

Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәп йылдарынан уҡ олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Рәсәй халыҡтарының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса үткәрелгән «Мәктәп уҡыусыларының төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы»нда еңеү уға үҙе теләгән факультетҡа инеү мөмкинлеген бирә.
Өлгөрбикә университет сараларынан да ситтә ҡалмай. Февраль айында Мәскәүҙә «Рәсәй – ғаиләләр ғаиләһе» исемле ҙур марафонда ҡатнаша. «Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылын асыуға арналған сараға эләгеү – минең өсөн ҙур бәхет. Башҡортостандан ун студент барҙыҡ унда», – тип яңылығы менән бүлешә һылыу.
Студент йылдары – ғүмерҙең иң мауыҡтырғыс, сағыу мәле ул. Йәнгүзәл ваҡытын бушҡа үткәрмәй, «Осҡон» театр түңәрәгендә уйнай, «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме...» спектаклендә төп ролде башҡара. Шиғыр һөйләү конкурстарында ла үҙен һынап ҡарай. Рауил Бикбаев исемендәге стипендияға лайыҡ була. «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә шөғөлләнә. Ансамбль республикала ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында үткән Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурс-тарҙа ҙур еңеүҙәр яулай.
Йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге Йәнгүзәлгә гел «бишле»гә генә уҡырға ҡамасауламай. Төркөм старостаһы ла ул. Ғилми конференцияларҙа ҡатнаша, республика матбуғатында мәҡәләләр ҙә баҫтыра егәрле ҡыҙ. «Студент тормошомдоң иң онотолмаҫ мәле Ҡытайға, Наньчан ҡалаһының Цзяотун университетына барып белемемде камиллаштырып ҡайтыу булды. Шулай уҡ Алтайҙа, Бөтә Рәсәй төрки телдәр олимпиа-даһында, команда менән беренсе урын яуланыҡ. Үҙем шәхсән әҙәбиәт йүнәлеше буйынса еңеүсе булдым», – ти Йәнгүзәл.
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Фото А. Королев