-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
15 Декабрь 2025, 12:47

Минең әсәйем Ергә килгән изге фәрештәләй...

– Апай, ауылда өйөбөҙ яна, тиҙәр! – Ҡустымдың ҡалтыранған тауышынан ҡапыл күҙ алдындағы донъя әйләнеп киткәндәй булды.

Минең әсәйем Ергә килгән изге фәрештәләй...
Минең әсәйем Ергә килгән изге фәрештәләй...

Беҙ ҡайтып еткәндә янғын йортто ялмап алғайны инде. Шул тиклем ҡотороп дөрләй, яҡын барырлыҡ түгел. Янғын машинаһының һиптергән һыуы ла баҫа алмай. Улай-былай йүгерешәбеҙ. Әсәйем бер ҡайҙа ла юҡ! Оло кеше берәй ерҙә аңын юғалтып ятмаймы икән тип, бөтә әйләнә-тирәне тентеп сыҡтыҡ. Тышта эҙләйбеҙ, сөнки янғын башланғанда күрше егет, тәҙрә аша инеп, бөтә бүлмәләрҙе ентекләп ҡарап сыҡҡан, тапмаған. Шул өмөт менән сабышабыҙ... Тик был көн беҙгә оло ҡайғы кисерергә яҙған икән. Әсәйебеҙҙең кәүҙәһен бәләкәй яҡтан, һыуытҡыс эргәһенән таптылар. Эксперттар әйтеүенсә, иҫтән яҙып йығылған һәм шунан уяна алмаған. Бына шулай, уйламағанда әсәйем китеп барҙы ла үҙе менән бөтөн иҫтәлектәрҙе, ҡомартҡыларҙы һәм тыуған йортто ла алып китте. Бары йөрәк түребеҙҙәге әсенеүле үкенестәр һәм юғалмай, юйылмай торған һөйөү ҡалды.

...Бала сағы ла еңел булмаған уның, етемлектә генә үҫкән. Һуғыш башланғанда әсәйем, Рәшиҙә Сәлимгәрәй ҡыҙы Ғәйфуллина, алтынсы класта ғына уҡыған була. Шул баланы үҙенән өлкән ҡыҙҙар менән колхоз эшенә йөрөтәләр, йыш ҡына Төкөн станцияһына вагондарға утын тейәргә алып баралар. Көнөнә  тонналап  утын тейәйҙәр. Йәйен бесән, һалам күбәләйҙәр, бәрәңге, иген үҫтерәләр, ҡышын ҡар көрәйҙәр, сабата үрәләр, фронтҡа йөндән бейәләйҙәр, ойоҡтар бәйләп оҙаталар, фермаға мал ҡарарға йөрөйҙәр. Тылда көндән-көн хәл ауырлаша. Тамаҡтары ашҡа туймай, ҡулдары эштән бушамай. Аслыҡтан тире менән көпләнгән өй ишектәрен дә һыҙырып бешерәләр. Ҡара һағыҙ ҙа асығыуҙарын  баҫмай... 

Әсәйемдең әсәһе, минең өләсәйем,  өсөнсө баланан һуң аяҡҡа баҫа алмай мәрхүм булып ҡуя.  Ҡартатайым, Сәлимгәрәй ҡарт, өлкән ҡыҙы – Хәлиҙәһен Ибраһим ауылына кейәүгә бирә. Бәләкәс Рәшиҙәһен уйлап, Үрге Төкөн ауылындағы яңғыҙ ҡатынға өйләнә. Әсәйем тормошонда иң ауыр көндәр атаһы һуғышҡа киткәс башлана. Өй эсендәге бөтә эш үгәй ҡыҙ иңенә ята. Үгәй әсә уны мәктәпкә йөрөргә лә бушатмай хатта. Бала тапҡас бигерәк тә инде. Сабый ҡыҙҙың аяҡ-ҡулын бөтөнләй бәйләп ҡуя. Ул  түҙә, бына-бына һуғыш бөтөр ҙә атайым ҡайтыр һәм тормошом үҙгәрер, тип өмөтләнә. Тик өмөтө аҡланмай. Атаһына «похоронка» килеп төшкәс,  үгәй әсә ҡыҙҙы апаһы Хәлиҙәгә бирә. Быныһы ҙур бәхетһеҙлек эсендәге бер бәләкәй генә бәхет тә була ҡыҙҙар өсөн – улар бергә. Апаһы менән тыуған ауылдарына күсенеп ҡайтып иркен тын алып ебәрәләр. Йәй буйы емеш-еләк йыйып, Өфө баҙарына алып барып һаталар. Шулай өҫтәрен бөтәйтәләр, тамаҡтарын туйҙыралар, йорт-ҡураларын нығыталар. Ә һыйыр һатып алғандарынан һуң хәлдәре бөтөнләй еңеләйеп ҡала.

Әсәйем үҙенән күпкә бәләкәй балалар менән 24 йәшендә генә унынсы класты тамамлай. Аҡыллы, зирәк ҡыҙҙы мәғариф бүлегендә күреп ҡалалар. Кадрҙар етешмәү сәбәпле,  етенсе класта уҡ уҡытыуға ҡуялар. Ҡабаҡ ауылы мәктәбендә ул вожатый, уҡытыусы, йәштәр араһында агитатор була, политзанятиелар үткәрә. Ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнай. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Ҡулына диплом алғас, уны Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министрлығынан саҡыртып алып, К. А.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһына уҡырға  юллама тотторалар. Тик Хәлиҙә апаһы ҡаты ауырып китеү сәбәпле, әсәйем Мәскәүгә бара алмай ҡала. «Был – минең  тормошомдағы иң ҙур үкенесем», – тип  һөйләне ул беҙгә һуңынан.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас