

Был һүҙҙәр уның улына ғына түгел, үҙенә лә ҡағыла. Хаят апайҙың әсәһе Хәжәр Сәғит ҡыҙы Ишембаева бик әүҙем кеше була. Хәлле йәшәгән ғаиләһен колхозға инергә күндереүе уларҙы репрессиянан һаҡлап алып ҡала. «4-5 атыңды, һабандарыңды бирерһең, был ҙур ярҙам буласаҡ күмәк хужалыҡҡа, сөнки ярлы-ябағаға ҡоро ҡул эшләүе бик ауыр бит», – тип аҡыллы кәңәш бирә атаһына йәш кенә ҡыҙ. Артабан колхозда рәйес урынбаҫары, бригадир булып эшләй ул. 1933 йылда Бөтә Союз колхозсылар съезында ҡатнаша һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе булып Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ала. Үҙенән 14 йәшкә кесе Мөхәмәтсәғит менән уны димләп ҡауыштыралар. Егеттең дә тормош юлы еңел генә түгел. «Кеше күҙенә нисек ҡарармын», – тип муллалыҡтан баш тартмаған атаһы, һөргөнгә китер алдынан, һигеҙ йәшлек өлкән улы Мөхәмәтсәғитте саҡырып ала ла: «Һин минең урынға ғаилә башлығы булып ҡалаһың», – ти. Ниндәй мәсьәлә сыҡһа ла улыма мөрәжәғәт итегеҙ, тип, барыһына ла әйтеп ҡалдыра. Беренән-бере бәләкәс биш балалы әсәнең өйөн тартып алалар, мунсаға ҡыуып сығаралар. Туғандары, ауыл халҡы яңғыҙ ҡалдырмай шулай ҙа. Септә һуғып йән аҫрай ғаилә. Бригадир уларға йүкәне күберәк ҡалдыра торған була. Шунан һуҡҡан септәне Өфөгә алып барып, икмәк менән ҡайталар. Уҡыуҙа һынатмайҙар. Мөхәмәтсәғиттең йырсыға үткәнен белеп ҡалған бабаһы, атайың бит һине ғаилә башлығы итеп ҡалдырҙы, тип әрләп туҡтата... Нефть сығарыуҙа эшләгән монтаж-сыға бронь булһа ла, үҙе теләп фронтҡа китә. Бик ныҡ яраланып ҡайтып инә ул. Күрер күҙгә аяҡ-ҡулы иҫән, һәр ағзаһы теүәл улы ҡапыл килеп кергәс, әсәһе аптырай, шомлана, ҡасып ҡайттыңмы әллә, тип борсола. Сәй эсеп кенә военкоматҡа теркәлергә киткән егет ҡайтыуға әсәһенең йөрәге туҡтаған...
Атаһы һәм әсәһе тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер Хаят апай:
– Бешеренеү оҫталығы әсәйемдән булһа, эшкә Фатима әбейем өйрәтте. Әсәйең ҡайтҡансы тиҙ генә иҙәнеңде йыуып ҡуй, ти. «Ҡыҙым етеҙ инде минең, бөтә эште бөтөрөп тә ҡуйған ана», – тип эштән ҡайтҡас әсәйем маҡтай. Минең, әлбиттә, бындай матур һүҙҙәрҙе тағы ишетке килә, шуға оторо тырышам. Яҡшы яҡты күрә белделәр шулай. Атайым кассир булып эшләне, уның аҡсаһы аҙ ғына булғандыр инде – аты менән ер һөрҙө, башҡа эштәр башҡарҙы. Бер ҡасан да мохтажлыҡ күрһәтмәне беҙгә. Эш менән үҫтек. Бәрәңгене үҙ баҡсабыҙҙан тыш яланға ла сәсәбеҙ, көҙөн уны спирт заводына тапшырып, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ алабыҙ. Ике һыйыр, 50-ләп ҡаҙ тота инек. 14 йәшлек кенә ағайыма велосипед алып ҡайтты атайым, ул саҡта машинаға тиң әйберҙе бөтә ауыл килеп ҡараны. Бар гәзит-журнал килә ине өйгә. Атайымдың бер ҡасан да әсәйемә лә, беҙгә – өс балаһына ла тауыш күтәргәнен иҫләмәйем. Киске уйынға йөрөй башлағас, мине ярты юлға килеп ҡаршы ала торғайны – ҡасабаға нефть эшенә төрлө кеше йыйылған, үҙебеҙҙең ауыл халҡы ғына түгел бит. Шулай ҡурсалап ҡына буй еткерҙеләр мине.
-----------------------------------------------------------------------------
Юлдаш – кесе малай. Ғәзиз ағаһы менән Зәлифә апаһы уны иркәләп-һөйөп кенә йөрөтә. Тәрбиә эшендә тәү урында үҙ өлгөң тора, тигән фекерҙә Йосоповтар.
– Балаларҙы бөтөнләй тыйманыҡ, киреһенсә, улар ыңғайына барҙыҡ, – тип һөйләй Хаят Сәғит ҡыҙы. – Гәзит эшенең тынғыһыҙлығын үҙегеҙ беләһегеҙ. Бер саҡ төшкө ашҡа ҡайта алмағанда Гүзәл исемле әхирәтемде үтенәм, инеп минең балаларҙы сәй эсереп кенә сыҡ әле, тим. Был, килгәс, иҫе китеп һөйләй. Баҡһаң, тегеләр унан өсөһөнә өс төрлө йомортҡа бешерткән, әсәйебеҙ шулай итә, тигәндәр. Ысынлап шулай, һәр береһенә яратҡанын бешерә инем.
-------------------------------------------------------------------------------
– Беҙ үҫкәндә дингә әллә ни иғтибар итмәнек. Ике-өс аҙналыҡ лагерь ойошторолғанын белеп ҡалғас, улдарымды алып шунда киттем, улар менән бергә үҙем дә дин ғилеме нигеҙҙәрен белеп ҡалдым, – тип көлөп һүҙгә ҡушыла Мөхәммәт ағай. – Ысынында, бала тәрбиәләп үҙеңде лә тәрбиәләйһең. Һәр кем үҙенсә шәхес ул. Тик аламанан ғына тыйырға кәрәк. Әлбиттә, ҡулына бысаҡ тотҡанда күрһәтәһең инде, был яғы үткер, ҡырҡып ҡуйыуы бар, тип аңлатаһың. Кем менән аралашыуына, кешегә мөғәмәләһенә иғтибар йүнәлтәһең: олоно хөрмәт итһен, кеселәргә ярҙам күрһәтһен. Бала менән бала булыу яҡшы. Ыңғайына йөрөргә, тиң күрергә. Отличник булыуын талап итеү ҙә кәрәкмәй, иң мөһиме – дөйөм үҫеше. Анализлап, сағыштырып ҡарай белеү тормошта нығыраҡ ярҙам итәсәк. Ниндәйҙер бер ҡабул ителгән ҡалып буйынса китмәһен фекер. Был хаҡта беҙ китап уҡығанда ла, фильм ҡарағанда ла бергә һөйләшә торғайныҡ.
--------------------------------------------------------------------------------
– Юлдашҡа 14 йәш тулмаған әле, шулай ҙа, барыр ваҡыт еткәнсе тулыр, тип беҙ ҙә яҙылдыҡ. Һөҙөмтәлә теләк белдергән биш бала араһынан үҙе генә китте. Тап шул осорҙа ул бараһы ерҙәрҙән алыҫ түгел һуғыш башланды. Ҡурҡтыҡ инде, шулай ҙа баланың теләге көслө булғас, ҡаршы төшмәнек. Ике йыл уҡығас, үҙе ҡайтырға ҡарар итте. Бында колледжда белем алған ваҡытта мин үҙебеҙҙә университет тамамлайым, ти. Тарих факультетын һайланы. Гумилев, Карамзиндарҙы уҡып олимпиадаларға әҙерләнә торғайны, – тип артабан хәтер ебен һүтә әңгәмәсем. – Аспирантураға ингәс, етәксеһе Мәжитовҡа барҙым. «Нияз Абдулхаҡ улы, улыма яҡшы белем биреп, аспирантураға инергә әҙерләгәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә», – тим. «Бына, күрәһегеҙме, классик башҡорт ҡатыны был, – тип кабинетындағы хеҙмәттәштәренә мине күрһәтә. – Балаһы уҡыған саҡта бер тапҡыр ҙа килеп һоранып йөрөмәне, әле рәхмәт әйтергә килгән».
Кувейтта булыуы ла ныҡ ярҙам итте Юлдашҡа. Донъя күреүе – бер, кеше менән аралашырға, үҙ-аллы булырға, ҡыйыулыҡҡа өйрәнде. Тел белеүе лә яҡшы. Икәүләп Мысырға барып ҡайтҡас, Лиана киленебеҙҙең, мин Юлдаш менән ғорурланып йөрөнөм, инглиз менән – инглизсә, ғәрәп менән ғәрәпсә һөйләшә, тип әйтеүе лә күңелгә май булып ятты.
--------------------------------------------------------------------------
– Мәҫәлән, мин ҡаҙаҡ ҡағыуға әүәҫ түгелмен, әммә Хаят апайығыҙ быға төртөп күрһәтеп, балаларға бер ҡасан да мине яманламаны, – тип ҡушыла Мөхәммәт ағай. – Юлдаш, ана, үҙенә өй төҙөгәндә барыһына ла өйрәнде. Бер саҡ барһаҡ, ҡажҡылдап йүткерә-йүткерә эшләп йөрөй. Йөрөмә былайтып, кеше ҡушырбыҙ, тиһәк, «Юҡ, был – минең өйөм, мин уны төҙөргә тейешмен!» – тип яуаплай.
Бына шундай яуаплылыҡ, халҡыңдың тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы, уның киләсәге өсөн борсолоуы һәм шул киләсәкте булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы – балаға тулы ирек биреү, үҙ өлгөңдә тәрбиәләү һөҙөмтәһе, ти Хаят Йосопова.
Гөлшат Ҡунафина.
Фото греойҙың шәхси архивынан