+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
17 Июль 2025, 05:58

Вәхит Хызыровтың әсәйенең хәтирәләре

Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың әсәһе Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙының һөйләгәндәре иҫ киткес. Илебеҙгә төшкән ауыр мәлдәрҙе улар – йәш кенә балалар ҙа кисергән. Улар үҙҙәренең күргәндәрен, әсе тормош дөрөҫлөгөн Һамаҡтарында  һүрәтләгән: “Урамдарҙа, урмандарҙа Утын ҡырҡып ятабыҙ, Телеграмм бағанаһы Сәскә атҡас ҡайтабыҙ”, -  тип әйтер булғандар Әүжәндә утын ҡырҡып ятҡан бала-саға, ҡатын-ҡыҙ.

Вәхит Хызыровтың әсәйенең хәтирәләреВәхит Хызыровтың әсәйенең хәтирәләре
Вәхит Хызыровтың әсәйенең хәтирәләре

Йәш әсәләр имсәк балаларын ҡалдырып китергә мәжбүр булғандар утын ҡырҡырға.  “Тамаҡ туҡ булһа, эшләүе ҡыйын булмаҫ ине, үлсәп биргән йөҙ грамм икмәк ашап утын киҫкәндәр. Ҡайтырға ярамай, ҡасып ҡайтҡандарҙы кире ебәрәләр.

Барҙым инде күрҙем инде

Белорет тигәндәрен,

Атай менән әсәй белмәй

Баланың күргәндәрен, -  күп булған уларҙың йырлағандары”, - тип хәтерләй Вәхит Хызыровтың әсәһе 87  йәшлек Әҡлимә инәй.

“Ил ҡушҡас, бара инде. Ирҙәр һуғышта, шуның өсөн ауылда ҡалғандарҙы ағасҡа ебәргәндәр. Ҡырҡынсы йылдан алып иленсе йылға тиклем ағас ҡырҡыу менән булғандар, ағайым да һуғыштан ҡайтҡас та ағас ҡырҡырға китте.

 Илле етенсе йыл мин май заводында эшләнем. Ҡул менән эшләнек. Өлкән сепарат. Уға һөттө ҡул менән ҡояһың (уныһы айырым ауырлыҡтар тыуҙыра). Мейестә ут яғып, һөттө ҡайнатабыҙ, ул утынды яғыуы үҙе бер этлек була ине. Май заводы эргәһендәге боҙҙарҙы яҙҙан һалам менән ҡаплап ҡуялар. Шул  боҙҙарҙы һөйрәтеп индерәбеҙ, өлкән боҙҙарҙы ҡаҙанға тултырып, ҡаймаҡтарҙы һыуыта инек. Көҙгә тиклем боҙ етә ине. Шулай эшләнек.

 Шунан май заводына май бетоны алып бараһың. Белоретҡа май бушата китәбеҙ. Кискеһен бер көндө ун икелә ҡайтабыҙ, бер көндө икелә. Алмашына торғайныҡ. Шунан өйгә ҡайтып ятһаң, сәғәт дүрттә торорға кәрәк. Һыйыр һауырға. Һыйыр һауып бөтөүгә, көтөүсе иртәнге биштә малды алып китә. Көтөүҙе ҡыуғас, ятып торорға ҡанамы ла һуң! Юҡ. “Килен икмәгеңде әсетеп кит”, - ти ҡәйнәм. Ул йәш ине. Барыбер миңә ҡуша ине, килен йомшарға кәрәк булғандыр инде. Кәрәкте алып, хәлдән тайғанса эшләнем.

 Бәләкәс кенә өйҙә йәшәнек. Ошо өҫтәл ҙурлыҡ ҡына урындыҡта беҙ йоҡланыҡ. Өлкән урындыҡта өлкән ҡәйнәм, ҡәйнәм Ғәйшә ҡайынһеңлем, Сабир, йоҡланы. Тағы ла ҡунаҡтар күп килә торҡанйы. Ҡәйнәмдең балалары киләләр, шунда һыя торғайныҡ. Йәшәнек инде...” – тип хәтер ебен һүтте Әҡлимә инәй.

Ошоларҙы тыңлағандан һуң, хәҙер нисек яҡшы йәшәйбеҙ тип уйлап ҡуяһың...

Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы 1939 йылдың  20 февралендә тыуған Йәлембәт ауылы Әбйәлил районында тыуған. 1957 йылда Хызыров Ғәлибай Мырҙабай улына кейәүгә сыға, шул уҡ йылда, 6 класты тамамлап май заводына  эшкә алалар, бер йылдан завод ябыла. Беренсе балаһы тыуғас, сусҡа фермаһында ике йыл көс түгә, ул да ябыла. Әҡлимә инәй ике йыл һауынсы булып эшләй, шунан һуң быҙау ҡараусы итеп күсерелә. 30 йыл быҙау ҡараусы булып эштәй, бер-бер артлы 6 бала таба, өс ҡыҙ, өс малай тәрбиәләй, бөтә балалар юғары белемле.  50 йәштән намаҙ уҡый, ураҙа тота. Беҙ Әҡлимә инәйгә бәхет, һаулыҡ, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлығынан үҙе ҡыуанып йәшәүен теләйбеҙ.

 

 

Вәхит Хызыровтың әсәйенең хәтирәләре
Вәхит Хызыровтың әсәйенең хәтирәләре
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас