

«Башавтотранс» ойошмаһына юлланғанда минән бәхетле кеше булмағандыр! Әммә ишек төбөнә еткәс, икеләнеп ҡалдым. Бынауҙай дәү техниканы бары тик ир-ат ҡына йөрөтә ала, тигән фекер аңға ныҡ һеңгән бит. Етмәһә, шул сама пассажирҙар өсөн яуаплылыҡ алыу ҙа уйын эш түгел.
Ә начальниктың кабинетына инеү менән ҡайҙандыр ҡыйыулығым килеп сығып: «Һеҙгә автобус водителе кәрәк икән, бына мин бөгөндән рейсҡа сығырға әҙермен», – тинем күҙ ҙә йоммай. Ышандылар – алдылар. Тәүҙә стажировка үттем. Унан яйлап маршруткаға ултырттылар. Шөкөр, бына ун йыл була инде автобус менән халыҡты хеҙмәтләндергәнемә. Өфө урамдарын биш бармағымдай беләм, елдереп йөрөйөм», – тип йылмая беҙҙең героиня.
Алиә Рәфис ҡыҙының яуаплылығын һәм тәртип яратыуын хеҙмәт урынында барыһы ла белә. Уның «НефАЗ»ы һәр саҡ таҙа, ҡараулы. Пассажирҙарға хөрмәт салондағы тәртиптән башлана, ти водитель. Бер нисә йыл элек Алиә Ғәҙелшина Республика Башлығы ҡулынан Почет Грамотаһы менән яңы автобус асҡысы алған. Шундағы тантанала, уның Салауат районы ҡыҙы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, «Салауат Юлаевтың вариҫы ла үҙе кеүек ҡурҡыу белмәҫ икән», – тиҙәр. «Мине, ябай ғына водителде, бөйөк шәхесебеҙ исеме менән ҙурланылар, сикһеҙ ғорурландым», – тип, уңайһыҙланып ҡына йылмая үҙе.
Алиә көн дә таңғы биштә өйөнөн сығып китә. Сөнки рейс алдынан гаражда ла эш байтаҡ: үҙе медицина тикшереүе үтә, автобусты механиктар ҡарай. Артабан ун ике сәғәтлек хеҙмәт көнө башлана.
– 51 «А» маршруты менән «ВАЗ» автоүҙәгенән «Дуҫлыҡ монументы» туҡталышына хәтлем араны көнөнә бер 12 тапҡыр урайымдыр. Маршруттың оҙонлоғо 22 километр тирәһе, һәм ул баш ҡаланың Калинин, Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе һәм Совет райондары аша үтә. Көндәрем оҡшаш кеүек тойолһа ла, улар һис ҡабатланмай. Руль артында ҡатын-ҡыҙ икәнен күреп, кемдер һоҡланыуын белдерә, йәки: «Һеҙҙең кеүек нәзәкәтле ханымға автобус йөрөтөү килешмәй», – тип әйтеүселәр ҙә була. Ғәҙәттә, ололар юл һорай, туҡталыштарын иҫкәртеүҙе үтенә. Башлыса балалы ҡатындар, ололар, студенттар йөрөй бит беҙҙә. Шулай туҡтауһыҙ аралашыуҙа үтә көн. Гаражға киске сәғәт етенән һуң ғына ҡайтып инәм. Шунан автобусты эстән дә, тыштан да яҡшылап йыуалар, мин кабинаны йыйыштырам. Унан инде өйгә – уландарым янына ашығам, – тип һөйләй Алиә. Шишәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә водитель дә, уның автобусы ла ял итә икән.
Алиә әйтеүенсә, бындай оло транспорт менән идара иткәндә иң мөһиме – көс түгел, ә оҫталыҡ. Ә мин, пассажир булараҡ, уның һәр ҡатын-ҡыҙ ҡулынан килмәҫтәй көсөргәнеште күтәрә белеүен билдәләмәй булдыра алмайым. Автобус йөрөтөүсе ҡатындың улдары ла техникаға ғашиҡ. Өлкәндәре ун һигеҙ йәше тулыу менән водитель таныҡлығы алған, ә мәктәптә уҡығандары Өфөләге автомобиль спорты академияһында шөғөлләнә. Бына яңыраҡ Алиәнең бер туған һеңлеһе лә автобус водителенә уҡырға ингән.
...Тәҙрә аша таныш урамдар «йүгерә», ә көҙгөлә – көндәлек күренеш: үҙ эштәре менән ашығыусы пассажирҙар. Автобус кабинаһында Алиә үҙен тыныс тоя. Нәфис ҡулдарындағы руль көс, иреклек хисе бирә. Ә инде рәхмәт әйтеп төшөп ҡалғандарҙың ихлас ҡарашынан арыуы ла һыпырып ташлағандай була. Үҙеңә тәғәйен юлды табыу мөһим шул был донъяла...
Альбина Ғөбәйҙуллина.
Фото А. Королев