-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
30 Сентябрь 2025, 14:00

Хыял бейеклегендә

«Тимер ҡошто» йүгәнләгән маҡсатлы һылыу заттарыбыҙ бар республикабыҙҙа. Таныш булығыҙ, вертолет пилоты – Алина Илдар ҡыҙы Прямушко. – Алина, һеҙ – Башҡортостанда берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ вертолет пилотымы ул? Нескә затҡа хас булмаған профессияға нисек килдегеҙ?

Хыял бейеклегендә
Хыял бейеклегендә

– Эйе, дөрөҫ. Мин – республи-кабыҙҙа берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ вертолет пилоты. Әммә бала сағымда, мин ҡасандыр вертолет штурвалын ҡулыма алырмын, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Ысын, аэродромды ла күргәнем булманы. Нәҫелемдә лә авиацияға бәйле кеше юҡ. Атайым – эшҡыуар, әсәйем – ябай хужабикә, һеңлем менән мине үҫтергәнсе егерме йыл өйҙә ултырҙы. Бәләкәйҙән фигуралы шыуыу менән шөғөлләндем. Уҡыуҙа гел «бишле»гә генә өлгәштем. Ҡыҫҡаһы, юғары уҡыу йортонда осоуға һис бәйле булмаған һөнәр алып, дәүләт хеҙмәтендә тыныс ҡына эшләп йөрөй инем. Кейәүгә сыҡтым, әсәй булыу бәхетен кисерҙем. Барыһы ла алты йыл элек башланды. Эшем эргәһендә вертолет майҙансығы асылғайны, әммә ул ваҡытта мин был мәғлүмәткә әллә ни әһәмиәт бирмәнем. Инде икенсе улым менән декрет ялына сыҡтым. Балама йәш ярым тирәһе булғандыр, таныштар мине шул вертолет майҙансығын күрһәтергә саҡырҙы. Ҡыҙыҡһыныуымды тойоп, миңә был проектты алға әйҙәргә, йәғни маркетинг йүнәлешен үҫтерергә тәҡдим иттеләр. Барыбер өйҙә ултырам бит инде, ризалаштым. Волонтерлыҡтан ғына башланған эшем шулай мине тулыһынса арбар, вертолетҡа, авиацияға ғашиҡ итер, тип кем уйлаһын инде?! Ә бит уға тиклем пилоттарҙы айырым каста кешеләре итеп күрә инем. Вертолетта тәүҙә пассажир булараҡ остом. Шундай һоҡланғыс күренеш күҙ алдына баҫа. Юғарынан ер ҙә, тәбиғәт тә, донъя ла бөтөнләй икенсе – тәрәнерәк мәғәнә ала. Ә инде ҡулыма беренсе тапҡыр штурвалды тотторғандарында минән бәхетле кеше булмағандыр. Ҡурҡыта, әлбиттә, механизмы шул хәтлем нескә, һелкетә, ситкә тайпылдыра, ҡара тиргә батаһың. Әммә күктә тойған көслө эйфорияны бер ниндәй хис менән дә сағыштырып булмай – йөрәкте һәм булмышты ныҡлыҡ, ҡеүәт менән һуғара ул.  Вертолет менән мауығыуҙы ҡалдырып, ҡабат дәүләт хеҙмәтенә эшкә сыҡһам да, зәңгәр күк инде мине мәңгелеккә үҙенә буйһондорғанын һәм был һөйөүҙең бер ҡасан да һүрелмәҫен аңланым. Эш араһында осоу майҙансығына йүгереп барып киләм, компьютерҙа махсус өйрәнсек программаларҙа «осоп» ҡарайым. Бөгөнгәсә шулай хыялый булып йөрөр инем әле. Көтмәгәндә атайымдың коронавирустан донъянан китеүе мине «уятып» ебәргәндәй булды. Ғүмер шундай ҡыҫҡа икән дә, атайымдың әллә күпме маҡсаты ғәмәлгә ашмай ҡалды! Сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, ҡыйыу пландар ҡорған шап-шаҡтай кешенең ғүмере кинәт өҙөлдө – беҙ, әсәйем, балалары, ныҡ тетрәндек. Ләкин ошо юғалтыу мине бик ҡыйыу ҡарар ҡабул итергә

этәрҙе – фатирымды һатып, аҡсаһына Мәскәүгә пилотҡа уҡырға юлландым. Ғүмер – бер генә, хыялдар беҙҙе көтмәй, үҙебеҙ тырышмаһаҡ!

– Ҡалыплашҡан стереотиптар менән көрәшергә тура килдеме? Ниндәй ҡаршылыҡтар булды?

