+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
2 Февраль , 14:24

Халҡым гәүһәре. Өҙөлмәҫ моң

Анау ятҡан бүрәнә күпмелер ваҡыттан зауыҡлы тамашасыны әҫәрләндерер ҡылҡумыҙға әүереләсәк. Оҫта ҡулында тылсым бар. Уйнаусы тураһында ғына түгел һүҙ. Бөгөн һеҙҙе башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы Гөлнур Ғәлимова менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул эшләгән думбыра, ҡылҡумыҙ, дөңгөр, ятаған һәм башҡа музыка ҡоралдары Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, Рәсәй буйлап таралған: Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, Екатеринбургта, Силәбелә, Ҡазанда, Ҡаҙағстанда осратырға мөмкин, Голландия музейында ла һаҡланғаны бар. Күптән түгел хатта Ay Yola төркөмө лә унан ҡылҡумыҙ эшләтеп алған.

Халҡым гәүһәре. Өҙөлмәҫ моң
Халҡым гәүһәре. Өҙөлмәҫ моң

Бала саҡта уҡытыусы булырға теләй Гөлнур. Был хыялын тормошҡа ашыра ла – педагогия колледжын тамамлағас, ике йыл Күмертау ҡалаһында эшләй. Шунан юғары белем алырға яңынан тыуған ҡалаһы Өфөгә, БДПУ-ның художество-графика бүлегенә килә. Дәрестән һуң, софтбол йә баскетбол буйынса тренировкаға китер алдынан, атаһының яҡында ғына урынлашҡан эш урынына инеп, тамаҡ ялғап ала, йыш ҡына уға ярҙамлаша ла. Ә атаһы Рәшит Ғәлимов башҡорт музыка ҡоралдарын тергеҙеүсе, яһаусы була. 90-сы йылдарҙа башҡорт оркестры төҙөргә булғас, милли ҡоралдарыбыҙҙың һаҡланмағанлығы асыҡлана. Бер көн композитор Айрат Ҡобағошов милли музейҙа 25 йыл рәссам-реставратор булып эшләгән Рәшит Мәхмүт улына килә. «Рәшит, һинең ҡулың алтын, мин әйтеп торормон, һин эшләрһең...» – тип һүҙ башлай. Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Зиннур Нурғәлин менән меценаттар, бағыусылар табып, рухлы ир-азаматтар шулай эшкә тотона. Китаптарҙа, яҙмаларҙа булған мәғлүмәт ысын мәғәнәһендә бөртөкләп йыйыла, халыҡ араһына ла сығалар. 1993 йылда уҡыу йорто эргәһендә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын яһау һәм тергеҙеү буйынса эксперименталь оҫтахана асыла. Быға тиклем милли музыка ҡоралы етештереүсе тип шпондан ҡурай эшләүҙе уйлап тапҡан Вәкил Шөғәйеповты ғына атарға булалыр. Ул думбыра яһауҙы ла башлап ебәрә. Тик башҡорттоң бит музыка ҡоралдары бының менән генә бөтмәй. Уҡыу йорттарында балаларға өйрәтер өсөн дә улар күп кәрәк. Шулай итеп оҫтаханала дүрт-биш йыл эсендә оркестр өсөн етерлек итеп ҡурай, думбыра, ҡылҡумыҙ, дөңгөр, ятаған кеүек милли уйын ҡоралдары эшләнә.

Атаһының ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә шөғөлө Гөлнурҙы ла битараф ҡалдырмай. Ингән сағында ҡайҙалыр йәбештерергә, нимәнелер тотоп торорға ярҙам итә. Үҙе лә һиҙмәҫтән, яйлап ҡына эштең нескәлектәрен күңеленә һеңдереп бара. «Ағастың энергетикаһы, йылыһы, иҫ киткес матур һүрәте һәм төҙөлөшө үҙенә ылыҡтырҙы», – ти ул. Диплом эшен дә башҡорт думбыраһын яһау буйынса яҡлай.

1998 йылда, атаһы үлеп киткәс, Айрат Миңлеәхмәт улы Гөлнурға уның һөнәрен дауам итергә тәҡдим итә. Яңы юғары белемгә эйә булған ҡыҙ атаһының эш бүлмәһенә инә. Ғәзизенең ағас киҫәген юнып тороуы, әҙер ҡоралды биҙәүе, тыныс ҡына һөйләп аңлатып ултырыуы, хыялдары менән бүлешеүе күҙ алдынан үтә. Ана мөйөштә ағас, таҡта киҫәктәре өйөлгән. Урман хужалығы министрлығы шуларҙы «КамАЗ» менән килтереп тапшырғанда нисек шатланды бит атаһы. Шул тиклем йыйылған хазиналай материал тороп ҡалһынмы? Аңламаған кешеләр ул ағас киҫәктәрен мунса мейесенә яҡһынмы? Атаһы башлаған бынау думбыра ла тамамланмаған килеш торһонмо? Гөлнурҙың башынан мең төрлө уй үтә. Юҡ, атаһының башланғысы юҡҡа сығырға тейеш түгел, уны ҡыҙы дауам итер!

Өс тиҫтә йыл эсендә Гөлнур Ғәлимова нисә музыка ҡоралы яһаған икән? «Башта һәр инструментты иҫәпләп, яҙып барҙым. Ҡылҡумыҙҙарымдың һаны 200-ҙән ашып киткәс, онотолоп китеп, иҫәпте юғалтҡанмын. Думбыра-ларҙы ла 300-ҙән уҙғас һанап торманым», – ти ул. Бынан тыш, дөңгөр, шертер, ятаған һәм башҡалары ла иҫәпһеҙ. Башҡортостан милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, HAZINA, «Ятаған» этнотөркөмдәре уға йыш мөрәжәғәт итә, Әбйәлил

районы Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Хазина» ҡылҡумыҙсылар ансамбле лә (етәксеһе – Миңлегөл Солтанбаева) – даими заказсы. Музыка мәктәптәре, сәнғәт училищелары, мәктәптәр өсөн дә ҡоралдар эшләй ул. Быйыл йәй ял да итмәй, Ҡазан консерваторияһы өсөн традицион башҡорт ҡылҡумыҙҙары яһап биргән.

Һөнәри оҫталыҡ бер көндә генә килмәй, йылдар дауамында сарлана, тәжрибә туплап, ҡиммәтле материалдарҙы тәләфләй-тәләфләй, ҡулдарың өйрәнгәнсе... Фортепиано класында уҡығаны ярап ҡала, тағы ла думбыра буйынса белем ала. Ә музыкаль инструмент эшләргә өйрәткән уҡыу йорто юҡ. Милли уйын ҡоралы яһау аҫалы балаҫ һуғыу, бәйләү, сигеү, милли биҙәүес эшләү кеүек халыҡ кәсептәренә инә. Ниндәйҙер оҫтанан тәү белемде алып, артабан үҙ хаталарыңда өйрәнәһең, тәжрибә туплайһың. «Атайымды педагогым итеп һанайым. Ул минең ҡыҙыҡһыныуымды күтәрмәләп, сабыр ғына өйрәтте. Ашыҡма, көсөңдө тойорға тырыш, тип ипләп кенә кәңәш бирә ине. Көн һайын оҫтаханаға килгәндә уны иҫемә алам, яратҡан хеҙмәтем өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыйым», – тип хәтирәгә бирелә Гөлнур.

Бында ҡаты ҡул көсө лә, музыканы нескә тоя белеү ҙә, инженерҙарса фекерләү ҙә, матурлыҡҡа ынтылыш та берҙәй кәрәк. Һаулыҡҡа зыяны ла юҡ түгелдер – саң осораһың, һаҫыҡ елемдәр, буяуҙар, иреткестәр... Ҡатын-ҡыҙға ағас-таҡта һөйрәп йөрөү ҙә еңел түгел.

– Минең өсөн иң ауыры – башлап ебәреү, – ти Гөлнур Рәшит ҡыҙы. – Ҡурҡаһың, икеләнәһең, яҡшы, матур инструмент эшләргә көсөм, белемем етерме, тип уйлайһың. Булдыра алырмынмы һуң? Ҡана, тотоноп ҡарайым әле, тип, уйынға әйләндереп, тигәндәй, үҙемде көйләйем. Ниндәй материал ҡулланырға, ҡылдарын ниҙән тартырға, мензураһын ниндәй оҙонлоҡта һайларға – барыһын да аныҡ күҙ алдына килтергәс кенә башлайым. Ә инде үҙем эшләгән музыка ҡоралын сәхнәлә күреп ҡалһам, күңелде ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та, һоҡланыу ҙа биләп ала. Ысынлап мин эшләнемме икән, тиеп тә ҡуям. Ә бәләкәс баланың ҡоралын алырға килгәндә уйнап ҡарағандан һуң йөҙө нисек балҡығанын күрһәгеҙ! 

Бер музыка ҡоралын эшләүгә яҡынса бер ай китә. Беренсегә тотонғанда, әлбиттә, байтаҡҡа күп ваҡыт талап ителә. Соло йәки оркестр өсөнмө – уныһын да иҫәптә тоторға кәрәк. Алтын ҡуллы балта оҫтаһындай, ағастарҙы ла айырырға өйрәнәһең. Материалдарҙы туплайһың, уларҙы шарттарына тап килтереп кенә һаҡлайһың, эшкәртәһең... «Күлдәк йә туфли алырға аҡсамды йәлләйем. Уның урынына электролобзик, шлифмашина, перфоратор алам лутсы. Ул ҡоралдар бит миңә һөнәри оҫталыҡҡа ирешергә ярҙам итә, эшемде еңеләйтә, сифатты күтәрә. Әҙер инструмент хаҡының утыҙ процентын лобзик бысҡыһы, шымартыу өсөн кәрәк-яраҡ, лак, иреткес кеүек кире ҡайтмай торған сығымдар тәшкил итә», – тип  бүлешә оҫта. Шул уҡ ваҡытта ҡул көсө һәм күңел йылыһы һалып башҡарған эштең баһаһы ла юғары. Һәм, әйтергә кәрәк, һорау ҙа бар – күргәҙмә ойошторорға булһа, үҙендә бер нисә генә уйын ҡоралы табыла – һатылмай ятҡаны юҡ.

– Кешегә файҙа килтереүҙән кинәнес табам. Үҙеңде башҡаларға кәрәкле тойоуҙан да шәберәк нимә бар? Оҫта өсөн иң мөһиме – эшләгән ҡоралының сифаты, саф, матур тауышлы, бай тембрлы булыуы. Шул уҡ ваҡытта ул ҡарар күҙгә күркәм дә булырға тейеш, – ти Гөлнур.

Уның әле бер, әле икенсе музыка ҡоралына күрһәтеп: «Башҡорт думбыраһы өс ҡыллы була, грифы ҡыҫҡараҡ» йә: «Традицион ҡылҡумыҙға кәзә тиреһе япҡандар, ҡылдарын ат ҡойроғонан тарттырып бәйләгәндәр», – тип аңлатып йөрөүендә лә, «Ҡылҡумыҙ эшләүселәр юҡ кимәлдә», – тип әсенеүендә лә, «Машина йөрөтөргә теләмәйем, руль артында саҡта эшләйәсәк ҡоралың тураһында уйланып ултырырға мөмкинме ни», – тип шаяртыу ҡатыш һөйләүендә лә уның эшен ни тиклем яратыуы, был хатта уның йәшәү рәүешенә әйләнгәне күренә. Эшләгеһе килмәгән – сәбәбен, эшләйһе килгән кеше яйын таба – атаһының был һүҙҙәрен тормош девизы итеп алған.

Тәүге тапҡыр ҡылҡумыҙ яһағанын көлөп хәтергә төшөрә: «Ағасым ғына бар, башҡа материал юҡ. Ҡайҙан ҡыл табайым икән, тип уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә ауылда йәшәгән еҙнәмә, ат ҡойроғо табып бир әле, 80 – 85 сантиметр оҙонлоғонда булһын, тим. Бөтәһе-неке лә ярамай әле ул, дүрт йәшлек айғырҙыҡы кәрәк. Тапты еҙнәм, рәхмәт яуғыры. Ә кәзә тиреһен әсәйем Сәмәрә Ғариф ҡыҙы һаҫыҡ иретмәләрҙә тотоп, эшкәртеп бирә торғайны. Хәҙер иһә материал эҙләп йөрөйһө түгел, барыһын да магазинда, маркетплейстарҙа табырға мөмкин». Музыка ҡоралы өсөн йылдар буйы ятып кипкән ағас ҡына эшкинә икән, әҙер инструменттың ваҡыт үткән һайын ҡиммәте арта ғына бара.

 

Гөлшат ҠУНАФИНА.

 

Фото А. Королев.

Халҡым гәүһәре. Өҙөлмәҫ моң
Халҡым гәүһәре. Өҙөлмәҫ моң
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас