«Фрося Бурлакова»
Бәләкәстән йырлай белгәс, барыһы ла бер ауыҙҙан «моңло бала» тигәс, йырсы булырға хыялланмау үҙе яҙыҡ булыр ине. Венера ла туғыҙынсы кластан һуң ошо теләк менән баш ҡаланың сәнғәт училищеһына килә, әммә «тауышың ултырмаған... үҫмерлек осоро шауҡымы, ике йылдан кил» тип кире боралар. Мәктәпте тамамлағас, тағы юллана, тик инде институтҡа. Әммә инде уҡыу йортона аяҡ баҫҡас шул асыҡлана – йыраҡ Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан үҙ белдеге менән генә әҙерләнеп сыҡҡан һәм йөҙ төрлө юл михнәте менән баш ҡалаға барып етә алған ҡыҙ бала документтарын онотоп ҡалдырған була. Шулай ҙа имтихан тапшырыу бүлмәһенең ишеге төбөндә күҙ йәштәрен йотоп торған Венераны «тыңлап ҡарауға ғына» тип индерәләр. Йырлап тора ҡыҙсыҡ, ике сикәһенән ике юлаҡ ағып тора. Артабанғы һынауҙарҙа иһә инә лә халыҡ йырын башҡара, инә лә башҡара. Нота танымай, бер ниндәй музыка белеме юҡ, үҙе әйтмешләй, был өлкәлә әлепте таяҡ тип белмәй, ә тауышынан тәҙрә быялалары сыңлай. «Фрося Бурлакова» тип көлөшә уҡытыусылар һәм... уҡыуға ҡабул итеп, документтары артынан ҡайтаралар.
Венераның атаһы Тимерғәле Ғәйҙәней улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫеп, Бөрйәнгә физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Ә уның әсәһе Фәниә Ғәбделбарый ҡыҙы Зәки Вәлидиҙең бер туған ҡустыһының ҡыҙы була. Әммә барыбыҙға билдәле булған боларышлы замандарҙа уларға исем-шәрифтәрен алмаштырып, тыуған-йәшәгән ерҙәрен йәшереп кенә иҫән ҡалыу тейә. Тик ғаиләлә телдән-телгә күсеп килгән иҫтәлектәр генә был тарихты оноттормай.
Тимерғәле ағай ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы, завуч, директор булып эшләй һәм аҙаҡҡы йылдары иһә Бөрө ҡалаһына күсеп, педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә күтәрелеп, институтта белем бирә. Йырсының әсәһе Әлфиә Рәхмәт ҡыҙын мәктәпте яңы тамамлаған йәш ҡыҙ көйөнсә генә алып, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡытып ала. Ул клубты ла, китапхананы ла етәкләй. Ошо ғаиләлә донъяға килә Венера.
– Ҡайҙандыр фортепиано бар ине өйҙә, уны төпкөл ауылға нисек һәм ҡасан килтергәндәрҙер – иҫләмәйем, әммә шунда арымай-талмай клавишаларға баҫҡылып ултыра торғас, ысынлап уйнарға өйрәнгәнемде беләм. Быға радионан концерттар тыңлауым һәм шул моңдо бармаҡтарым менән яһарға тырышыуым булышлыҡ итте. Ул саҡта, әлбиттә, быға берәү ҙә артыҡ иғтибар бирмәне. Тора-бара өйҙәгеләр һәм хатта тамашасылар алдында ла сығыш яһай башланым. Уйнау ғына етмәй, килеп тороп ҡушылып йырлайым бит инде, – тип мәрәкә итеп һөйләй бала саҡ «әртислектәрен» Венера.
Уҡырға ингән ҡыҙ ҡайтышлай Стәрлегә ҡартәсәһенә һуғыла. Уныһы иһә ейәнсәренең йырсыға барыуына ҡаршы төшөп, кооператив техникумға ҡоҙалай. Бөтә нәмә дефицит йылдарҙа «теләгән тауарыңды алырһың, ул-был үҙ ҡулыңда булыр» тип кәңәш итә ҡартәсәй, тик хыялдары менән ҡанатланған ҡыҙ быларҙы ишетергә лә теләмәй ауылына һыпырта.
Иҫке Монасипта көтөп торған Маһикамал өләсәһе лә шиген белдерә, әртис-ҡыҙға кейәү сығырмы икән, тип көйөнөп тә ала. Атаһы ла хафалана төшә, әммә ғаилә кәңәшмәһендә, ҡыҙҙың ҡанаттарын ҡайырмаҫҡа, тигән ҡарарға киләләр һәм уҡырға ебәрәләр.