– Әлбиттә, тәүҙә һағайыбыраҡ, шикләнеберәк ҡаршы алдылар, ҡулынан килерме бының, әллә юҡмы, тигәндәй. Ғаиләле ҡатын, ике бала әсәһе, етмәһә, МХО-ға мобилизация иғлан иткәндәр ине, илдә тынысһыҙ мәл. Шулай ҙа етди ҡаршылыҡ тойманым. Һаулығым яҡшы – медицина комиссияһын да шуға еңел үттем. Тырышып уҡыным. Ул заманда, өс йыл самаһы элек, шәхси пилот һөнәрен алыр өсөн өс миллион һум аҡса түләнем. Курстар тамамланғас, курсант уҡыу үҙәгендә ҡатмарлы ғына тест тапшыра. Һуңынан Росавиацияла компьютер имтиханын уңышлы биреү шарт. Шулай итеп, Мәскәү эргәһендәге авиация уҡыу үҙәген тамамлап, мин «Robinson R44» моделле вертолет менән идара итеүгә танытма алып сыҡтым. Донъяла киң таралған һәм осоу өсөн уңайлы, ҙур тәҙрәле, заманса моделдәрҙең береһе ул. Шәхси пилотҡа уҡыу һәр кемдең ҡулынан киләлер, ә бына граждандар авиацияһында хәл ҡатмарлыраҡтыр, тип уйлайым. Үҙәктә «Боинг», «Аэробус» самолеттарын йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

– Яҡшы осоусы булыр өсөн ниндәй сифаттар мөһим?

– Стресс үткәрә алырҙай ныҡлы холоҡ, тилбер аҡыл, йыйнаҡлыҡ, үҙеңә ышаныс, тиҙ генә ҡарар ҡабул итә һәм анализлай белеү. Ике ҡулы, ике аяғы төрлө күнекмә башҡарған компьютер һымаҡһың инде. Шул уҡ ваҡытта навигаторҙы, приборҙарҙағы күрһәткестәрҙе күҙҙән ысҡындырмайһың, һәр хәрәкәтте тояһың, диспетчер менән туҡтауһыҙ бәйләнештәһең.

– Мәҫәлән, мин бөгөн пилот булырға теләһәм... был мөмкинме?

– Рәсәйҙә пилот булырға теләгән һәр кем осоусы танытмаһына эйә була ала – закон тыймай. Етди генә медицина комиссияһын, имтихандарҙы уңышлы үтһәң, ғөмүмән, маҡсатың булһа, бар ҡаршылыҡты еңергә, сиктәрҙе киңәйтергә мөмкин, хатта ваҡыты-ваҡыты менән кәрәктер ҙә, тигән фекерҙәмен, сиктәрҙе ҡайырып, яңы офоҡтарҙы асырға! Был һөнәр һуңғы ваҡытта айырыуса актуаль. Шуға социаль селтәрҙәремдә лә ул хаҡта һөйләшеү алып барам. Осоу-медицина комиссияһын Өфөлә бер урында ғына үтергә була хәҙер. Юғары талаптарға яуап биргән һирәк клиникалар ғына ул рөхсәткә эйә. Тәүҙә ниндәй анализ тапшырыу һәм ҡайһы белгестәрҙән ҡаралыу буйынса тулы исемлек тотторалар. Табиптар ентекле тикшерә, бигерәк тә психолог. Ул махсус күнегеүҙәр, тес-тар ярҙамында кешенең мәғлүмәтте ҡабул итеү күләмен һәм аңлау кимәлен, отҡорлоғон, логик фекерләү ҡеүәһен асыҡлай. Ауыр, шулай ҙа әҙерлекле булһаң, атҡарып сығырлыҡ. Аҙаҡ уҡыу үҙәге менән килешеү төҙөлә. Осоу практикаһы тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә ойошторола – дәрестәр сәғәте уҡыусының күнекмәләрҙе ни тиклем тиҙ үҙләштереүенә бәйле. Уны республикабыҙҙа ла үтергә була. Өфөләге «Первушино» аэродромы ошо йүнәлештә эшләй, Һигеҙенсе Март ҡасабаһындағы «Забельский» аэродромы вертолеттарҙы хеҙмәтләндерә. Улар Мәскәү авиация уҡыу үҙәге менән берлектә уҡыта. Йәғни, теория буйынса Мәскәүҙә белем алһаң, аҙаҡ кәмендә 44 сәғәт инструктор менән осаһың.

Ә был вертолетты ҡуртымға алыу, инструкторҙы яллау – барыһына тағы ике-өс миллионлап аҡса кәрәк. Сөнки техника бик-бик ҡиммәт.

– Беренсе тапҡыр, пилот булараҡ, осҡанда ниндәй хис-тойғо кисерҙегеҙ?

– Практикамдың ун икенсе дәресендә үк мин үҙ аллы осорға рөхсәт алдым. Инструктор эргәлә булғанда икенсерәк, ә бына вертолетты үҙ аллы күтәргәндә күңелдә аңлата алмаҫлыҡ сағыу, көслө тәьҫораттар уяна. Инструктор ерҙән рация аша команда бирә. Бәләкәй самолеттарға ҡарағанда вертолет менән идара итеү күпкә ҡатмарлыраҡ. Сөнки бында бер ыңғай өс мөһим функция үтәйһең. Система һиҙгер, саҡ ҡына яңылышыу ҙа, кабинаны бәүелтеп, вертолетты ауҙарып алып бара һәм түңкәреп ергә ырғытыуы ихтимал. Тиҙ генә үҙеңде ҡулға алып, приборҙарҙағы күрһәткестәрҙе, бар хәлде анализлап, ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланып, билдәләнгән траектория буйынса осорға тейешһең. Ихтыяр көсө, етеҙлек кәрәк. Осоуҙы бала тапҡанда алған тәьҫораттар менән сағыштырыр инем хатта. Ауыр, әммә шул хәтлем кинәнес, рәхәтлек, иреклек тойғоһо бөтә тәнеңде, йәнеңде ялмай. Һауаны, болоттарҙы ярып, үҙең осҡан кеүек.

Вертолет ысындан яңы киңлектәр асты. Беренсенән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә ерҙе йөрөп сыҡтым. Башҡортостаным тәбиғәтенә яңынан ғашиҡ булдым: ғәжәп тау-ҡаялар, урмандар, йыландай борғоланып аҡҡан йылғалар, ҡояшта гәүһәрҙәй емелдәгән күлдәр – юғарынан айырыуса һоҡланғыс беҙҙең төбәк. Төрлө миҙгелдә ул төрлөсә балҡый. Икенсенән, шуныһы рәхәт: сәғәтенә 160 километр ара осаһың һәм юлда бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ: светофорҙа туҡтарға, башҡа транспортҡа юл бирергә кәрәк тип хафаланмайһың. Бөтә күк – һинеке!

– Һеҙҙең был ҡыйыу ҡарарығыҙҙы яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте?

– Әсәйемә оҙаҡ ҡына әйтмәй йөрөнөм, һуңынан ғына белде. Минең өсөн, ейәндәре өсөн ҡайғырып китә. Ныҡлы ихтыярымды күргәс кенә тынысланды. Ә ирем ҡаршылығын да, ризалығын да белдермәне. Мин Мәскәүгә осҡанда балаларҙы ҡарап ҡала торғайны. Шуға рәхмәтлемен уға, теләгемә ҡаршы төшмәне. Бер туған һеңлем менән әхирәтем көсөмә ышаныс бирҙе. Нишләптер тап ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иңен ҡуйҙы был ҡыйыу аҙымымда.

– Вертолет менән идара итеүҙә иң ҡатмарлыһы нимә?

– Тәүге һынау ерҙә үк башлана. Мәҫәлән, план билдәләнгән: кемде ҡайҙан ултыртып алыу, нисә километр осоу, күпме яғыулыҡ файҙаланыу кеүек мәғлүмәт бар. Әҙербеҙ. Әммә һуңғы сәғәттә метеошарттар үҙгәреп китеүе ихтимал. Бында инде һәр аҙымыңды төплө уйлап хәл итеү мөһим. Кеше ғүмере, ҡыйбатлы техника – барыһы өсөн дә яуаплыһың бит. Һиҙгерлек, алтын урталыҡты тотоу, һалҡын аҡыл кәрәк. Борттағы кешеләр һанынан, уларҙың ауырлығынан сығып, кемде ҡайҙа ултыртыуҙы, һауа шарттарын, баҫымды, ел көсөн һәм йүнәлешен, болот, томан, йәшен һәм башҡа бик күп факттарҙы анализлап, әле оса алаһыңмы, юҡмы, тигән берҙән-бер дөрөҫ ҡарарҙы ҡабул итеү иң ауырылыр, тип уйлайым.

– Был һөнәр хәүефле. Ҡурҡыу тойғоһон нисек еңдегеҙ?  Улдарығыҙҙы ла ултыртып осҡанығыҙ бармы?

– Хәүефле хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн күп уҡыйым, стажировка үтәм, аварияға килтергән осраҡтарҙы өйрәнәм. Күкте яратҡанға, осоуҙан ләззәт, адреналин алғанғамы, белмәйем, ҡурҡыу булманы миндә. Киреһенсә, һауала күкрәгем киңәйә, тын алышым иркенәйә, үҙемде бәхетле тоям. Эйе, улдарымды ла ултыртып йыш осам. Улар бәләкәйҙән аэродромда үҫте бит инде. Шуға ғәҙәти хәлдәй ҡабул итәләр минең эште.

– Пилоттарҙа ниндәй ышаныу-ырымдар бар?

– Осор алдынан фотоға төшөргә ярамай, ҡайтҡас ҡына мөмкин. Мин быға ышанып уҡ етмәһәм дә, социаль селтәрҙәргә һалмай торам. Осор алдынан яңы кейем кеймәҫкә, тигән ырым да бар. Шуға мин яңы  комбинезонды ла алдан кейеп йөрөп алам.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина әңгәмәләште.

Хыял бейеклегендә
Хыял бейеклегендә
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас