Ғүмер өсөн көрәш
Алина 28 аҙналыҡ ҡына булып донъяға килә. Йәш ата-әсә юғалып ҡала. «Ҡалаҡ ҙурлыҡ ҡына инең», – тип һөйләй уға әсәһе Мәликә апай тыуған сағын. Йәшәренә өмөт бирмәй табиптар бер килоға ла етмәгән йәндең, шулай ҙа махсус кювезға урынлаштыралар. Терелә алмаҫ тип, артыҡ иғтибар итмәгәндәрҙер инде, ауыҙ-танауға өрөргә тейеш кислород тотош биткә бәреп тик торған. Һәм шул һауа күҙҙе киптереп, тиресә шекәрәләрен яндырған. Өҫтәүенә ультрафиолет лампа ла быға булышлыҡ иткән. Ҡыҙының сәләмәтлеге өсөн йән атҡан әсәнең фаразы быныһы, ә асылда, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙа күреү һәләтенә бәйле проблемалар йыш була.
Алинаның, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, теле иртә асыла. Ике-өс йәшендә ҡапҡа төбөнә йыйылған ҡатындарға ҡушылып хәбәр һатып ултырыр була. Уң күҙе аҙыраҡ күрә уның, сырамыта, кеше, төҫ танырлыҡ былай. Шунда инәйҙәрҙең береһе: «Йома көндө телевизорҙан дини тапшырыу була, шунда мулла уҡығанда күҙеңде һыпырып ултыр», – ти. Ҡыҙыҡай ныҡ ышанып, тапшырыуҙы көтөп ала. Был ҡыҙыҡһыныу эҙһеҙ үтмәй. Бәләкәй генә көйөнсә ул үҙ белдеге менән яулыҡ ябына. Уға әсәһе лә эйәрә һәм әсәле-ҡыҙлы дингә баҫалар.
Тиктормаҫ була ул. Әммә насар күреү касафатылыр инде, ҡолап, төкөп яфалана. Сыйылмаған, һынмаған ере ҡалмай. Шулай ҙа әсәһе уны балаларҙан айырмай, ҡуша сығарып ебәрә, тыймай, сикләмәй. Хатта бәләкәстән йомош ҡуша башлай, бер баҙға төшөп, үҙе картуф сығарғанын хәтерләй әле Алина.
Икенсе ҡыҙ бала «ҡайта» ғаиләгә. Бәхеткә, уныһы һау-сәләмәт булып тыуа. Тик бәлә икенсе яҡтан килә – аталары эскегә һабыша. Афғанды үткән һәм ярайһы психикаһы ҡаҡшаған ир ҡатынына тыныслыҡ бирмәй. Шунда биш йәшлек Алина әсәһенә кәңәш итә: «Һине йәберләткем килмәй, әсәй, китәйек». Мәликә, балаларын етәкләп, тыуған яғына ҡайта.
Дүрт йәшендә уҡый башлай зирәк бала. Нисек, тиһегеҙме? Әсәһенең тырышлығы арҡаһында. Белгестәрҙең: «Ун йәштәрҙә генә мәктәпкә әҙер буласаҡ», – тигән һүҙенә риза булмайынса, ул Мәскәүҙән һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн дидактик материалдар алдырта, ҡыҙы менән үҙе шөғөлләнә. Шул ныҡышмалыҡ менән ете йәшендә тиҫтерҙәре рәтендә парта артына ултыра. Яҡшы уҡытыусы, оло йөрәкле педагог тура килә уға. Илһөйәр Исламова Алина өсөн махсус рәүештә дәү хәрефтәр яҙа, текстарҙы ҙур итеп сығартып ала, бала менән шәхсән шөғөлләнә. Уҡыуға ныҡ ылыҡҡан ҡыҙ һәр һүҙҙе, ымды отоп алып ултыра. Башланғыс синыфтарҙы тик «бишле»гә генә тамамлай. Уҡытыусыһының был билдәләрҙе йәлләп түгел, ә белем өсөн ҡуйғанын аңлай ҡыҙ, шуға рәхмәтле уға.
Офоҡтарҙы киңәйтеүсе баш ҡала
Бишенсе синыфҡа баш ҡаланың 28-се махсус коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына алып киләләр ун йәшлек Алинаны. Бында иһә офоҡтар киңәйә. Футболға, йөҙөүгә, баянға, шахматҡа яҙыла. Нимәгә тотонһа ла, өйрәнә ала. Спортта ғына ҡыйын була, сөнки дини кейем уңайлы түгел, йөҙөүҙә лә тренерҙың талаптары бар, шунлыҡтан был спорт төрөн ҡалдырырға тура килә уға. Ә баян ҡыҙҙың яратҡан музыка ҡоралына әйләнә. Атаһы ла виртуоз баянсы була бит, бәләкәйҙән күңеленә моң һеңгән. Интернатта Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең филиалы урынлашҡан, йәш баянсы шунда йөрөй башлай. Бында ла уҡытыусыларҙан уңа. Баяндан Илгиз Юлдашбаев, ә сольфеджио һәм композициянан Салауат Низаметдинов һабаҡ бирә.
– Йыш ҡына Салауат ағайҙың бүлмәһенә инеп ултырыр инем. Бергәләп сәй эсәбеҙ. Ул миңә үҙ тормошонан төрлө тарих һөйләй, бирешмәҫкә, маҡсатлы булырға өндәй. Ул саҡта мин, бәлки, барыһын төшөнөп тә етмәгәнмендер, әммә йылдар аша уҡытыусының мөмкинлектәре сикле булған уҡыусыһына, яҡын күреп, тормошта нисек йығылмаҫҡа, йығылғанда ла ҡалҡына һәм алға атлай белергә өйрәткәнен аңлайым. Юлыма ошондай кешеләрҙе сығарғаны өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен, – ти Алина.
13 йәштә тағы ла бер һынау килә үҫмер ҡыҙға: тома һуҡырая. Был хәлдә лә юғалып ҡалмаҫҡа, тиҙерәк халәтенә яраҡлашып, таяҡ менән ҡала урамдары буйлап күберәк йөрөргә тырыша. Башта кешеләргә бәрелгән, йүнәлеш юғалтҡан саҡтары ла була. Әҙәмдәрҙең дә төрлөһө бар бит инде. Бер ир, яңылыш таяғы менән төртөлгәндә, сикәһенә һуғып ебәрә. «Кеше алдап, күпме аҡса эшләйһең?» – тип әрләй. Ә шулай ҙа барыбер яҡшылары күберәк осрай.
Мәктәп тамамлар алдынан ҡыҙға яулығын һалырға тура килә. Уның да үҙ сәбәптәре бар: былай ҙа сикле мөмкинлектәрҙең тағы ла сикләнеүе, икенсенән, төрлө урындарҙағы талаптарҙың үҙәккә үтеүе. «Яулығымды һалһам да, күңелемдә мин яулыҡлы көйө», – ти йәш ханым.
Мөхәббәтле киләсәк
Башҡорт дәүләт педагогия университетына үҙенсәлекле студент килеүен күптәр сәйерһенә биреп ҡабул итә. Уҡытыусылар «нисек уҡытырбыҙ» тип аптырай. Әммә барыһы ла уңай хәл ителә. Яҡшы ишеткән Алина, иң алғы партаға ултыра ла, лекцияларҙы тура махсус ноутбугына яҙып бара. Аҙаҡ уларҙы курсташтар чатына һала, рәхмәтле һабаҡташтары ҡыҙға әҙәби китап уҡыуҙа ярҙамлаша. Ул саҡта әле һуҡырҙар өсөн башҡортса текстарҙы уҡый торған программа булмай. Алға китеп әйтәм, шул программаны тап Алинаның иптәше – шундай уҡ һуҡыр егет – Рөстәм уйлап сығара. Иң әүҙем студенттарҙан һаналған егәрле ҡыҙ биш йүнәлеш буйынса стратегия булдыра: бер семестрҙа – уҡыу, икенсеһендә – спорт, өсөнсөһөндә – ижад, унан фәнгә, артабан йәмәғәт эшмәкәрлегенә көс һала. Шулай итеп, гел юғары стипендияға өлгәшә. Алина шиғыр ҙа яҙа. Бының үҙ тарихы бар. Бала сағында, сабыйҙарға хас булмағанса, тос фекер әйтә торған була. Әсәһе шуларҙы йыйып барып, район гәзитенә күрһәткәс, ҡыҙға шиғыр яҙып ҡарарға кәңәш итәләр.
Буласаҡ тормош иптәше Рөстәм менән бер мәктәптә уҡый Алина. Унынсы синыфта уҡ Рөстәм уға яҡынлай, әммә ҡыҙ егеттең дуҫлығын ҡабул итергә әҙер булмай. Һөйгәне юғары уҡыу йортона юлланғас, Рөстәм дә уның артынан эйәрә һәм информатика факультетын тамамлай. Студент йылдары, тап һөйә һәм һөйөлә торған мәл, ялҡынлы күңел үҙенекен итә – йәштәр дүртенсе курста өйләнешә. Диплом алғанда сабыйҙары ла тыуа.
Әйткәндәй, диплом эшен Алина беренсе курста уҡ билдәләп ала, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадын тикшерә ул. Ҡулында бер йәшлек бала, ипотекаға алған фатирҙарында ремонт бара, стипендияларын йыйып, төҙөлөш материалдары ташыйҙар, китапханаға ла ваҡыт табалар. Курста иң беренсе яҙып тапшыра эшен. Уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Бәхетле ҡатын
– Татыу йәшәйбеҙ, – ти Алина ҙур зәңгәр күҙҙәрен генә көлдөрөп. – Ике балабыҙ бар: ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ. Бөтөн иғтибарыбыҙҙы, һөйөүебеҙҙе биреп үҫтерергә тырышабыҙ. Тормоштоң бар бөгөлдәренә лә яраҡлашырға, өлгөрөргә тырышып ғүмер итәбеҙ.
Алина – блогер, социаль селтәрҙә уларҙың көнитмеше менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Мәҫәлән, нисек ашарға бешерәһегеҙ, ҡулығыҙҙы яндырып ҡуйыу ҡурҡынысы юҡмы, тип тә һорайҙар икән. Бындай осраҡта силикон бармаҡсалар ҡулланыла, сәйҙе сынаяҡҡа ҡойғанда тауышын ишетеп тулғанын тоям, ти йәш ҡатын, уларға яуап биреп. Рөстәме компьютерҙы биш бармағылай белә, IT-белгес. Ҡатынына телефонын да бөтә яҡлап яраҡлаштырып биргән: туҡталышты ла «күрә», магазинда аҙыҡ-түлектең сығарылған ваҡытын да ҡарай ала, башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе лә «уҡый».
Алина Сурағолова Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә матбуғат секретары булып эшләй. Сайтҡа фото-видео материалдар эшләй. Бында ла телефондың махсус ҡушымталары ярҙамға килә. Һуҡыр балаларҙы тормошҡа яраҡлашырға өйрәтеү буйынса үҙмәшғүллек асып, уҡыуҙар алып бара ҡатын. Күреү һәләтенән мәхрүм балаларҙың яҙмышы борсой уны. Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүҙән башлап, оло донъяла бер ситтә генә түгел, ә уртала, үҙеңә кәрәкле ерҙә урын алыуҙарын теләй ул тәрбиәләнеүселәренең. Шуға өйрәтә лә. «Мәҫәлән, мин, балаларыбыҙҙың үҫеп етеп, беҙгә социаль хеҙмәткәр булыуын көтмәйем. Беҙҙең кеүектәр мөмкин тиклем тулы тормош менән йәшәһен, камиллыҡҡа ынтылһын. Ошо тәңгәлдә холоҡтарын сыныҡтырам».
Бына шундай ханым ул Алина Руслан ҡыҙы! Һөйләшкәндә уның күрмәүен дә онотаһың. Күк йөҙөндәй саф һәм ихлас ҡарашы арбай, аҡыллы фекерҙәре уйландыра, тәүәккәл эштәре һоҡландыра. Ә иң мөһиме – Алинаның күңел күҙе беҙгә, күргәндәргә, әллә ниндәй мөғжизәне һәм илаһилыҡты асып бирә кеүек.
Роза Хөснуллина.