Алһыу ХАММАТОВА – арҙаҡлы яҙыусы, тарихи романдар авторы Яныбай Хамматовтың тормош иптәше Фидан Ғәббәс ҡыҙы хаҡындағы «Олатайҙың алтын таяуы булды» мәҡәләһе өсөн (2-се һан). Алһыу Әнүәр ҡыҙы ҡәҙерле кешеләренең ижади мираҫын мәңгеләштереүҙә һәм киләһе быуындарға тапшырыуҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡара.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА – үҙенсәлекле ҡыҙ бала яҙмышын нескә психологизм менән сағылдырған, мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡорол-ған, тәрбиәүи яҡтан уйландырырлыҡ «Тиле ҡыҙҙың хикәйәте» әҫәре өсөн (10-сы һан).
Римма ҒӘЛИМОВА – һөйөүгә мәҙхиә йырлаған сая ла, хисле лә, өмөт һәм һағыш тулы «Ярата ла беләм, йөрәгемдә сәскәле яҙ килгән мәлкәй-ҙәрем...» мөхәббәт лирикаһы өсөн (4-се һан).
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА – йыл дауамында донъя күргән «Ҡатын-ҡыҙ – ир-ат һөнәрендә» рубрикаһындағы мауыҡтырғыс мәҡәләләре һәм үҙенсәлекле яҙмышлы, көслө рухлы геройҙар тормошон һутлы тел, ижади оҫталыҡ менән яҡтыртҡаны өсөн.
Лауреаттарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижади ҡомарҙары һүрелмәүен теләйбеҙ! 2025 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы менән емешле хеҙмәттәшлек итеп, баҫмабыҙҙың бәҫен күтәргән ҡәләм оҫталары: Тамара Ғәниева, Таңсулпан Ғарипова, Зөлфиә Ханнанова, Миңлегөл Хисамова, Фирҙәүес Бәширова, Лариса Абдуллина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Ғәлиә Кәлимуллинаға ҙур рәхмәт! Шулай уҡ ғалимә, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләковаға, тарих фәндәре докторы Лена Сөләймәноваға, Сибай ҡалаһынан Хәлил Һөйөндөковҡа, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды юрисы Ғәлим Мөхәмәтдиновҡа, психолог Гөлсинә Йосоповаға һәм башҡа бөтә авторҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Яңы 2026 йыл имен, бәрәкәтле килһен, журналыбыҙҙың тоғро дуҫтары тағы ла артһын. Ауыр замандарҙа бер-беребеҙгә терәк-таяныс булайыҡ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!