

– Рәшиҙә апай, һеҙҙең шөғөлдө нисек атарға була: боронғо кәсепте тергеҙеүме, ҡораманы заманлаштырыу, милли атрибуттарҙы популярлаштырыу йәки... ?
– Был һорауҙың эсендә яуабы ла күҙалланған. 2014 йылдың октябрендә Бөрйән район мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Кәрәҙ» клубы үҙенең эшмәкәрлеген башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уның заман талаптарына ярашлы шөғөлөнә булышлыҡ итеү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында төҙөлгән «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Уставына ярашлы алып бара.
Шуға күрә «Кәрәҙ» ҡорамасылары алдында баштан уҡ фәҡәт Бөрйән районы ерлегенә хас ҡорама төрҙәрен табыу, тергеҙеү, бөгөнгө көн талаптарына ярашлы ҡулланылышҡа индереү маҡсаты ҡуйылды. 2020 йылдағы Бөтә донъя фольклориадаһы өсөн әҙерлек осоронда «Кәрәҙ» клубы район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге менән килешеп, «Сергетыш» проектына тотонған инек. Уның тәүге этабы районыбыҙҙа ярты быуаттан ашыу дауамында үткәрелә килгән ҡышҡы ат сабышы һәм саналы ат ярыштары байрамында аттарҙы биҙәү һәм һабантуй яланындағы тирмәләрҙе йыһазландырыуға тәғәйенләнгән ине. Ысын мәғәнәһендә оло сараға әйләнгән был проект 2021 йылдың февралендә Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләүсе Эксперт кәңәшмәнең VII ултырышында ҡаралды. Ошонда ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә, Бөрйән ырыуында ғына һаҡланған сергетыш, Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ өлгөһө булараҡ, һаҡлауға һәм таратыуға лайыҡлы тип танылды һәм берҙәм реестрҙа теркәлде. Ошо йылдар дауамында «Сергетыш» проектының географияһы бик киң төҫ алды, хәҙер башҡа райондарҙа ла көнкүрешкә ныҡлы үтеп инде. Баймаҡ районы Граф күле буйында Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында ойошторолған «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале йыл да бөрйәндәрҙең «Сергетыш» проекты менән берлектә үтеүе – «Кәрәҙ» халыҡ ҡорама клубының эшенә ҙур баһа ул.
– Боронғо ҡул эштәрен өйрәнеү тәжрибәгеҙҙән сығып, элекке тегеү, сигеү, ҡорау технологияһының ысынлап та юғары кимәлдә булыуын дәлилләй алаһығыҙмы?
– «Сергетыш» проектыбыҙ бик уңышлы, сағыу булыуы, көн ҡаҙағынан һис төшмәүе сәбәпле, 2023 йылда уҡ старт алған «Шаршау» проектыбыҙ бер аҙ күләгәлә ҡала килһә лә, уны ла ғәм алдына сығарыуға ла, ниһайәт, көнө килеп етте. Был проекттың да маҡсаты ошо турала белгәндәребеҙ, ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәләребеҙ менән уртаҡлашып, иҫләгәндәребеҙҙе ҡағыҙға төшөрөп, өләсәй-әсәйҙәрҙән ҡалған өлгөләр менән таныштырып, боронғоларын тергеҙеп, яңыртып, киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырыу ине. Шаршауҙың көнкүрештә һәр өйҙә ҡулланылған төрҙәрен, тәғәйенләнешен, тарихын, фәлсәфәһен асыҡлау, өйрәнгәндәребеҙ менән үҙ-ара уртаҡлашыу осоронда бик ҡыҙыҡлы рухи асыштар һәм матди табыштар бергә төйнәлде. 16 февралдә район мәҙәниәт һарайында «Шаршаулы булғанға халҡым ҡурсаулы, тыныс торған» исеме аҫтында район ағинәйҙәр ойошмаһының, халыҡ коллективы исемен йөрөткән «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма клубының «Шаршау» проектын йомғаҡлау сараһы элекке тегеү, ҡорау технологияһының ысынлап та юғары кимәлдә булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Байрамға йыйылыусы халыҡ иң тәүҙә фойела ойошторолған күргәҙмәгә юлыҡты. Беҙҙең быуындың бала сағына, йәшлек осорона тура килгән үткән быуаттағы 50–70-cе йылдарҙағы ауыл өйө интерьерының бер өлөшө, биҙәге булған тәҙрә пәрҙәләре, карауат-урындыҡ ҡорғандарынан башлап, бөрйән оҫтабикәләренең ошо ерлеккә хас үҙенсәлекле технологияға ярашлы теккән аллы-гөллө шаршауҙары, бөгөнгө көн ҡаҙағында торған маскировка шаршауының яңы вариантына тиклем бар ине унда. Ысын мәғәнәһендә фойелағы был тамашанан күҙҙәр ҡамашты!
Миләүшә Ҡаһарманова.
Фотолар героиняның шхи архивынан.