+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
15 Июль 2025, 10:36

Иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ

  Июль һанының тышлығында сыҡҡан героинябыҙ, Икенсе Этҡол мәктәбе директоры, өс бала әсәһе, яугир ҡатыны  Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы Ишмырҙина редакциябыҙға килеп, журналдарҙы алып китте.

Иҫ киткес ҡатын-ҡыҙИҫ киткес ҡатын-ҡыҙ
Иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ

Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы  иҫ киткес тырыш, егәрле, уңған ҡатын-ҡыҙ. Беҙ Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙының ҡунаҡсыл өйөндә булып, һеҙгә уның гөлдәй ялтлап торған донъяһын күрһәткәйнек. Төркөмөбөҙҙө ҡарап барыусылар уның ихатаһын, утыҙлап баш һарығын, быҙаулы ике һыйырын, балҡып ултырған ҙур өйөн хәтерләйҙер.

 

Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙының тормош иптәше - Тархан позывнойлы яугир МХО-ла, әле ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.

Ошо көндәрҙә Гөлйемеш Ишмырҙина МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған Граф, Алтын позывнойлы яугирҙарҙың ҡатындары менән Ростов ҡалаһына тормош иптәштәренең эҙҙәрен юллап сығырға планлаштыра. Уларҙы Граф позывнойлы яугирҙың ағаһы алып барасаҡ.

Беҙ ватандаштарыбыҙға хәйерле юл теләп ҡалабыҙ.

Иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ
Иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ
Иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас