

Флүрә Ғабдулла ҡыҙы Ибраһимова 1936 йылғы. Шаран мәктәбен тамамлаған. Атаһы һуғышта булғанында, Флүрә әсәһенә ярҙам итә, дүрт туғанын тәрбиәләшә. Атаһы һуғыштан контузия алып ҡайта, уны дауалайҙар, райсовет рәйесе итеп ҡуялар. Балаларын яҡшы тәрбиәләй ул, һәр береһенә белем бирә.
Флүрә, унынсы класты тамамлағас, БДУ-ға ситтән тороп уҡырға инә. Тыуған яғына ҡайтҡас, Ерекле ауылы директоры уны мәктәпкә рус телен уҡытырға саҡыра. Йәш ҡыҙ был тәҡдимдән баҙап ҡала, башланғыс класты биреүҙәрен һорай. Башланғыс класс уҡытыусылары йәш ҡыҙҙы өйрәтә, шулай өс-дүрт ай уҡытҡандан һуң, рус милләтенән булған рус теле уҡытыусыһы: “Һеҙ ике телдә лә яҡшы беләһегеҙ, мин һеҙгә үҙ кластарымды ҡалдырам”, -тип тәҡдим итә. “Булдыра алырмынмы икән, миңә әле уҡыйһы ла бар бит әле”,- ти йәш ҡыҙ. “Булдырырһығыҙ, теләк кенә кәрәк”, - ти тәжрибәле уҡытыусы. Шулай итеп, Флүрә Ғабдулла ҡыҙы бөтә мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып ҡала. Ысынлап та, ике телде лә аңлағас, ул балалар менән бик тиҙ уртаҡ тел таба. Юғары уҡыу йортонда ла уҡырға өлгөрә. “Уҡырға барғанда бик күп күргәҙмә материалдар алып бара торғайным. Диплом етәксем Зәкирйәнов Кәбир Зәкирйән улы ине. Ул мине бик маҡтай торғайны”, - тип хәтерләй Рима Ғабдулла ҡыҙы. Дипломын “бишле”гә яҡлап ҡайта ул. Тырышып хеҙмәт итә, балаларға белем бирә. “Рәсәй, Башҡортостандағы методик журналдарҙы алдырып, ундағы мәҡәләләргә таянып эшләй, асыҡ дәрестәр үткәрә инем. Был тиклемде нисек уйлап сығарып бөтә алдығыҙ, тип маҡтайҙар уның дәрестәрен ҡараған уҡытыусылар. Флүрә Ғабдулла ҡыҙының уҡыусылары иншаларҙы бик яҡшы яҙалар, имтихандарын да еңел тапшыра улар, алтын, көмөш миҙалдарға мәктәпте тамамлайҙар, юғары уҡыу йорттарына инәләр. “Күңелем күтәрелде, дәртләнеп эшләнем. Эшемде лә юғары баһаланылар, грамота, миҙалдар бирҙеләр. Илле ике йыл уҡыттым. Һуңғы ике йылда мәктәптә музей астым. Ул әле лә эшләп килә”, - ти ветеран-уҡытыусы.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналын ауылдашы, шағирә Зарема Әхмәтйәнованың шиғырҙары, әҫәрҙәре унда сыға башлағас алдыра башлай. “Шулай туҡтамай утыҙ биш йыл “Башҡортостан ҡыҙы”н алдырҙым”, - ти Флүрә Ғабдулла ҡыҙы.
Ветеран уҡытыусыға артабан да ныҡлыҡ, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!