Ғаиләлә өс бала үҫә улар. «Шамил ағайым минән йәш ярымға өлкәнерәк, ә игеҙәк апайым Розалина ярты сәғәткә олораҡ, – ти спортсы. – Әсәйем Резида Риф ҡыҙы оҙаҡ йылдар рудникта эшләне, карьер ябылғас, пенсияға китте. Ул минең өсөн – аҡылдың үҙе, түҙемлек, ғәҙеллек, көс өлгөһө булып тора. Өләсәйем дә – бик ҡыҙыҡ яҙмышлы, ҙур йөрәкле, ныҡлы рухлы ҡатын, сабый сағы ауыр йылдарға тура килгән һуғыш балаһы. Уны ла бик яратам, хөрмәт итәм». Ҙур спорт юлында иһә атаһы Факил Фидаис улы дәртләндереп тора. «Атаһы – Заринаға дуҫ та, кәңәшсе лә, матди яҡтан таянысы ла. Мин ҡаршы булғанда ла ул һәр саҡ ҡыҙы яғында», – ти Резида Риф ҡыҙы.
«Ниндәй еңеүҙәрең менән ғорурла-наһың?» – тигән һорауға ул 2024 йылда Грецияла үткән Йәштәр араһындағы донъя чемпионатын атай. «Ауырлыҡтар ҙа булманы түгел. Унда барыр, ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн бөтә Сибай халҡы аҡса йыйышты. Шул хәтлем ярҙамды көтмәгәйнем дә, ифрат ҡыуандым, иң мөһиме – ҡаламдың да, тренерымдың да ышанысын аҡланым, үҙемдең булдыра алыуымды иҫбат иттем – алтын миҙал алып ҡайттым. Ул саҡта ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла әле һаман рәхмәт уҡыйым». Күңелен йылытҡан икенсе ваҡиға – Бангкокта, Раджадамнен стадионында үткән донъяла иң көслө лигаларҙың береһе RWS-та профессиональ дебюты. Донъя чемпионатынан һуң уны менеджер һәм тренер Руслан Алексеевич Кривуша Таиландҡа, үҙ командаһына саҡыра, бында ул ике ай буйы ал-ял белмәй әҙерлек үтә.
Спортсы ҡыҙ журнал уҡыусыла-рына шулай тип өндәшә: «Тыуған еремде бик яратам, тамырҙарымды онотмайым. Бер йыл сит илдә йәшәһәм дә, донъя рингына сыҡҡан һайын үҙ илем – Рәсәй исеменән сығыш яһауым менән ғорурланам. Тыуған ҡаламдағы спорт залын йыш иҫемә төшөрәм: оло юлым тап шунда башланды, хыялым үҫте бит. Миңә ышанған тренерыма, һәр саҡ терәк булырға әҙер ғаиләмә бик рәхмәтлемен. Борис Викторович Дмитриев исемле бик яҡшы дуҫым бар, миңә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, шундай көслө кешеләр осрамаһа, бик ҡыйын булыр ине.
Йәштәрҙе илһамландырғым килә. Миңә ҡарап, бәләкәй ҡалаларҙа, ауыл-дарҙа үҫеп тә ҙур аренаға сығып булғанын, уңыш ҡаҙанырға мөмкин икәнен аңлаһындар ине. Үҙеңә ыша-нырға, бирешмәҫкә һәм һәр саҡ шуны иҫтә тоторға кәрәк: маҡсатҡа алып барыусы төп көс ул – һин үҙең».
Гөлшат ҠУНАФИНА.