+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
13 Сентябрь 2025, 08:25

Мортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙ

Башҡортостанда һәләтле балалар күп. Шуларҙың береһе тураһында булыр бәйәнебеҙ. Изэль Садыҡова Туймазы районы Нөркә ауылынан.

Мортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙМортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙ
Мортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙ

Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата. Ул Туймазы һынлы сәнғәт мәктәбендә белем ала. Шулай уҡ һәләтле ҡыҙ Айнур Тимерғәлиевтың

TimArtStudio мәктәбендә уҡый. Ул ҡыҙҙы һүрәтте яңыса эшләргә өйрәткән. Шулай уҡ ҡыҙҙы Башҡортостан һәм Татарстандың билдәле артистары– Гүзәл Уразова, Илдар Хакимов, Радик Юлъяҡшин, Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиев, Илнат Фархуллин, шулай уҡ космонавт Михаил Борисович Корниенко менән таныштырған.

  • Беҙҙең быуын республикабыҙ һәм Рәсәй үҫеше өсөн йәнен-тәнен аямай эшләгән шәхестәребеҙҙе белергә тейеш, - ти йәш рәссам.

Беҙ Изэлды бөтә уңыштары айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ, уның иҫ киткес һәләте артабан да үҫешһен, тағы ла ҙурыраҡ үрҙәргә етһен. Илебеҙ һәм бөтә донъяла танылыу яулаһын тип теләйбеҙ.

 

Мортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙ
Мортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙ
Мортаза Рәхимов портретын эшләгән ҡыҙ
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас