йәшлек ейәнебеҙ Данил эшебеҙҙе дауам итер, тип хыялланам, ә ейәнсәребеҙ Альбина әлегә бәләкәй – дүрт йәше саҡ тулды.
Элек буш минуттарҙа Марат Ғәлиәкбәр улы ҡулына аккордеонын алһа, хәҙер күңеле моңға тартылғанда синтезаторға үрелә. Махсус музыка белеменә эйә ғаилә башлығына, аккордеоны туҙғас, яҡындары синтезатор бүләк иткән. Көн дә скальпель тотҡан тилбер бармаҡтары клавишаға ҡағылыу менән ейәне килеп ҡушыла...
...Елеген сир һурыуҙан төҫө ҡасҡан, иң йонсоу ҡиәфәттә алдында торған ҡатын-ҡыҙҙы табип илаһи зат итеп ҡабул итә һәм уның рухи көсөнә хайран булыуҙан туҡтамай. «Яман шешкә ҡаршы дауаланыу – ауыр көрәш. Химия терапияһынан, нур менән дауаланыуҙан күптәрҙең еп өҙөрлөк тә хәле ҡалмай. Ләкин «һауығам» тип талпынған ҡатын-ҡыҙ тамсы ла зарланмайынса, табип ҡушҡан һәр һүҙҙе тайпылышһыҙ үтәй, шул хәлдә лә бөхтәлекте, таҙалыҡты күҙәтә. Яҡты донъяларҙа танһыҡтары ҡанғансы йәшәп өлгөрмәгән был ҡатындар үҙҙәрен уйлап түгел, балаһын етем итмәү, ғаиләһе хаҡына иҫән ҡалырға ынтыла. Әсә һөйөүенең әжәлдән мең мәртәбә көслөрәк икәненә күп тапҡырҙар шаһит булдым», – тип уртаҡлаша ул. Тик юғары күңел генә ҡатын-ҡыҙҙың асылын шулай тәрән аңларға, баһаларға, яратырға һәләтле.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.
Читайте нас: