«Гидрологтың хеҙмәте тәбиғәтте һаҡлау, һыуҙарҙың бысраныуына, кәмеүенә юл ҡуймау, ҡоролоҡ, һыу баҫыу кеүек афәттәрҙе алдан күҙалларға мөмкинлек биреүе менән әһәмиәтле. Үҙем Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан. Үрге Әбдрәшкә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып килгәйнем. Бында үҙ бәхетемде таптым, тормош иптәшем Айбулат Фазлетдин улы менән ғаилә ҡорҙоҡ. 1978 йылда гидролог булырға тәҡдим иттеләр. Ул ваҡытта идаралыҡ Свердловскиҙа, контора Силәбелә ине. Силәбегә барып, курстарҙа гидролог һөнәренә уҡып, танытма алып ҡайттым», – тип һүҙ башлай Рәйсә Ғөбәйт ҡыҙы.
Гидролог ниндәй эштәр башҡарырға бурыслы, тип ҡыҙыҡһынам һөйкөмлө апайҙан. «Эше байтаҡ ҡына уның. Йәй көнө иртәле-кисле һыу кимәлен, температураһын һәм сығымы нисбәтен, яуым-төшөм күләмен, метр йә ике метр һайын секундына күпме һыу аҡҡанын үлсәйһең. Ҡышын һыу кимәлен, боҙ ҡалынлығын теркәп бараһың. Яҙғыһын инде, ташҡын ваҡытында, күрһәткестәрҙе өс-дүрт ҡабат тикшерәһең, яҙып алаһың. Вертушка, һыу үлсәй торған рейка, термометр кеүек әйберҙәр менән үлсәй инем. Яңғыҙыңа ғына был эштәрҙе башҡарыу бик ауырға төшә, ирем иң төп ярҙамсым булды. Ҡыш боҙ аҫтында ағып ятҡан йылғаның тиҙлеген үлсәү өсөн мәке уйырға, свайҙар ҡағырға кәрәк. Һыуҙың сығымы нисбәтен йылғаның төрлө тәрәнлектәге урындарынан үлсәргә, бының өсөн кәмәлә сығырға, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә оҙон һунарсы итегендә оҙаҡ ваҡыт һыу эсендә торорға ла тура килде. Күрһәткестәр дөрөҫ булһын өсөн тырыштыҡ шулай. Һуңғы йылдарҙа эш бер аҙ еңеләйгәйне, һыуҙың байтаҡ күрһәткестәрен ярҙан, махсус кабинанан ғына алабыҙ. Гидрологтың эше яҙғы ташҡын ваҡытында айырыуса мәшәҡәтле һәм хәүефле. Ул иғтибарлы, йыйнаҡ булырға, хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәргә бурыслы. Үлсәүҙәрҙе көн дә иҫәпләп, махсус дәфтәргә теркәп бараһың һәм ай һайын отчетты гидрометеорология үҙәгенә почта аша бер нисә ҡалын хат итеп ебәреп тораһың. Оҙаҡ йылдар дауамында тәбиғәт күренештәрен күҙәтеп, ошондай һығымталар эшләнем: Йылан йылы – уҫал, йылғалар таша. Ҡуян йылы ҡорораҡ була. Эт, Маймыл йылдары яҡшы килә, Аждаһала еләҫ була, ел ҡупмаҫ борон һыуҙы үлсәп ҡалырға тырышаһың», – ти тәжрибәле белгес.