+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
22 Сентябрь 2025, 05:04

Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатованы иҫкә алдылар.

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған саралар үтте.

Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатованы иҫкә алдылар.Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатованы иҫкә алдылар.
Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатованы иҫкә алдылар.

Тантаналарҙа Өфөнән “әҙәби десант": БР Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, яҙыусылар Венер Исхаҡов, Айгөл Йәмилева, Азат Кинйәбулатов, шулай уҡ ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйет Билалов ҡатнашты. Ҡолой ауылы китапханаһында мәктәп уҡыусылары, Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, китапханасылар һәм урындағы яҙыусылар менән Кәтибә Кәрим ҡыҙы музейында ойошторолған осрашыу күңелгә хуш килде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Сәйет Билалов башҡарыуында ҡурай моңдарын тыңланы, әҙәбиәтселәр һәм туғандары талантлы шағирә Кәтибә Кинйәбулатова хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. «Аҡмулла» әҙәби берекмәһе етәксеһе Ҡамса Мортазин Силәбе яҙыусыларының ижади тормошо хаҡында һөйләне. Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары вәкилдәре Башҡортостан делегацияһынан «Шоңҡар», «Аҡбуҙат», «Һәнәк» журналдары һәм башҡорт яҙыусыларының китаптарын шатланып ҡабул итте. Азат Кинйәбулатов атаһы - билдәле шағир-йырсы Уран Кинйәбулатовтың яҡташтарына башҡорт энциклопедияһының бөтә томдарын тапшырҙы.

 Юбилей саралары Ҡолой ауылы мәҙәниәт йортоноң концерт залында дауам итте. Сәхнәнән Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙары башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраны. Шағирәнең хәтер кисәһен башҡорт яҙыусылары, йырсы Сәйет Билаловтың, Арғаяш районының үҙешмәкәр артистарының сығыштары биҙәне.

Фото, материал: Башинформ.

Автор:
Читайте нас