Кисә Өфөлә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында билдәле ғалим, сәсәниә, йәмәғәтсе Розалиә Солтангәрәеваның ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша ҡуйылғайны. "Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәрҙәре тамаща алдынан баҫмабыҙға яҙылыу ойошторҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар "Башҡортостан ҡыҙы"н яратып уҡыуҙары тураһында һөйләне, теләп яҙылдылар. Улар араһында етәкселәрҙең дә булыуы бик шатландыра.
Иглин районы хакимиәте башлығы, Әлшәй ҡыҙы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Насирова баҫмабыҙға яҙылып та ҡуйған, ә кисә әсәһе Камила апайға ла яҙҙырҙы.
Гүзәл Рәйес ҡыҙына милли матбуғатты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергәне өсөн рәхмәт!