+23 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
25 Август 2025, 05:15

Уның үҙ Йыһаны...

Розалия Солтангәрәева – уникаль, сағыу шәхестәребеҙҙең береһе. Уның донъялыҡҡа тик үҙенсә баҡҡан күңел күҙе, инанысы,үҙ йыһаны бар. Төрки донъяһында билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры,  яңыраҡ ҡына ғүмер ҡаяһының етмешенсе артылышын яулаған Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – асылыбыҙ хаҡында. – Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, халҡыбыҙ  ижадына  булған ҡыҙыҡһыныуығыҙ, һөйөүегеҙ ҡайҙан килә?Уның инеше?

Уның үҙ Йыһаны...Уның үҙ Йыһаны...
Уның үҙ Йыһаны...

– Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында зыялылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым Әсфәндиәр Мөхәмәҙиәр улы – Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир, тарих уҡытыусыһы, әсәйем Йәмилә Әйүп ҡыҙы – математик. Ғөмүмән,  ата-бабаларым – ғилем дә, белем дә, дини мәғрифәтселек тә таратыусы. Улар араһында иң көслөһө – Әхмәтйән олатайым дүрт ауылдың указной муллаһы була. Етенсе быуыным Ҡаҙаҡбай иһә йән һәм тән көсөнә эйә ерән сәсле, дәү буйлы, йор һүҙле ҡанбабам ҡарашы менән өҫтөнә менеп килгән атты ла туҡтатыр булған, тиҙәр. Беҙҙең нәҫелде деүәрән (дворян) тип йөрөткәндәр. Мөхәмәҙиәр олатайымдың һәм уның өс улының яу ҡырынан имен-аман ҡайтыуы – Аллаһы  Тәғәләнең  бер хикмәте, мөғжизәһе, доға-теләктәрҙең илаһи көсө ул. Ғәрифә ҡартнәйем Ҡөрьәнде белгән, мөнәжәт һөйләгән, теремек, көслө шәхес ине. Матур, һылыу инәйем һәм батыр, ҡыйыу атайым – минең булмышым, мөхитем, ә ете быуын ата-бабаларымды ишетмеш кенә белһәм дә, тәрбиәм, йәшәү ҡеүәтем – уларҙан.

– Бала саҡта, үҫмер ваҡытта һеҙҙе әсир иткән, тетрәндергән йәки аптыратҡан ғөрөф-ғәҙәт?

– Бала сағымда иң иҫтә ҡалған ваҡиға – Ғәрифә ҡартнәйемдең Ҡөрьән ашына китеп барғанда аҡ таш янында йығылыуы. Минең, кескәй ҡыҙсыҡтың, янына ярҙамға йүгереүен ул ҡулындағы таяғы менән туҡтатты ла ултырып әпсен-төпсөн әйтергә, доға уҡырға кереште. Шул рәүешле шайтандарҙы ҡыуғандан һуң ғына саҡырып алды. Ул саҡта бала аҡылым менән мин быларҙы  аңламай инем, ләкин ошо күренеш уйға һалды. Баҡтиһәң, башҡорттар тупһа янына яман көстәрҙән, ен-зәхмәттән кәртә булһын өсөн ҙур аҡ таш ҡуйған икән. Ул – һаҡсы ролен үтәүсе лә, аяҡ кейемдәрен таҙартыусы ла, ҡара уй-ниәтте туҡтатыусы ла, йортҡа ҡот саҡырыусы ла. Һуңынан экспедицияларҙа иғтибар иттем, ысынлап та, йыш ҡына йорттар алдында ята ул. Тимәк, йола әңен аңлаған кешеләр уның тылсымлы   асылын белеп ҡулланған. Аятҡа килгән ҡартнәйемдең йығылыуы – ул аҡ таштың төрлө кешеләрҙең энергияһын, уйҙарын бергә туплап үҙенә алыуында. Икенсе иҫтә ҡалған осраҡ – ҡартнәйемдең тиҫбеһе өҙөлөп китеүе. Уны ла ул, мине ҡатыштырмай, үҙе генә сүпләп йыйҙы ла өшкөртөлгән һыуға һалып таҙартты. Ә нимәлер һына, ярыла, юғала икән, тимәк, ул эйәһен ниндәйҙер ҙур бәләнән аралай. Шул ваҡытта: «Әлдә шуны алдың, шуны аша, шуны эс, шуның менән

йәшә», – тип әйтәләр. Абынып ҡолап киткәндә мотлаҡ төймәңде йәиһә тинлек аҡсаңды ҡалдырып: «Мине тотма, шуны тот», – тип өс тапҡыр әйтеү кәрәк. Сөнки беҙгә күренмәгән зат-көстәргә лә «ризыҡланыу» мотлаҡ. Бер нимәң дә булмаһа, сәс бөртөгөн һалырға мөмкин. Күптәр ышанмаһа ла, Ер тере бит ул, уның да йәне бар.

– Тормошта ҡулланған ниндәй ырымдарығыҙ бар? Улар ысынлап та «эшләйме», ниндәйҙер көскә эйәме?

– Мәҫәлән, шишәмбе ҡоро көн, эш башлама, тигән ырым бала саҡтан мейегә һеңгән. Һис шикһеҙ, Аллаһы Тәғәләнең бөтә көнө лә йәмле, тик шулай ҙа шишәмбелә ниндәйҙер ҙур осрашыу, сара көтөлә икән, һәр саҡ: «Эй, Аллам, дин өсөн түгел, көн өсөн бөгөнгөмдө ғәзиз һәм уңышлы ит, Әл-Мөхтәдир», – тип ун тапҡыр ҡабатлайым. Сәфәргә юлланғанда, ете юл сатында, күпер аша үткәндә һөйләшмәй, тын сығам. Күпер – бер ярҙы икенсеһе менән, тормош һәм билдәһеҙ киләсәкте, ер һәм һыу донъяһын тоташтырыусы бушлыҡ. Унда ни булырын берәү ҙә белмәй, шуға эстән шым ғына доға уҡыу фарыз. Теге йәки был йоланы, ырымды үтәһәң, күңел тыныслана, барыһы ла яҡшы булыр, тигән инаныс тыуа. Сөнки элек-электән «Йолаһыҙ ил – болалы» тигән тәрән мәғәнәле аҡыл бар. Йолаға хатта хан да буйһонған. Йола ул туй йәки исем ҡушыу ғына түгел, ул – кейенеүең, тотошоң, тәрбиәң, һинең йәшәү рәүешең. Йоланың башында тәү сиратта – тәртип. Ошо боронғо аҡылды тотһа, өйрәнһә, кешелек күптән алға китер ине. Ағастың да бит тамырынан киҫһәң, ул ауа. Ә шәхсән минең йәшәйешемдә, донъямды гармониялаштырыуымда бик боронғо тәбиғәт дине лә, Тәңре динем дә, Исламым да, намаҙым да бар һәм улар һис тә бер-береһенә ҡамасау түгел.

– Халыҡ ижадына булған ҡыҙыҡһыныуығыҙ һеҙҙе йола өйрәнеүгә, тикшеренеүҙәргә, фәнгә алып килгән...

– Эйе, Фатима Мостафина үҙе миңә фатиха биреп, тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына барырға  кәңәш итте. Шунда тәү тапҡыр бәләкәй генә буйлы, еңел генә, аяғы ергә теймәй йөрөгән  Ғайса ағай Хөсәйеновты осраттым. «Йолалар өйрәнелмәгән дә, асыҡланмаған да, уның эсе тулы йомаҡ. Туй йолаһы һиңә!» – тине ул һәм мин Ниғмәт ағай Шоңҡаров етәкселегендә тәүге сәфәремә – Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле яҡтарына юлландым. Үҙ ғүмеремдә ҡырҡтан ашыу экспедицияла ҡатнаштым. Йола, уйын тылсымы бик ҡыҙыҡ ул, унда ғәжәйеп аҡыл бар! Бына «Үгеҙ йөҙөк» уйынының исемен ниңә шулай атағандар? Уйлағанығыҙ бармы? Башҡорт мифологияһында, «Урал батыр» эпосында үгеҙ малы ҡышты, яуыз көстәрҙе, кешегә буйһонмой торған ҡаршылыҡтарҙы символлаштыра. Урал батыр уны еңә, ҡулға эйәләштерә һәм моронона дүңгәләк  (йөҙөктө хәтерләтә) һала. Ярһыу үгеҙ танауы ауыртмаһын өсөн эйәрергә мәжбүр. Бына боронғо мифтан алып нисәмә быуын яратып уйнаған уйындың нигеҙендә – үгеҙ малын ололоҡлау ята. Ниндәй генә бейеүҙе алма, уларҙа ла шулай уҡ бай тарих, тәрән фәлсәфә сағыла. Мәҫәлән, «Сума өйрәк, сума ҡаҙ» уйын-бейеүен генә алайыҡ. Уның асылында йәрәшеү, парлашыу йолаһы һүрәтләнә. Өйрәк – түлле, һылыу ҡоштарҙың береһе. Уның диңгеҙгә сумыуы – донъя яралтыуына барып    тоташа. Башҡорт, ғөмүмән, төрки, фин-уғыр мифологияһында бөтә Ер өҫтөн Туфан һыуы баҫҡанда бер йән эйәһе лә булмағанда, ике өйрәк һыуға сума-сума ләм, үлән сығарып, ситтәрен  йөн-ҡанаттары менән нығыта ла һыу өҫтөндә оя ҡора, ҡошсоҡ сығара. Бына шулай  донъяның барлыҡҡа килеүенең  сәбәпсеһе – өйрәк. Миф бер дәүер арауығында йәшәй,  халыҡҡа хеҙмәт итә лә быуындан-быуынға күсә, халыҡтың генетикаһынан китмәй, ә уйынға, йолаға әйләнә. Беҙҙең уйындарыбыҙ – театр мәктәбе, илау, көлөү тылсымы ул.

– Ергә ятып аунау,  аралар боҙолмаһын өсөн ағасҡа ҡыҙыл еп бәйләү – ошоноң ише ышаныуҙар башҡорттарға хас булғанмы? Мәжүсилек хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Башҡорт – тәбиғәт балаһы,  Ер  кешеһе һәм Геродот заманынан, әлмисаҡтан уның закондарын белеп, һанлап йәшәгән. Уның йәнтөйәккә, тәбиғәткә инаныуы геномында нисек булған, бөгөнгәсә шулай һаҡланған. Халҡыбыҙҙың моңонда ла шишмә сылтырауы, ҡылған бөгөлөүе, елдең һыҙғырыуы, япраҡтар шыбырлауы, урман шаулауы, тауҙар ыңғырашыуы – барса тәбиғәт аһәңлеге сағылыш тапҡан. Хатта үләнен, артышын өҙгәндә лә ул, үҫемлектәрҙең тамыры ҡанамаһын тип, һындырылған еренә май яғып китә.

Беребеҙ ҙә һыуға йә тауға саждә ҡылып, һорап, табынып ултырмай. Ә ҡояш байығас, һыу алырға, һыу инергә ярамай, һыу шәл бөркәнә, шәле йыртыла йәки утҡа төкөрмә, телеңә тилсә сығыр, тигән ырым-тыйыуҙар – мәжүсилек түгел, улар борон-борондан килгән тәртип, әхлаҡ нормалары. Ул – тирә-йүнебеҙгә, беҙҙе ашатҡан, эсергән стихияларыбыҙға ихтирам билдәһе. Был башҡорт тәғлимәте, нәҡ тәбиғәткә яҡын булғанлығы, һаҡсыл ҡарашы. Уны изгеләштереүе хаҡына халҡыбыҙ юҡҡа сыҡмай йәшәп килә. Сөнки боронғо төркигә тиклем үк башҡорттоң «Урал батыры», руник яҙыуы, инаныуы, яҡшылыҡ тураһында идеологияһы булған.

Ә ергә ятып аунау әлеге лә баяғы Ер Тәңреһенә, уны ололауға бәйле.  Ул хаҡта китаптарымда күп яҙҙым. Мәҫәлән, тәүге йәшен йәшнәүен башҡорт бер ҡасан да битараф үткәрмәгән. Ишетеү менән ергә тәгәрәп, аунай, кешнәй һәм ҡулына нимә эләгә (ҡош йөнө, таш һ.б) шуны юрай, мәҫәлән, тәңкә йә аҡса эләкһә, тимәк, йыл уңышлы, бай була, ә һөйәк-һаяҡ эләкһә – юҡ. Шул ваҡытта ниндәй матур итеп   алғышлай ул:

«Кил, күгем, кил, күгем,

Күкрәп кил, Уралдан кил,

Уралдан килһәң, һыйыр һөтлө

була,

Яландан кил, яландан килһәң, бейә

һөтлө була,

Яҡшы яҡтан кил, бал баллы була».

Ябай, примитив  фразалар кеүек,   ә төбөндә генетик код, донъяны, тәбиғәт закондарын белеү сере ята. Һәм тәүге йәшен йәшнәгәндә юрауҙар раҫ сыға, сөнки күптән инде ғалимдар иҫбатлауынса, Ерҙә иң  көслө, таҙа заряд, энергия нәҡ ошо мәлдә йыйыла. Йәғни, тағы ла тамырҙарыбыҙға, мифологиябыҙға ҡайтабыҙ: Күк ата менән Ер әсәнең илаһи (енси) яҡынлығы, ике сфераның ҡушылыуы арҡылы яңы тормош тыуа, яҙ миҙгеле һулышын өрә, бар тереклек, тәбиғәт уяна.

– Бөгөнгө ислам быға нисек ҡарай?

– Аҡыллы муллалар бар ул. Йыйындарҙа теге йәки был йола үтәһәк: «Аллаһ ҡушмаған бер эш тә булмаҫ», – тип фәлсәфәүи күҙлектән ҡарап, фекер йөрөтөп, тыныс ҡабул иткән, матур мөнәсәбәт белдергән дин әһелдәребеҙ, шөкөр, етерлек. 

– Бөгөн бөтөнләй икенсе донъяла йәшәйбеҙ. Хәҙерге йәштәр ул ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы артыҡ  һанға һуҡмай...

– Ә ниңә шулай, сөнки йәштәрҙе өйрәтеүсе юҡ, өгөт-нәсихәт әйтеп, етәкләр кәрәк уларҙы. Бына мин, мәҫәлән, нәҡ ата-бабаларымдан ишетеп, күреп, тойоп килдем фольклорға. Ә бөгөн балаларҙың генетик кодын – ҡотон телефон урлай, фекерләү һәләте юғала, улар өсөн гаджет уйлай. Был – заман сире. Ә беҙҙең ҡотҡарыусы ярҙамсыбыҙ тик «Урал батыр»ыбыҙ: унда телде, ерҙе, халыҡты, ата-әсәңде яратыу, ҙурлау һәм дөйөм ил булып йәшәү коды ята. «Уландарым, һеҙгә әйтәм, мин әрсегән ерҙәрҙә, илдә байман ҡороғоҙ, мин таҙартҡан ерҙәрҙе гөл-баҡсалай тотоғоҙ, яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ, яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ!» – бына үҙе бер бөйөк тәғлимәт. Ҡайҙа ғына барһам да, һәр сығышымда йәштәргә ошо хазинаны еткерергә тырышам. Сәсәндәр мәктәбен дә нәҡ шуға булдырҙым. Төп бурысым – эпосты өйрәтеү, дөрөҫ һөйләтеү  һәм сәхнәгә сығарыу, улар араһында өгөт-нәсихәт әйтеп, алтын кәңәштәрҙе лә ҡолаҡтарына төшөрөү.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер юғары уҡыу йортонда ла фольклорсылар һәм ғалимдар дәрес алып бармай. Ә ул – бик мөһим эш. Был юҫыҡта ректорыбыҙ Салауат Тәлғәт улы Сәғитовҡа М. Аҡмулла исемендәге университетта Башҡорт фольклоры ғилми тикшеренеү үҙәген асыуға рәхмәтлемен. Бөгөн мин уны етәкләйем һәм студенттарым күңеленә рухи орлоҡ сәсәм.

– Эпостарыбыҙ,  ҡобайыр-ҙарыбыҙ хаҡында тағы ни әйтер-һегеҙ?

– Эпос, ҡобайырҙың тыуыуы, йәшәүе, беҙҙең заманға килеп етеүе һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүе, ысын мәғәнәһендә, феноменаль күренеш. Ул – кеше аҡылының иң юғары асышы, тип иҫәпләйем. Сөнки

эпостар – халыҡ милләт булып формалашҡансы дәүләт идеологияһын, йәшәү рәүешен сағылдырған тәғлимәт ул. Беҙҙең «Урал батыр» боронғолоғо менән «Авеста», «Гилгәмеш», «Одиссея» менән тиңләшә ала, Ер менән кеше  тарихын сағылдыра. Шүлгән мәмерйәһендәге һындар, трапеция рәүешендәге ҡапсыҡ, минең фаразлауымса, ҡатын-ҡыҙ символикаһы –  түшелдерек, ундағы туғыҙ һыҙыҡ – туғыҙ ай тулғатҡан бала. Беҙҙең көндәргәсә килеп еткән юйылмаҫ һүрәттәр, ысын ижад аша үҙебеҙҙең тамырҙарҙы барлай алабыҙ. «Урал батыр»ҙы яҙып алып, китап итеп, кәштәгә һалыу бер эш булһа, уны аяҡландырыу – икенсе мөһим мәсьәлә. Эпосты белмәгән башҡорт – һыңар ҡанатлы ул. Йәштәрҙе, донъябыҙҙы нисек ҡотҡарабыҙ, нисек бирешмәй йәшәйбеҙ тиһәк, «Урал батыр»ыңды уҡы. Ул рухыңды көслө, аңыңды, йөрәгеңде таҙа булырға өйрәтә, ундай кеше һәр саҡ – еңеүсе. Тормош йәшәү, эшләү, көрәш өсөн бирелгән. Алдыңа тәрилкәлә килтереп  ултыртһалар, ул «Урал батыр»са булмай. Урал батыр өҫтөнә яуаплылыҡ алып, яманлыҡ менән көрәшеп, Йәншишмәне таба, үҙе эсмәй, кешелеккә, тереклеккә бөркә, ә уның һөйәктәренән Уралтау ҡалҡа. Бер халыҡта ла «Урал» ише йыр юҡ. Ни өсөн башҡорт, Урал, ил, тиһәң, яу саба, даръялай ҡан түгә, башын һала, ҡорбан була, сөнки Урал тойғоһо уның булмышында тылсым булып ята. Сөнки Урал ере – уның тәне. Шуға ла батырлыҡ эшләгәндә беҙҙең халыҡҡа тиң милләт юҡ, иле өсөн үләсәк ул, тип билдәләйҙәр. Бөгөн дә яу ҡырында тиңһеҙ илһөйәрлек, батырлыҡ күрһәтеүсе – беҙҙең башҡорт улдары.

Сәсәндәр мәктәбен, «Урал батыр» көнөн булдырыуҙың

проектын эшләү – күңелем талабы, сөнки һәр өсөнсө ҡалмыҡ үҙҙәренең «Джангар»ынан һигеҙ йыр белә, ә беҙҙә, урамға сыҡһаҡ, кем ҡобайырҙың һигеҙ юлын яттан һөйләп бирә ала? Егермеләгән районда йыл да «Урал батыр» байрамы үткәрелеүе, унда алты йәштән туҡһан йәшкә тиклем ҡатнашыусыларҙың күплеге – ғорурлыҡ. Аҫыл мираҫыбыҙҙы һөйләгән инәйҙәребеҙ хатта һаулыҡтары яҡшырыуын да билдәләй. Аллаға шөкөр, хәҙер беҙҙең «Урал батыр» көнөн билдәләү ҙә бар. 

– Ҡатын-ҡыҙ булараҡ,  һеҙҙеңсә,  бәхетле булыуҙың сере нимәлә? Йәшәйеш фәлсәфәгеҙҙән, үҙ йыһанығыҙҙан  бағып, ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Тәҡдир кешенең маңлайына яҙылған. Бәхет төшөнсәһе башҡорттоң төп төшөнсәһе түгел, сөнки ул ғәрәп теленән килеп ингән. Ә беҙҙә борондан «ҡотло» йә «ҡотһоҙ» тигән билдәләмә  йәшәй. «Эй ҡотһоҙ кеше шул» йә иһә «ҡулдарының ҡото бар» тигәндә лә беҙ ҡот, тимәк, бәхет һүҙен күҙ уңында тотабыҙ. Бәхетлеләр алсаҡ, яҡты нур сәсеп тора. Йәш сағымда үтә һиҙгер булдым: нахаҡ һүҙ ҙә, көнсөл ҡараш та йәнемде ҡаната ине. Бер сәфәремдә белемсе апай: «Тирә-яғыңда көнләшеүселәр күп, ләкин һинең йөрәгең аҡ, ҡаның ҡыҙыл икән, хөсөтсөләргә иғтибар итеп, күңел янсығыңды ҡарайтма, таплама. Берәүҙәр – ҡая, бәғзеләр тал тупрағынан яралған, һаҙ тупрағынан яралыусылар ҙа бар, ә һинең яралмышың ҡаянан, ныҡлы, көслө», – тип күңелемде имләне. Һаҙ тупрағының булмышы – гел кешенән кер эҙләүҙә, яманат тағыуҙа. Ниндәй генә фәрештә булма, ул барыбер һиндә насарлыҡ табасаҡ. Шуға ла иғтибар итмәҫкә, күңел юғарылығын һаҡларға, йәнеңде ҡанатмаҫҡа кәрәк. Бына шул минең һәр ҡатын-ҡыҙға әйтер кәңәшем. Әсә, ир, ғаилә, эш, шәхес, ғалимә бәхетем – барыһы ла ҡотҡа бәйле һәм ошонан айырмаһын,  тием.

– Күңел яҡтылығы, инаныу-ышаныуҙар менән йәшәгән Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының бер көнө? Уны ниндәй ритуал-көйләүҙәрҙән башлайһығыҙ?

– Иң мөһиме – изге ниәт, көндөң уңышлы  үтеүенә  ышаныс менән башлау. Ул бит бер ҡасан да ҡабатланмай. «Аллаһы Тәғәләм, көн башлайым, һинең ризалығыңдан таң нуры күрҙем, үҙемдең, балаларымдың, иремдең, яҡындарымдың исемдәрен теҙеп сығам, ниәтләгән эшемде, уйлаған теләгемде тормошҡа ашыра торған көн ит, Амин, тием. Ә әгәр нимәһелер минеңсә килеп сыҡмаһа, уныһы инде Аллаһ бойороғонда,  бөгөн түгел, тимәк, иртәгә. Бында тәү шартты үтәүем: һәр көнгә яҡшы йүнәлеште, изге кодты һалыуым фарыз. Усыңды асып һораған теләгеңде буш итмәм, тигән Илаһыбыҙ, сөнки усыбыҙҙа Аллаһы Тәғәлә тип яҙылған. Юғары көстө  һәр саҡ юлдаш итеп алырға һәм уның һағында булыуыңды  онотмаҫҡа кәрәк.

– Ә яуыз көстәрҙән нисек һаҡланырға?

– Иң ябай һаҡланыу сараһы – тоҙ. Ҡайҙалыр сығыш яһаһаң, күп кеше араһына сыҡһаң, түбәгә тоҙ һибеү ярҙам итә. Шулай уҡ уң аяғыңдың табанына: «Бисмиллаһи-рахманир-рахим, тфү, тфү, тфү, яман күҙҙән, ҡара күҙҙән һаҡ ҡуям, тип һамаҡлап, биш тинлек тәңкә (ҡош ҡанатын – үҙеңә, ә һан яғын аҫҡа ҡаратып) һалыу ҙа – яман күҙҙән кәртә. Алыҫ сәфәргә сыҡҡанда ике табанға һалырға мөмкин. Намаҙ уҡыу, тәһәрәт алыу ҙа таҙарта. Һиңә әйтелгән маҡтауҙы бер ҡасан да туранан-тура үҙеңә ҡабул итмәү хәйерле, сөнки иң әүәл, ул –Аллаһы Тәғәләнеке. Һәр әҙәми зат: «Минең бөтә ҡылығым камил, әйткән һүҙем затлы, эшләгән хеҙмәтем файҙалы, тип йәшәһә, донъя тағы ла ҡотло булыр ине. Кендек күрһәтеп йөрөргә ярамай. Ниндәй ярлы, кейемһеҙ заманда ла башҡорт бер ҡасан да эсен асып йөрөмәгән. Биле ныҡ, иле ыҡ (бәрәкәтле) булһын тип, йәш ҡыҙҙарға ла, кейәүҙәргә лә билбау бәйләгәндәр.

– Һеҙҙең матурлыҡ серҙәре...

– Йомортҡа менән балды бутайым  да сәстәремә туҡлыҡлы битлек эшләйем. Лимон ҡушыу ҙа килешә. Буҙа ла һөртәм. Һәм  сәскә  йыш ҡына массаж эшләү файҙалы. Еүеш килеш тышҡа сығырға ярамай, сәс һына, тамыры өшөй. Баштың түбәһенә дегәнәк япрағын һалыу баш ауырыуынан һаҡлай.

 

Айзилә Мортаева әңгәмәләште.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас