+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
24 Июль 2025, 09:00

Нәсимә Сатваловаға тәғәйен бүләк тә тапшырылды

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы Бөрйән районы Нәби ауылында йәшәүсе Нәсимә Сатвалова отҡан бүләген Шамонино ауылына барышлай, уның ҡыҙы Зилә Әҙеһәмоваға тапшырып китте. Бәхет һәм ҡот уйнап торған өй ни өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналын үҙенә тартып тора икән тиһәк, дүрт ҡыҙ йәшәгән йортта был көндә байрам барған икән:  иң бәләкәс ҡыҙҙары Динәгә биш йәш тулыу айҡанлы ҡунаҡтар йыйылғайны.

Нәсимә Сатваловаға тәғәйен бүләк тә тапшырылдыНәсимә Сатваловаға тәғәйен бүләк тә тапшырылды
Нәсимә Сатваловаға тәғәйен бүләк тә тапшырылды

Нәсимә Сатвалованың ҡыҙы Зилә Әҙеһәмова – бик әүҙем, позитив, алдынғы фекерле ҡатын-ҡыҙ. Ғаиләһенең рухи тотҡаһы ла ул, ире Юниргә тоғро ҡатын да, үҙ эшен асып ебәргән ҡыйыу  һәм эшлекле ҡатын-ҡыҙ ҙа. Ул балаларҙы үҫтереүсе үҙәк етәксеһе. Ата-әсәләргә ҙур ярҙам күрһәтә ул. Мәктәптән балаларҙы тура өйгә алып ҡайта, уйната, өйрәтә, өй эштәрен эшләтә, төрлө яҡлап үҫтерә. Көнө буйы эштә булған ата-әсәләр өсөн был бик яҡшы ярҙам.

Шундай бәхетле һәм матур ғаиләгә эләккән беҙҙең бүләк. Шатланып-ҡыуанып сыҡтыҡ был ҡотло өйҙән.

 

Фотола: (һулдан уңға) Зилә Әҙеһәмова, Динә Әҙеһәмова, Роза Хөснуллина.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас