

– Үткән быуаттың классик әҙәбиәтендә 40–45 йәшлек ҡатындарҙы оло инәй итеп һүрәтләйҙәр. Беҙҙең заманда инде 50 йәшлектәр ҙә ҡыҙҙар кеүек. Нисек уйлайһың, был ваҡыт төшөнсәһеме, әллә һәр кемдең эске донъяһымы? Бына һин үҙеңде нисә йәштә итеп тояһың?
– Элекке быуын ҡатын-ҡыҙҙары ауыр йәшәгән, көсөргәнешле хеҙмәт, итәк тулы бала-саға, көнкүреш мәшәҡәттәре һәм яйға һалынмаған йәшәү шарттары тиҙ ҡартайтҡандыр, моғайын да. Техника асыштары, заманса уңайлыҡтар тормошобоҙҙо еңеләйтте. Бөтә шарттар булған йорттарҙа хәҙер кеше рәхәт йәшәй. Спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡланырға тырыша, стрестан ҡасыу сараларын өйрәнә. Унан тыш, матурлыҡ индустрияһы ла үҙ өлөшөн индерәлер: төрлө косметика, процедуралар ярҙамында йәшәрергә, сирыштарҙы тарттырырға була бит. Заманса стиль дә бер нисә йылды алып ташлай.
Унан тағы оло йыһан киңлегендә ниндәйҙер мөғжизәле закондар ҡоршауында йәшәүебеҙҙе лә оноторға ярамай. Ваҡыт тиҙлеге лә үҙгәрә, ти бит белгестәр. Квант гравитацияһы теориялары дөрөҫ булһа, был эффекттар Ғаләм масштабында ваҡыт ағымына ла йоғонто яһайҙыр, бәлки. Мәҫәлән, бөгөнгө 50 йәшлек кеше сағыштырмаса боронғо шул 35–40 йәшлеккә торошло булыуы ла ихтимал. Әлбиттә, был фараз ғына.
Шулай ҙа иң мөһиме – эске донъя, тип уйлайым. Тормош алға барған һайын кешенең эске донъяһы, төпкө аңы камиллаша. Быуаттар буйына зиһенгә һеңгән һәм бәхеткә ҡамасаулаған ҡалыптарҙы, тышауҙарҙы һүтеп, үҙенең ысынбарлығын, тәғәйенләнешен аңларға өйрәнде хәҙер әҙәм балаһы. Ошо үҙгәрештәр, әлбиттә, тышҡы ҡиәфәттә лә сағылыш таба. Шул уҡ ваҡытта әгәр кеше күңеле менән йәш, ҡыҙыҡһыныуҙары, эше, стимулы бар, ижадҡа, яңылыҡтарға асыҡ икән, уның йөҙө лә балҡый башлай бит. Донъяны яратыу, әүҙемлек, мәрхәмәтлек – былар барыһы ла йәш, яҡты энергияны һаҡлай. Йөрәк һәр ваҡыт йәш булып ҡала, тиһә инәйҙәр, аптырай торғайныҡ. Аллаға шөкөр, хәҙер мин дә ошо яғымлы, аҡыллы йәшкә еттем. Ә былай үҙемде йылдар менән сикләмәйем.
– Кешене барыбер ҙә һөнәр формалаштыра. Ғүмер буйы матбуғатта эшләү, журналистика өлкәһендә хеҙмәт итеү һиндә нимәләр тәрбиәләне?
– Журналистикаға ғүмеремде арнауым, бигерәк тә күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар журналында эшләүем дә юҡҡа ғына килеп сыҡмағандыр. Кеше яҙмыштарын өйрәнә-өйрәнә күп нәмәгә яуаптар табаһың, ҡайһы ваҡыт был донъяла бөтә нәмә алдан билдәләнгән кеүек ниндәйҙер «цикличность» күҙгә ташлана башлай.
«Башҡортостан ҡыҙы» – тәүге һанынан алып һылыу заттарыбыҙҙың яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы булған бик етди матбуғат сараһы ул. Мин эшкә килгән ваҡыттарҙа төрлө апайҙар, инәйҙәр үҙ аһ-зарҙары менән мөрәжәғәт итә торғайны, һәр береһенә кәңәш биреп тә, мәсьәләһен хәл итеп тә ебәрәбеҙ. Геройҙарыбыҙ менән осрашҡанда ла, яҙмыштарын яҙғанда ла һәр саҡ иғтибарлы, миһырбанлы булырға тырышам, улар асылып китә, хатта серҙәрен һөйләп ташлай. Һәр кеменең үҙенсәлеген күрергә, хәҡиҡәтте эҙләргә, дөрөҫ мәғлүмәт бирергә тейеш бит инде ысын журналист. Был миңә мәғлүмәтте ҡат-ҡат тикшерергә, факттарҙы анализларға һәм үҙ ҡарашымды яҡларға өйрәтте. Интервьюлар, репортаждар, төрлө осрашыуҙар – кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табырға, уларҙы тойорға, хатта күҙҙәренән «уҡырға» өйрәнеп китәһең. Был яуаплылыҡ та өҫтәй.
Үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ бит, яңылыҡтарға яраҡлашыу, заманса технологияларҙы өйрәнеү, ҡыҙыҡлы темаларҙы эҙләү гел үҫештә булырға ярҙам итә. Яуаплы секретарь булғас инде, журналды тере йән кеүек ҡабул итә башланым. «Башҡортостан ҡыҙы» минең өсөн тик эш кенә түгел, ә тормошомдоң бер өлөшөнә әйләнде. Ул мине асыҡ уйлы һәм хеҙмәтемә тоғро шәхес итеп формалаштырҙы, донъяға ҡарашымды киңәйтте. Һөнәремә, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен!
– Альбина, һин – ҡырҡты үткәс, тағы ла әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Нисек йөрьәт иттең? Үҫкән уландарың нисек ҡабул итте? Бөгөн ауыр түгелме бала ыҙанында йөрөү? Ошолар тураһында һөйлә әле...
– Төшөмдә гел миңә ҡул һоноп килгән бер ҡыҙ баланы күрә инем, ашатлап тигәндәй үтеп китәм, аяғыма урала яҙып ултырып ҡала. Ҡыҙ бала хыял ғына булып ҡалыр, тип күнеп бөткәйнем. Әммә, иптәшем әйтмешләй, «поездың һуңғы вагонына» өлгөрҙөк. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте сикһеҙ, үҙебеҙ нығынғас, иркен фатирҙа ҡыҙыбыҙҙы рәхәтләнеп тәрбиәләргә яҙҙы миңә. Шуға ныҡ рәхмәтлемен. Атаһына ғына оҡшаған ул, Фәнүр кеүек теремек, етеҙ, үҙ һүҙле. Әлбиттә, ағалары менән дә кәңәшләштек, уларҙың фекере тәүҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы һымаҡ та ине. Йәштәр бит замансараҡ уйлай: йән биргәнгә – йүн бирер, тигән һымағыраҡ һүҙҙәр уларҙы ышандырмай. Үҙең менән берәй хәл була ҡалһа һәм башҡа шундайыраҡ һорауҙар, ҡурҡыуҙар... Тормош беҙгә көн дә ниндәйҙер һынау ебәрә, бөтә нәмәгә алдан әҙер булыу мөмкин дә түгел. Үҙем алты йәштән әсәйһеҙ, унан атайһыҙ ҡалып, иртә тормош яуаплылығын иңемә алып өйрәнгәнгә, сыныҡҡан кеше булараҡ, барыһының да яҡшы буласағын тойҙом. Аңлап барҙыҡ был аҙымға. Бәлки, ошо ҡыҙым аша бәхетле бала саҡ, үҫеү, үҙеңде аңлау, ҡабул итеү кеүек тормошомдағы кителеп ҡалған картинаны тулыландырырға, татып өлгөр-мәгән кисерештәрҙе, баҫҡыстарҙы үтергә тейеш булғанмындыр. Ағалары ла хәҙер, Камиләбеҙһеҙ нисек йәшәгән-беҙҙер, тип ғәжәпләнә. Өйөбөҙҙөң йәме, ҡото ул. Аҙнаһына өс тапҡыр балетҡа йөрөтәм үҙен. Фотосес-сияларҙа, конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Ҡыҙ бала – донъяның яҡты бер сағылышы кеүек, уның белмәгән, тоймаған нәмәһе юҡ. Ваҡ ҡына әйбер ҙә иғтибарынан ситтә ҡалмай, тәмләп аңлата белә, серҙәре менән бүлешә. Был бәхет инде! Аллаһҡа, йыһанға рәхмәттәр юллап, барыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Ауыр түгел, сөнки ҡыҙ баламды йәшләй тапһам, ҡатыраҡ, ҡорораҡ булыр инем, әлеге өлгөргән йәшебеҙҙә, бар нәмәне төплө аҡыл менән аңлап ҡабул иткәнгә, яратып, наҙлап тәрбиәләргә тырышабыҙ.
– Егеттәр тәрбиәләүҙә айырым алымдар бармы?
– Улдарыбыҙҙы үҫтергәндә «Баш-ҡортостан ҡыҙы»нда «Ир балаларҙы тәрбиәләү» тигән рубриканы алып барыуҙы йөкмәттеләр. Ул ваҡыттағы баш мөхәррир Йомабикә Ильясованан бик йәтеш бүләк булды был минең өсөн. Төрлө психологтар, белгестәр, неврологтар менән һөйләшеү, уларҙы тәржемә итеү һөҙөмтәһендә үҙемдең дә аңға төп нәсихәттәр һеңеп ҡалғандыр, тип уйлайым. Үҫмер егеттәрҙең психологияһы ҡыҙ балаларҙыҡынан да яҡлауһыҙыраҡ булыуын, уларға күберәк иғтибар, терәк кәрәклеген аңланым шунда. Ҡанат-тарын ҡайырмай ғына, күңелдәрен үҫтереп, үҙ көстәренә ышаныс тәрбиә-ләргә тырыштыҡ. Бер белгестең, ҡыҙҙар был донъяға күбеһенсә әҙерлекле, яҡынса сценарий менән килә, ә ир балалар тыуғанда аҡ ҡағыҙ кеүек, нимә сәсәһең, шуны ураһың, тигәне ныҡ хәтеремдә ҡалды. Шуға батырҙар хаҡындағы китаптар ҙа уҡылды, үҙебеҙ ҙә ҡылыҡтарыбыҙ менән өлгө булырға тырыштыҡ. Ҡоро һүҙҙең генә фәтүәһе юҡ, айырыуса ул һүҙ ғәйепләү, кәмһетеү интонацияһы менән әйтелһә, шуға мин ниндәйҙер талаптар ҡуйғанда ла бер минуттан артыҡ ваҡыттарын алмайым. Әсәй һүҙе аяттай шифалы һәм ҡыҫҡа булырға тейеш. Малайҙарҙың фекерен хөрмәт иттек, яҡшы башлан-ғыстарын хупланыҡ. Өлкәнебеҙ Урал беҙҙең менән бергә бөтә тормош һынауҙарын үтте, ошо ла уға донъяны танып белергә өйрәтте: йәшәргә урын булмай, уны күтәреп, урамдар буйлап торлаҡ эҙләүҙәр, инде завод ятағынан бүлмә тапҡас, остоҡ ҡына метрҙарҙы хан һарайындай күреп донъя көтөүҙәр... Һуңынан ғына белдем етем балаларға уҡыу бөткәс тә фатир бирелергә тейешлеген, әммә ул ваҡытта «мин етем» тип һоранып йөрөү оят, ғәрлек кеүек ине. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, үҙемде гел етеш, атай-әсәйле итеп тойорға тырыштым. Уландарыбыҙ ҙа ошо күтәренке рухты, бәхеткә ынтылып йәшәүҙе күреп буй еткерҙе. Урал мәктәпте алтын миҙалға, Башҡорт дәүләт авиация университетын «биш» билдәләренә генә тамамланы. Ул – өлкән лейтенант, хәрби авиабазала һирәк белгестәрҙең береһе. Карина киленебеҙ менән Волга буйын-дағы матур бер ҡалала йәшәйҙәр. Тамерлан да, ағаһы һымаҡ, математика менән физиканы үҙ итте. Ул әле Өфө фән һәм технологиялар университетында кибер хәүефһеҙлек йүнәлешен үҙләштерә. Үҙҙәре лә хәҙер психологияны яҡшы белгәс, мине, бәләкәй ҡыҙҙай күреп, матур ғына кәңәштәр биреп тынысландырып ҡуялар. Иң мөһиме – сабый саҡтан һәр береһенә ваҡыт бүлеп, яратыуыңды, аңлауыңды күрһәтеү, ҡай-һы берҙә хаталар ебәрһәләр ҙә, яҡлау, ярҙам итергә әҙер тороу, минеңсә.
– Үҙеңде ҡыуандыра, эске донъяңды биҙәй, күңелеңде үҫтерә торған шөғөлөң бармы?
– Ҙур ғаиләлә үҙемә, шөғөлдәргә әллә ни ваҡыт ҡалмай. Бешеренергә, ғаиләмде сифатлы, тәбиғи ризыҡтар менән һыйларға яратам. Улдарым: «Ҡулың татлы, ризыҡтарың тәмле була, кафе асһаң, кеше йөрөр ине ул», – ти. Гөлдәр яратам, орлоҡ төртһәң, ҡалҡа ла сыға торған. Бер йылда балконда ҡыяр үҫтерҙек, быйыл бына черри помидоры сәстек. Ҡыҙым да ҡыҙығып, үҙенә оҡшаған әйберҙәрҙе ултырта.
– Ошо йәшеңдең ниндәй матур-лыҡтарын күрәһең?
– Үҙеңде, яҡшы яҡтарыңды ла, етешһеҙлектәреңде лә яратып ҡабул итеү, ҡасандыр кемдер әйткән һүҙ, стандарттар артынан ҡыумау менән ҡиммәтле әлеге сағым. Нимә телә-гәнеңде аңлайһың һәм ваҡыт ҡәҙерен беләһең. Хатта тормошоңдағы ауыр, һынылышлы мәлдәргә лә рәхмәтле була башлайһың – барыһы ла матур, бөтөн – тап шулай булырға тейеш кеүек. Йәшлектә мөһим үк тойолмаған нәмәләргә, бәләкәй генә һөйөнөскә лә шатланырға өйрәнәһең: тыуған яғым – Мәләүезгә ҡайтып, Көнгәк тауына күтәрелеү ҙә, ғаиләм, мине бәләкәйҙән ҡурсалаған ағай-апайҙарым менән аралашыу ҙа, тирә-яҡтағы матурлыҡ та ләззәт бирә. Өлкәнәйә килә кешенең эске бәхетен асҡан иң гүзәл сифаттарҙың береһе – башҡаларға ярҙам итергә әҙер булыу, миһырбанлыҡ хисе уяна, рух көсәйә һәм ошо ябай ғына тормош рәхәтлектәренән дә матурыраҡ, мәғәнәлерәк нәмә юҡ һымаҡ.
Миләүшә Ҡаһарманова әңгәмәләште.