-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
27 Октябрь 2025, 14:36

Розалия Солтангәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә - 50 йыл

Өфөлә сәсән Розалия Солтангәрәеваның ижад эшмәкәрлегенең 50 йыллығына арналған театрлаштырылған концерт үтәсәк.16 ноябрҙә Өфөлә билдәле ғалим, сәсән, йәмәғәтсе Розалия Солтанғәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша үтәсәк.

Розалия Солтангәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә - 50 йыл
Розалия Солтангәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә - 50 йыл

Программа нигеҙенә башҡорт халҡының бөйөк эпосы-ҡобайыры «Урал-батыр», башҡорт халыҡ йырҙары, йолалары һәм көйҙәре алынған . Юбилей кисәһендә Башҡортостан Республикаһының абруйлы сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илшат Мөслимов һәм Венер Сөнәғәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин, билдәле журналист, шағир Айбулат Сәсәнбаев, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Венер Йылҡыбаев), Өфө сәнғәт училищеһы думбырасылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гүзәл Үмәрғәлина), сәсәндәр һәм бейеүселәр сығыш яһай.

Концерттың режиссеры – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.

Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50.

Башлана: 19:00 сәғәттә.

Билеттар vk.cc/cQJpt7 һылтанмаһы аша һатыла.

Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – билдәле фольклорсы, халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рәсәй тауыштары» конкурсы лауреаты, Ҡырғыҙ Республикаһының «Манас» академияһының почетлы академигы, Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге премиялар лауреаты.

 
Автор:
Читайте нас