– Сәнғәт институтының йыр бүлегендә ете йыл белем алдым. Ике йыл әҙерлек үттем. Бүлектә өс кенә студент. Илдар Абдразаҡов менән бергә ултырабыҙ. Тәүге йылы шулай булды: мин русса белмәйем, аңлауын аңлайым, тик аңлатырлыҡ тел юҡ, – тип һөйләй Венера. – Йәһүд уҡытыусылар бар, сольфеджио, гармония, полифония, теория кеүек фәндәрҙән һабаҡ бирәләр. Шунда Илдар миңә «мә, күсер тиҙ генә» тип дәфтәрен һона, әммә шуны ла күсерергә эшкинмәйем. Нисек күсерәһең инде, әгәр скрипка асҡысын да яһай белмәгәс. Шул саҡ миңә бергә ятаҡта йәшәгән Гүзәл тигән ярымбашҡорт, ярымҡаҙаҡ скрипкасы ҡыҙ ярҙамға килде. Түгелеп илауҙарымды күреп йәлләнеме, яҡын күрҙеме, бер мәл был минең менән шөғөлләнә башланы. Дәрестән ҡайтып сәй эсеп алам да, Гүзәлгә һөйләйем, ятлайым, йырлайым, диктант яҙам... Уҡытыусым Римма Мөхтәр ҡыҙы Мусина ла ауыл балаһын кеше итеүгә ҙур көс һалды. Һәм мин инде оҙаҡламай дәрестәрҙә ырғып тороп һөйләй, имтихандарҙы шартлатып бирә башланым. Яҡшы, мәрхәмәтле кешеләр юлымды асты шулай.
Йондоҙло сәғәт
Ижади балҡыштың шундай бер һыҙаты бар – ул мәңгелек түгел. Ул, ғәҙәттә, йондоҙ булып ҡапыл балҡып ҡалҡа ла, әллә күпме һоҡланыулы, аптыраулы, көнсөл һәм ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙы биләй торғас, офоҡ һыҙаттарына тиклем яҡтыртып йыһан аша атыла. Балҡыш тап шулай була: ул меңләгән йондоҙҙар араһында күренер-күренмәҫ баҙырамай, ут төртөктәре араһында күмелеп ҡалмай, һан өсөн тормай күктә, ә барыһының иғтибарын йәлеп итер осош яһай. Венера менән дә шул хәл була. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһенә баҫҡас та, йондоҙло сәғәте һуға уның. Сығыштар, концерттар, гастролдәр, бәйгеләр башлана. Сит өлкәләр, сит илдәр, сит халыҡтар алдында башҡорт моңоноң баһаһын күтәреү бәхете тейә уға. Хөкүмәт сараларынан сығып, төпкөл ауылдарға юллана, юлдан ҡайтып, үҙәк сараларҙа сығыш яһай, республика делегацияһы менән рәсми эш сәфәренә оҙатыла, унан тура концерттарға барып инә.
Көндө – төнгә, аҙнаны айҙарға бәйләгән тығыҙ графикта йылдар әйләнәһенә эшләй. Еңел күлдәктә, туфлиҙа йәйҙең-ҡыштың төрлө тәбиғәт шарттарында, үҙ теләген дә, кәйефен дә, сәләмәтлеген дә икенсе планға күсереп, сәнғәткә хеҙмәт итә. Хатта самолетта ла ҡунаҡтар алдында сығыш яһарға тура килә йәш йырсыға. «Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһендә
Гран-при, «Урал моңо» төрки йәштәренең халыҡ-ара фестиваль-конкурсында еңеп, «девятка» машинаһын ала. Был 28 йәшлек ҡыҙ өсөн оло еңеү була.
– Республикабыҙ етәкселеге йырлауымды яратты һәм хөкүмәт концерттарына ла сығышымды ҡуйҙырталар ине. Беҙҙә йәш һәләттәрҙе күрә һәм күтәрә беләләр бит, – тип яҡты хәтирәләре менән бүлешә бөгөн Венера Тимерғәле ҡыҙы. – Әлбиттә, иренендә һөтө лә кипмәгән бер ауыл ҡыҙының бындай мәртәбәле тамашасыһы булыуы күптәрҙе көйөндөрҙө һәм ниндәй генә һүҙ булманы. Тик мине аҡыллы һәм оло дуҫтарым «яҡшы атҡа ҡыңғырау тағалар» тип тынысландырҙы. Ҡыңғыраулы ат булып иғтибар үҙәгендә йөрөү яҙмышым булғандыр, күрәһең.
Уңыштың тағы ла бер уҫал яғы бар – ул ҡорбан һорай. Был һынау ҙа урап үтмәй Венераны. Көтмәгәндә ауырып китә ҡыҙ. Тауышын, хәлен, дәртен ала билгеһеҙ сир. Халыҡ алдына сығып баҫырлыҡ та әмәле ҡалмай. Дауаханалар, табиптар, тикшерелеүҙәр теҙмәһе үтмәй ҙә, бөтмәй ҙә. Мәскәүгә, хатта Германияға тиклем барып, дауаханала ятып ҡайта. Тәғәйен генә диагноз ҡуя алмайҙар. Ҙур сәхнәнән китеп, ете йыл радиола, унан оҙаҡ йылдар филармонияның лекторий бүлегендә эшләй. Бер нисә ҡатмарлы операция үткәрә шул араларҙа, ғәриплек төркөмө бирәләр. Тик былар хаҡында уның яҡындарынан башҡа берәү ҙә белмәй.
Миләүшә Ҡаһарманова
Фото А. Королев