-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
6 Октябрь 2025, 15:14

Ҡәйнәһенә күрә килене

Килен – ҡәйнә тупрағынан, тиҙәр. Был һүҙ менән килешәһегеҙме? Әңгәмәбеҙҙә ҡатнашыусылар – тәжрибә туплап, «килен күлдәген» байтаҡ «туҙҙырған», кәңәш бирерҙәй, хис-тойғоларын йәшермәй һөйләй алырҙай ҡатындар: Зөлфиә Ханнанова менән Резеда Рәхимова. – Ҡыҙҙар, апайҙар, әйҙәгеҙ, ул көндәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек әле: ҡәйнәгеҙ һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Йәшәй-йәшәй тәүге тәьҫораттарығыҙ үҙгәрҙеме? Зөлфиә Миндибай ҡыҙы: – Мин ғаиләлә иркә генә кинйә ҡыҙ булып үҫтем. Шулай ҙа инәйем (әсәйем) күп кенә эшкә өйрәтте, бигерәк тә нәҙек кенә итеп һалма ҡырҡырға. Килендең оҫталығын һалмаһына ҡарап һынайҙар, тиер ине. Ҡулдарың һыҙлар, тип һыйыр ғына һауҙырманы минән. Ҡәйнә йортонда иһә, һыйыр һауа беләһеңме, тип һорап тороусы ла булманы, күнәк тотторҙолар ҙа: «Бар, һыйырҙы һауып ин!» – тип сығарҙылар ҙа ебәрҙеләр...

Ҡәйнәһенә күрә  килене
Ҡәйнәһенә күрә килене

Ҡәйнәм Рәмзиә Ғиниәт ҡыҙы бик егәрле, уңған, биләриттәр әйтмешләй, сискен ҡатын ине. Таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бүлде. Көҙйылға ҡасабаһында (хәҙерге Межгорье ҡалаһы) үҫкәс, ул русса һүҙҙәр ҡушыбыраҡ һөйләште: «Не ниже среднего!» Йәнәһе, йорттоң йыйнаҡлығы уртасанан дә кәм булмаһын. «Кем кермәй ҙә кем сыҡмай!» –  тиер ине. Һәм, ысынлап та, ауылда фельдшер булып эшләгәс, йорттарынан кеше өҙөлмәне.

Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиһәләр ҙә, мин ундай уңғанлыҡҡа ирешә алманым. Шулай ҙа яңыраҡ үҙемә асыш яһаным. Тормош иптәшем менән донъя көтөүебеҙгә 34 йыл булып киткән һәм әле булһа күп эштәрҙе ҡәйнәм өйрәткәнсә башҡарам икән: уның рецебы буйынса ҡыяр тоҙлайым, уның һымаҡ икмәк һалам, мунсаның иҙәндәрен тимер ҡырғыс менән ағартҡансы ҡырып йыуып ҡуям.

Резеда Миңнәхмәт ҡыҙы:

– Килен булып төшөүгә 17 йыл булып та китте. Ҡәйнәмдең төпсөк улы, әлеге минең ирем инде, 37 йәшенәсә өйләнмәй йөрөгән егет ине. Быға, бәлки, ҡәйнәм Мәфрүзә Хәйрулла ҡыҙының тирә-яҡта «уҫал» тигән даны сығыуы ла сәбәпсе булып торғандыр. Ул мине берсә шатланып, берсә һағайып ҡаршы алды. Ҡырҡ йәшкә етеп барған улының өйләнергә баҙнат итеүенә ҡыуанһа, һағайыуы иһә икәүләп матур итеп йәшәп ятҡанда бер ят кешенең килеп  кереүенә бәйле булғандыр, сөнки улар икеһе бер һүҙле булып, араларына бер ят кешене лә индермәй өйрәнгән ине.

Бөтә нәмәне лә һорап алырға өйрәнеүе ауыр ине башта. Уйламай әйтеп тә ҡыйын хәлгә ҡалған осраҡтар булды. Кәңәшләшергә ҡыйын саҡтарҙа таянырҙай әсәйем юҡ ине шул. Әммә тора-бара аҡыл ултыра, тәжрибә туплайһың. Иремдең әсәһе минең өсөн иң яҡын кешеләрҙең береһенә әйләнде.

Матур башҡорт күлдәге кейеп мәсеткә йөрөнө, хәйер таратты. Быйыл да Ураҙа байрамында етәкләшеп барҙыҡ мәсеткә, рәхмәттәр уҡып ҡайтты. Ҡәйнәм май айында яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте. Артыҡ оҙаҡ ауырымай, кеше ялҡытып, үҙе йонсоп ятмай ғына баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙ уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Бергә булған саҡтағы төрлө матур миҙгелдәрҙе иҫләйбеҙ.

– Ҡәйнәгеҙҙең һеҙҙе һоҡландырған ниндәй сифаттарын атап үтер инегеҙ? Ә ниндәй яҡтары оҡшаманы? Нимәләргә өйрәндегеҙ? Һеҙгә биргән иң ҙур һабағы?

Резеда Миңнәхмәт ҡыҙы:

– Иҫ киткес егәрле булды. Ирҙәр эшеме, ҡатындарҙыҡымы – белмәйем тип тормай, улдарының ҡулынан тартып алып эшләүе мине аптырата ла, һоҡландыра ла ине. Тәүәккәл, ҡурҡыу белмәҫ, һаулығы ла ныҡ булды. Мин унан башлыса ирҙәр эшенә өйрәнгәнмендер. Күберәк китап тотоп үҫкән бала инем, бында ҡулға көрәк, һәнәк, салғы алырға тура килде, эшкә лә йөрөгәс, ҡәйнәм ыңғайына өлгөрә алмай, әрләнгән, ауыр күтәрһәм, ауырып киткән саҡтар ҙа булды. Улына ҡаршы әйтмәҫкә, ыңғайына торорға өйрәтте, әсәйҙәрсә хәстәрлек талап итте. Иң оҡшамағаны ла шул улын саманан тыш иркәләүе, бәләкәй бала һымаҡ күреүе булғандыр, «бәпесем» тип йөрөттө ул уны аҙаҡҡы көндәренәсә һәм ир кеше ҡатын-ҡыҙ эшендә булышырға тейеш түгел тип ҡараны. «Кешенекен алма, үҙендекен бирмә» тигәне лә миңә тура килмәй ине.

Мин дә уның һымаҡ урам эштәрен нығыраҡ яратам. Бар эште лә уныңса, артыҡ оҙаҡ уйлап тормайынса, тиҙ һәм кәрәгенсә генә башҡара алыуыма шатмын. Ваҡыт булғанда, ямғырлы көндәрҙә манты, билмән әҙерләп ҡуйыу холҡо ла ҡалған, ни өсөн тигәндә, күпләп бал ҡорто тотҡан кеше матур көндәрҙә өйҙә ултыра алмай. Шулай уҡ ҡапыл ҡунаҡтар килеп сыҡҡанда туңдырғыста һәр саҡ әҙер ризығың булһын, тигән кәңәшен дә тоторға тырышам.

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы:

– Бик матур ҡатын ине, йәш сағында билдәле актриса Жанна Прохоренкоға оҡшатҡандар. Ул саҡта утһыҙ, юлһыҙ ауылға эшкә килгән бит инде. Ауырыуҙарға диагнозды шул тиклем дөрөҫ кенә итеп ҡуя торғайны. Ауылда бит төрлө кеше бар, бер-береһенә балта менән ташланһалар ҙа, йәрәхәттәрен бәйләргә йәш кенә ҡыҙ йүгерә, кәрәк икән, теш һура, етмәһә, күп ҡатын-ҡыҙ өйҙә бәпесләй. Яҙ көнө ташҡын һыуҙы кәмә менән сығып аръяҡҡа вызовҡа бара. Ауырыу янында оҙаҡлап китһә, ҡайным имсәк балаһын (минең иптәшемде!) кәмә менән алып сығып, имеҙеп алып ҡайтҡан. Күрше-тирә ауылдарға ла саҡыралар. «Ат менән килеп алалар ҙа, ауырыуҙы ҡарағандан һуң, кире килтермәй ҙә ҡуялар, – тип хәтерләй ине ҡәйнәм. – Бер тапҡыр төндә йүгереп ҡайтып барғанда аяҡ кейемем батҡаҡта торҙо ла ҡалды. Мәтегә ҡулдарымды тығып, эй, эҙләнем, таба алманым». Белореттың ҡуйы урмандарын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Төнгө ҡараңғыла аяҡтарын таштарға бәреп ҡанатып, йөрәген устарына ҡыҫып йүгереп ҡайтып барған йәш ҡатынды? Ундай тарихтар бик күп ул! Элек ҡыҙыҡ күреп тыңлаһам, бөгөн шуларҙы иҫләп, ҡәйнәмде йәлләйем. Үҙ һөнәренә тоғролоғона иҫтәр китмәле! Ә бит ул мәктәп директоры ҡатыны, түрә бисәһе булып, өйҙә генә лә ултыра алған!

Тағы бер матур сифаты: бар нәмәгә һаҡсыл булды. Ҡулына килеп эләккән бер әйберҙе лә әрәм итмәй ине.

Мин тыуып үҫкән яҡта (төньяҡ-көнсығыш райондар) килендәр ҡәйнәләренә «инәй» («әсәй») тип өндәшә. Минең дә шулай әйтке килде. «Әсәй берәү генә була, «ҡәйнә» тип әйт!» – тине иремдең әсәһе. Ҡыйын булды күңелемә! Улай өндәшергә өйрәнеп китә алмай бер булдым... Хәҙер инде киленем дә миңә, үҙе теләгәнсә: «Ҡәйнәм», – ти. Хатта дәрәжәле һүҙ! Ниңә илағанмындыр инде йәш саҡта?..

– Донъяла барыһы ла ал да гөл генә булмай, ҡәйнә менән килешмәгән осраҡта быны нисек белдерергә, үҙеңде нисек тоторға?

Резеда Миңнәхмәт ҡыҙы: 

– Бик уңған, егәрле кешене тик эш менән генә еңеп була икәнен аңланым. Сүп утарға яраттым, шуның менән ота инем. Һүҙгә килешһәк, осо күренмәгән баҡсаһының иң артына барып түтәл утарға тотонам. Ҡәйнәм ҡарап тора ла, берәй сәғәттән сәй эсергә саҡыра. Шулай үпкәләү ҙә онотола.

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы:

– Ни менәндер килешмәһәм, ипле генә фекеремде белдерергә тырыштым. Хәйер, әйтергә йөрьәт итмәгән саҡтарым күберәк булғандыр. Тормошта сетерекле мәсьәләләр килеп тыуһа, кәңәш һорарға оялманым былай. Күңелем кителгән мәлдәрҙә, ҡасандыр ҡәйнә була ҡалһам, ошо хаталарҙы һис кенә лә ҡабатларға ярамай, тип үҙемә нығытып ҡуйғанмын.

Күңелемде тетрәндергән ваҡиға шул булды. Ҡәйнәм түшәктә ине. Иҫе лә инәрле-сығырлы ғына. Янында бер аҙ булып, ишеккә ыңғайлағайным, шул саҡ ап-асыҡ итеп: «Килен, мин һиңә ризалығымды бирәм»,  – тине. Күберәк русса һөйләшкән ҡәйнәмдең теленә был һүҙҙәр нисек килеп инде икән? Һығылып иланым шул саҡ. Уның фатихаһын алыуҙан да ҙур бәхет юҡ ине минең өсөн. Йәнкәйҙәре Йәннәттә булһын инде!

– Килен бурыстары һәм хоҡуҡтары тураһында фекерегеҙҙе белге килә.

Резеда Миңнәхмәт ҡыҙы: 

– Бурыстарым ҡәйнәгә хеҙмәт итеү, ваҡыт табып, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыу булды. Аҙаҡҡы көндәренәсә янында булып, туғандары менән бергәләп матур итеп тәрбиәләнек.

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы:

– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһис-сәләмдең хәҙисендә: «Әсә менән ҡәйнә араһындағы айырма тары бөртөгөндәй генә булырға тейеш», – тиелә. Тимәк, килендең ҡәйнәһен дә үҙ әсәһендәй ҡабул итеүе мөһим. Минең өсөн киленлек бурысы: хәлдән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙыу, ҡәҙер-хөрмәт итеү, баҡыйлыҡҡа күскәс тә хәйер-доғаңдан өҙмәү. Хоҡуҡтарға килгәндә инде, һәр кешенең Аллаһ Тәғәлә тарафынан һалынған һәләттәрен үҫтерергә хоҡуғы барҙыр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәренә бирелеп, үҙеңдең булмышыңа ҡул һелтәп ҡуйырға ярамайҙыр.

– Килен ҡәйнә йортонда үҙен нисек тоторға тейеш?

Резеда Миңнәхмәт ҡыҙы: 

– Үҙен әҙәпле, тәрбиәле тоторға тейеш. Егәрле булырға, бар эште лә өйрәнергә тырышырға кәрәк. Минең дә уға оҡшамаған сифаттарым күп булғандыр. Яйлап, аҡыл, тәжрибә туплап, ярарға өйрәнәһең.

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы:

– Ҡәйнә йорто – яңы донъя инде ул. Бөтөнләй икенсе ерлек, икенсе мөнәсәбәт. Дыуамал булыу һис кенә лә килешмәй. Был йортта һин хужа түгел, унда икенсе ҡанундар. Иң төп ҡорал – сабырлыҡ. Ул ҡәйнәгә лә, киленгә лә берҙәй кәрәк. Яңы туғандарыңа изгелекле булырға тырышып та, улар һиңә һалҡын ҡарашта ҡалһа, һис кенә лә үпкәләргә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Йорт эсендәгеләргә изгелек күрһәтеү – ҙур сауап. Уның әжере лә  – Аллаһ ҡулында. Ҡәйнәгә – килендең, киленгә ҡәйнәнең етешһеҙлектәрен һөйләп йөрөү ҙә матур ғәмәл түгел. Бер-береңдең күңелен үҫтереп, матур һүҙҙәр әйтеү, бүләктәр менән ҡыуандырыу ҡәйнә менән килен араһын бик нығыта.

– Ҡәйнә-ҡайны йәштәргә ярҙам итергә тейешме? Бала тәрбиәләүҙә ни дәрәжәлә ҡатнашыу кәрәк, һеҙҙеңсә?

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы:

– Ҡәйнәм менән ҡайным беҙгә һәр саҡ терәк булды. Матди һәм рухи яҡтан да. Минеңсә, был ярҙам ике яҡлы булырға тейеш. Балаларыңдың олатайлы һәм өләсәйле булыуы – ул бәхет. Бик һағынып, яратып иҫкә алалар өләсәләрен. Уларҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлай, циркка алып бара, үҙе менән бергә сәйәхәткә алып сығып китә торғайны. Хәләл ефетем менән өс бала үҫтерҙек. Икебеҙ ҙә эшләгәс, улар балалар баҡсаһына ла, оҙайтылған көн төркөмдәренә лә йөрөнө. Кәрәк саҡта олатай менән өләсәй эргәһендә лә булдылар: эшкә өйрәнделәр, иркәләнделәр.

Резеда Миңнәхмәт ҡыҙы:

– Ҡәйнәнең дә – үҙ тормошо, үҙ ғаиләһе. Ләкин ҡулынан килгәнсә балалар ҡарашырға ярҙам итергә бурыслылар, тим, бигерәк тә ғаилә йәш, балалар бәләкәй булғанда. Әммә тура килмәгән саҡтарҙа уға үпкәләп түгел, ә аңлап ҡарарға кәрәктер.

Балалар үҫкәндә ярҙамы ҙур булды ҡәйнәмдең, ҡаршыла ғына йәшәгәс, йүгерә лә бара торғайнылар. Өләсәйҙәр бала ҡарарға тейеш, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, шулай ҙа бәләкәстәрҙең өләсәй тәрбиәһе алып үҫеүе һәйбәт. Өләсәләрендә йөрөүҙәренә, уны яратыуҙарына риза инем. Ҡәйнәм, ҡырҡ йылға яҡын ауылда фельдшер булып эшләгән кеше булараҡ, ейәнсәренең табип һөнәрен һайлауын теләне, бәләкәйҙән уны ҡан баҫымы үлсәргә, укол һалырға өйрәтте. Ҡыҙыма гелән бәхет һорап ултыра торғайны, ә миңә, ҡартлығың ҡурсыулы булһын, йәш саҡта нисек тә үтә, ҡартайғас бәхет кәрәк, мин уңдым, сөнки янымда һеҙ бар, тиер ине.

Ҡәйнәһенә күрә  килене
Ҡәйнәһенә күрә килене
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас