-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
8 Октябрь 2025, 15:54

Техникаға йән өрөүсе Әлиә

Студент йылдарында уҡ комбайн йөрөткән Әлиә Фәтхиева, Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Благовар районына ауыл хужалығы техникаһын йүнәтеүсе инженер булып эшкә ҡайтҡан. Ир-ат халҡы менән идара иткән йәш ҡыҙ, хеҙмәттәштәре һәм етәкселек араһында уңған булыуы менән абруй ҡаҙанып та өлгөргән. – Әлиә, журнал уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған иң беренсе һорау ошо булыр, моғайын: оло техникаға яҡынларға нисек йөрьәт иттегеҙ?

Техникаға йән өрөүсе Әлиә
Техникаға йән өрөүсе Әлиә

– Әсәйем: «Һин әле бәләкәй генә сағыңда, сәстәреңде бармағыңа урап, «чик комбайн, чик комбайн» тип һамаҡлап ултыра торғайның», – тип һөйләй. Заманында өләсәйем ауылда беренсе комбайнсы-ҡатын-ҡыҙ булған. Нәҫелдән, ҡандан күскәндер тимергә, техникаға һөйөү. Тракторҙарҙың, комбайндарҙың ҡеүәтле көсө мине һәр ваҡыт һоҡландырҙы. Уның кабинаһы эсендә үҙемде карапта асыҡ йыһанға сыҡҡан космонавт кеүек тоям. Ныҡ оҡшай. Ә был тарихтың башы ошолай булды: Өфө дәүләт авиация университетына инергә саҡ ҡына балдарым етмәне, һөҙөмтәлә Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетын һайланым – был минең артабанғы яҙмышымды хәл итте лә ҡуйҙы. 2020 йылда беҙҙе, бер төркөм студенттарҙы, йәйге практикаға Бүздәк районына ебәрҙеләр. Бер ай самаһы «Башкирагроинвест» хужалығында бөртөклө культура сирҙәрен, иген үҫтереү үҙенсәлектәрен өйрәндек. Ә бер көндө инженер: «Һеҙ бит механиктар, барығыҙ, шөрөп бороғоҙ», – тип беҙҙе ремонтҡа ултыртты. МТС-та бер боҙоҡ, үҙҙәре әйтмешләй, «донор-комбайн» ултыра ине. Минең ҡыҙыҡһыныуымды күреп, бригадир: «Әгәр төҙәтә алһағыҙ, шунда эшләргә рөхсәт итермен», – тине. Беҙ, өс студент ҡыҙ, йүнәтеп алдыҡ бит теге комбайнды – ул мәлдәге ҡыуанысты күрһәгеҙ! Шунда тәүге тапҡыр комбайн йөрөтөп ҡараным һәм үҙемә оҡшап ҡалды. Баҫыуҙа йәй буйына урҙыҡ. Ауыр булманы, бары тулған игенде йөк машинаһына бушатҡанда бер нисә тапҡыр ситкә ҡойҙом. Унан яйлап өйрәнеп киттем. Тоннанан ашыу иген һуғып, комбайнсылар менән бер рәттән яҡшы ғына хеҙмәт хаҡы ла алдым.

Беҙҙең факультетта күп кенә төр техниканы йөрөтөүгә бушлай уҡыу ойошторолғайны, миндә бөтә категорияға ла тиерлек водитель танытмаһы бар. Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университеты магистратураһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, йүнәлтмә менән Благовар районы Мирный ауылына техника ремонтлау инженеры булып эшкә килдем.

– Хәҙер, ҡыҙҙарҙың күбеһе ҡалаға ынтылғанда, һеҙ – ауылда: кәрәсин, бензин, тимер-томор араһында. Был эштәрҙең оҫтаһы булыр өсөн ниндәй сифаттар  талап ителә?

– Теләгең булғанда, һәр эште лә үҙләштерергә мөмкин, тик бына йылдар буйына һөнәреңә тоғро ҡалыу һирәктәргә бирелгән ҡөҙрәттер. Комбайн йөрөтөү көс, түҙемлек, ирҙәрсә таһыллыҡ, тиҙ генә ҡарар ҡабул итә белеүҙе талап итә. Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлаусы инженер өсөн төплө белем кәрәк. Баҫыуҙағы эш көсөргәнешле, етмәһә, туҡтауһыҙ осҡан саң тамаҡҡа, тын юлдарына ултыра. Комбайн йөрөтөү мине ни хәтлем ҡанатландырһа ла, аллергия менән яфаланғанға күрә, яланда оҙаҡ була алмайым. Шуға әлеге яуаплы эшем менән, һеҙ әйтмешләй, кәрәсин, бензин еҫе аңҡып торһа ла, бик ҡәнәғәтмен. Техникаға йән өрөү, ауыл иркенлеге, хозур тәбиғәте, ҡара тупраҡтан ныҡлы баҫып атлап йөрөү рәхәтлек бирә миңә.

– Баҫыуҙа ла, МТС-та ла һеҙҙән башҡа бер ҡатын-ҡыҙҙы күрмәнек. Ир-ат араһында ауыр түгелме? Нисек абруй яулай алдығыҙ?

– Тәүҙә минең менән иҫәплә-шергә теләмәүселәр ҙә булды – йәшермәйем. Ситтән ниндәйҙер бер ҡыҙ бала килһен дә «командовать» итеп йөрөһөн әле. Һәр кеменә төрлөсә «подход» табырға тура килде. Кемеһенәндер ярҙам һорайым – кеселекле булам. «Теш» тә күрһәтеп алам – талапсанлыҡ кәрәк. Ир-ат менән эшләүе күпкә еңелерәк кеүек миңә. Ғаиләлә ҡустым менән үҫтек, унан университетта ла күбеһенсә ир-егеттәр менән уҡыным – ошо ла йоғонто яһағандыр. Көслө зат тураһын әйтә, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә лә берҙәм, аяҡ салмай. Ҡыҫҡа һәм аныҡ уларҙың һөйләшеүе лә. Хеҙмәтеңде сифатлы итеп башҡарһаң, һәр кеменең эшен хөрмәт итеп, дөрөҫ бурыстар ҡуя белһәң, ышаныстарын яуларға мөмкин. Хәҙер мине баштағы кеүек «ҡыҙыҡай» тип түгел, ә хөрмәт менән «инженер Әлиә» тип йөрөтәләр.

– Ә ниндәй ҡаршылыҡтар аша үттегеҙ? Нисегерәк ойошторолған эш көнөгөҙ?

– Благовар районында фатир булмағанға күрә, мине күрше Шишмә районына өйгә индерҙеләр. Тәүге ҡояш нурҙары әле сығып етмәй, «попутка» көтөп тора торғайным. Ауыр булды юлда йөрөүе. Яңыраҡ «Нива» бирҙеләр, хәҙер руль артында эшкә тиҙ генә килеп етәм. Аңлайһығыҙҙыр, ауыл хужалығы предприятиеларында эш сәғәт иртәнге етелә инде гөжләп тора. Тәүҙә йыйылышта көндәлек эш тәртибе, план билдәләнә. Артабан йүгерешә башлайбыҙ: боҙолған техниканы йүнәтергә, ҡорамалды алмаштырырға, һатып алырға, яңыртырға... Эҫе, һыуыҡ, ямғыр, ел-дауыл тип тормайһың, баҫыуға ла сығаһың. 

 

Альбина Ғөбәйҙулллина.

Фото: А. Королев.

Техникаға йән өрөүсе Әлиә
Техникаға йән өрөүсе Әлиә
Техникаға йән өрөүсе Әлиә
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас