Розалия Әғләм ҡыҙы Аҡъюлова 1974 йылдың 16 июлендә Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында донъяға килә. Аҡъюлов Әғләм менән Зөлфирәнең татыу ғаиләһендә иң ҙур бала була ул, унан тыш тағы ла ике ҡустыһы бергә үҫәләр. Розалияға 3-4 йәш тирәһендә Күмертауға күсенәләр.
Мәктәптә һигеҙ класты тамамлағас, 55-се һөнәрселек техникумына уҡырға инә, осоу аппараттарының электр йыһазландырыуҙары монтажсыһы һөнәре буйынса уҡыу йортон 1992 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлап сыға, әммә һөнәре буйынса эшләй алмай, илдәге кризис уларҙың заводына ла ҡағыла, йәштәргә эш урындары булмай сыға.
Атайы заводта балта оҫтаһы, әсәһе “Башкируголь” предприятиеһы шифаханаһында санитарка булып эшләй. Йәш ҡыҙҙы әсәһе үҙе эргәһенә ала. Шифаханала иҙән йыуа, һуңынан кассир-калькулятор булып эшләй, хеҙмәтселәрҙең эш хаҡын һанап түләй, ял итеүселәр өсөн аҙыҡ-түлекте һанай, кер йыуыусы була. Эшләгән осоронда ситтән тороп Күмертау тау техникумына иҫәпсе һөнәренә уҡырға инә. Тағы ла күп ерҙәрҙә эшләп өлгөрә: теш поликлиникаһында санитарка, магазинда – иҙән йыуыусы. Эштә ҡыҫҡартылғас, хеҙмәт биржаһында ла тороп ала. Шул осорҙа Хәйруллин Рафаэль Наиль улына кейәүгә сыға. Ҡәйнәһе Хәйруллина Фаниә Хафиз ҡыҙы уны заводҡа эшкә урынлаштыра. Күмертау авиация етештереү предприятиеһында калькулятор булып эш башлай. Унда йәш белгесте калькуляция серҙәренә остазы Ялсыҡаева Тәнзилә Мөхәррәм ҡыҙы өйрәтә. Бында Розалия 15 йыл хеҙмәт итә. Ике ул Ринат менән Айратты таба. Әммә тағы ла ҡыҫҡартыуға эләгеп, биржала тороп ала. Шунан илдә яңы указ – инвалид бала тәрбиәләүселәрҙең пособиеһын күбәйтергә тигән закон сыҡҡас, официаль рәүештә өйҙә улын тәрбиәләй башлай, уға эш стажы иҫәпләнә бара.
Инвалид бала тәрбиәләүселәр 50 йәштә ялға китә алыу мөмкинселеген файҙаланып, Розалия ханым әле өйҙә ҡала, инвалид улын тәрбиәләй.
Ә тормош иптәше 30 йылдан ашыу бер ерҙә фрезеровщик булып эшләй.
Әле өлкән улы Ринатҡа 25 йәш, кесе Айратына - 17. Ул 11 класта уҡый, алда уны яуаплы йыл көтә, әммә Хоҙай ярҙамы менән еңеп сығырбыҙ, ти Розалия Хәйруллина.
Розалия Әғләм ҡыҙының атай-әсәһе иҫән. Йәйгелеккә улар ауылға ҡайта, унда тауыҡ аҫырай, баҡса үҫтерәләр. Розалия ғаиләһе менән ауылға ҡайтып уларға ярҙам итә. Ҡалала үҙҙәренең дә баҡсаһы бар. Йорт төҙөү өсөн участок та алып ҡуйғандар, унда гараж ултыртҡан, алмағас, груша, еләк ултыртҡандар. Улар йыл һайын уңыш бирә.
Розалияға әсәһе теген машинкаһында тегергә, ырғаҡ һәм энә менән бәйләргә лә өйрәткән. Уңған ҡатын палантиндар, плед, келәм, ултырғыс һәм диван япмалары бәйләй һәм тегә. “Айрат балалар баҡсаһына йөрөгәндә һәм байрам һайын уға костюмдар тегеп кейҙерә инем”, - тип һөйләй тырыш әсә. “Улым Балалар ижады үҙәгенә "Антураж" түңәрәгенә йөрөгәнендә, уның менгән бергә төрлө ҡул эштәре эшләүгә ылығып киттем, бигерәк тә картиналар тыуҙырыуға. 4 класта уҡығанында хатта Айраттың шәхси картиналарынан күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Өс йыл элек әсәйем балаҫ һуғыу эшенә ылыҡтырҙы. Башта киңлеге 90 см булған һуғыу станогы һатып алдым, һуңынан тағы ла 50 сантиметрлыҡ ике станогым булды. Береһендә мин өйҙә эшләйем. Икенсеһен сараларға алып йөрөйөм, оҫталыҡ кластары үткәрәм. Тағы ла таҫтамалдар, палантиндар һуға торған станок һатып алдым, уны әлегә өйрәнәм.
Бөтә башланғыстарымда ла мине ғаиләм ҡеүәтләй. Ирем – минең төп таянысым, уны шундай шәп итеп тәрбиәләгән атай-әсәйенә рәхмәтлемен.
50 йәштә тормош башлана ғына тиҙәр. Был, ысынлап, шулай. 50 йәште үткәс, тормоштоң ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ белә башланым. Ғүмеремдә ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, шуны аңлайым: мин иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ. Сөнки мин атай-әсәйемдең яратҡан ҡыҙы, улар булғанға мин рәхмәтлемен. Мин апай: ҡустыларым – минең терәгем. Мин ир ҡатынымын: ирем – минең таянысым. Әсәймен: балаларым – минең ҡыуанысым, ғорурлығым, киләсәккә өмөтөм. Мин инәй: минең туғандарым күп, улар һәр саҡ миңә ярҙам итергә әҙер. Мин килен: иремдең бер туғандары күп, алты апайы, өс ағайы.
Миңә яңы һөнәр үҙләштереүе ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, пандемияға тиклем әле мин ҡалабыҙҙа "Ажур" тигән түңәрәк эшләп килеүе хаҡында белдем. Уның етәксеһе Дәүләтшина Әлфиә Рәис ҡыҙының ҡулы аҫтында төрлө башҡорт милли биҙәүестәрен эшләргә өйрәндем.
Шулай итеп, тормоштоң әсе-сөсөһөнә бирешмәйенсә, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ҡыуанып, шатланып йәшәйем, ти Розалия Хәйруллина.
Роза Хөснуллина
Фото: Розалия Хәйруллина