Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Учалы ҡыҙы Рәйлә ханым 17 йыл Силәбе өлкәһе Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһының 2-се, 5-се мәктәптәрендә инглиз теленән уҡыта. Бер мәл Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған улы Ренаттан: «Әсәй, беҙҙең инглиз теле уҡытыусыһы Мәскәүгә күсә, бәлки, һин килерһең», – тигән хат килеп төшә. «Улым шулайтып яҙмышымды 180 градусҡа бороусы булды: ғаиләбеҙ менән Өфөгә килеп төпләндек. Гимназияның ул саҡтағы директоры Миңнегәрәй Өмөтбаев ағай ҡуш ҡуллап эшкә алды, хатта фатир ҙа бирҙе. Фатир тигәнем Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан балалар баҡсаһы ине. Ҙур, иркен бүлмәләрҙе һайлап алып, йәшәп алдыҡ та киттек», – тип ихлас йылмая Рәйлә ханым, иҫтәлектәренә сорналып. 23 йыл ғүмерен арнай ул ғариповсыларға. Ошо йылдар эсендә рухлы уҡытыусы ЮНЕСКО клубын асып ебәрә, гимназияның диуарҙарында ЮНЕСКО залын булдыра. Һәм тәрбиәләнеүселәрен ете тапҡыр Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан ЮНЕСКО үҙәгенә стажировка үтергә, Европа илдәренә күп һанлы сәйәхәткә, Бүрәт Республикаһында үткән Халыҡ-ара милләттәр мәҙәниәте фестиваленә алып бара. Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтҡан уҡыусылары бөгөн иһә бөтә Рәсәй, сит илдәр буйлап таралған. Ә Мәскәүҙәге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть-газ, Норвегияның Ставангер университеттарын тамамлап, юғары вазифалар биләгән уҡыусылары Алмаз Хәтмуллин менән Марат Төхвәтуллиндар – Рәйлә апайҙың оло ғорурлығы һәм күңел һалып башҡарған эшенең юғары һөҙөмтәһе. Ҡайҙа ғына интервью бирмәһендәр, уҡыусылары, иң беренсе нәүбәттә, Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙын хөрмәтләп телгә ала. Сит телде һыуҙай эскән остаз – үҙе инглиз теленән төҙөлгән дәреслек авторҙарының береһе лә.
Ғүмере буйы мәктәп тормошо менән генә йәшәгән педагог өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы тормош 64 йәшендә, хаҡлы ялға сыҡҡас башлана. Дорогино ауылында урынлашҡан ҡотло донъяһында гөл-сәскәләр үҫтерергә лә, ҡәҙерле ғаиләһен, дүрт ейән-ейәнсәрен тәмле аштары менән һыйларға ла өлгөргән шәп өләсәй күңел офоҡтарын киңәйтерлек, үҙен үҫтерерлек яңы шөғөлдәр эҙләй. Һаулығын нығытыу маҡсатынан хиджама һәм һөлөк һалыу буйынса махсус курстар үтеп, дипломлы белгес булып таныла. Аҙнаһына ике тапҡыр әхирәттәре менән скандинав таяҡтарында йөрөй. Ә иң ҡыҙығы: уҡ атыу менән мауығып китә.