-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
20 Ноябрь 2025, 12:07

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес

Кисә, 19 ноябрь,  “Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙары союзы” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһы “Ҡатын-ҡыҙҙар союзы” төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең сираттан тыш отчет-һайлау конференцияһы уҙыуы хаҡында яҙғайныҡ. Шул хаҡта ентекләберәк:

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес

БР ҡатын-ҡыҙҙар союзын 28 йыл дауамында етәкләгән Рәшиҙә Солтанова был вазифанан китеүе хаҡында белдерҙе. Ул был йылдарҙағы эшмәкәрлектәре тураһында сығыш яһаны: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының ерҙе киләсәк быуындарға һаҡлау, ғаилә, ир-егетте яҡлау, эскелеккә ҡаршы көрәш, экология мәсьәләләре, МХО-ға ярҙам, грант эшмәкәрлеге һәм башҡа йүнәлештәр буйынса әүҙем эшләүҙәре хаҡында һөйләне. Республикалағы һәр район-ҡалаларҙағы ҡатын-ҡыҙҙар союзы башында торған гүзәл заттарҙы исемләп хәтерләүе менән һоҡландырҙы, уларҙың һәр ҡайһыһына айырым рәхмәтен белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы Данияр Абдрахманов республикабыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙар союзының эшмәкәрлеген юғары баһалап:

­– Ҡатын-ҡыҙ – ул тотороҡлолоҡ нигеҙе. Һеҙ һәр саҡ яҡлайһығыҙ, ярҙам итәһегеҙ, илһамландыраһығыҙ, – тип билдәләне.

Данияр Муллаяр улы республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә 28 йыл етәкселек иткән Рәшиҙә Солтановаға ҙур рәхмәт белдерҙе һәм яңы һайланған рәйес Гүзәл Насироваға уңыштар теләне.

 

Рәшиҙә Солтановаға “Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының почетлы рәйесе” тигән исем бирелде.

Рәшиҙә  Искәндәр ҡыҙы яңы һайланған рәйескә уңыштар теләп:

– Йәштәргә юл бирәбеҙ, уларға юлдар асыҡ булһын. Йәш кешеләр  үҙенсә алдынғы, позитив энергия менән ижад итергә тейештәр.

28 йыл – үҙе бер ғүмер, миңә илле йәш ине килгәндә. Үкенмәйем биргән көсөмә, үткән юлыма. Мин әле президиум ағзаһы ла булып ҡалам, үҙем дә тик ултыра алмаҫмын, артабан да эште дауам итермен.

Беҙ башлаған эштәр дауам итһен, өҫтәлһен, киң йәйелдерелһен. Гүзәл Рәйес ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен дә уңышлы етәкләп алып китер, яңы башланғыстарға нигеҙ һалыр, тип ышанам, – тине.

Гүзәл Насирова күрһәтелгән ышанысты аҡлау өсөн бөтә тырышлығын һаласағы хаҡында белдерҙе.

  • Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тарафынан иҫ киткес ҙур эштәр башҡарылған. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ иңенә яуаплы һәм изге бурыстар һалынған, беҙ – йәшәүҙе дауам итеүселәр. Ә инде хәрәкәттең эшмәкәрлегенә килгәндә, республика ҡатын-ҡыҙҙарын тағы ла нығыраҡ берләштереүҙе, уларҙы ил кимәлендә данлауҙы, Рәсәй кимәлендә танытыуҙы, мохтаждарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуям. Беҙ бергә булыуыбыҙ, берҙәмлегебеҙ менән көслөбөҙ, – тине Гүзәл Рәйес ҡыҙы яуап һүҙендә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзында яңы рәйес
Автор:
Читайте нас