Ирем дә эшенән сығып, Себергә китте, вахта ысулы менән йөрөй башланы. Бер йылдан ирем бик ныҡ үҙгәрҙе. Миңә аҡса бирмәй башланы, барыбер өйҙә ултыраһың, һиңә матур булыу кәрәкмәй тине. Аҙаҡ белеүемсә, ул әсәһенең фатирын һатҡан, иҫке машинаһын өр-яңыһына алыштырған. Тик ул машинала ул хәҙер мине лә, баланы ла түгел, ә үҙенең һөйәркәһен йөрөтә, уны ҡарай. Хатта уны йылы яҡҡа алып барып, диңгеҙ буйында ял итеп тә ҡайтҡандар икән.
Шул ваҡытта минең өсөн донъяның аҫты-өҫкә әйләнде. Нишләп ул ғаиләһенә хыянат итте икән? Мин нимәне дөрөҫ эшләмәнем? Мин айырылышыуға ғариза бирҙем, ә ул бергә йәшәгән саҡтағы бөтә мөлкәтте лә бүлеп алам, минең һөйәркәм ауырлы, тип белдерҙе. Ә ауырыу әсәһен минең ирем Өфөгә, апаһына ебәрергә ҡарар иткән. Ҡыҙҙар! Минең кеүек иҫәр булмағыҙ. Бөтә нәмәне лә үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, үҙегеҙҙе яратығыҙ.
Ф.
Фото: А. Королев.